Һәләтле уҡыусыларға – Мең ырыуы премияһы

бижбулякБишбүләк районында Уҡытыусылар көнөндә һәләтле уҡыусыларға тәү тапҡыр Мең ырыуының премияһы тапшырылды. Апрель айында уҡ Өфөлә уҙған меңлеләр йыйынында уны булдырыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылғайны.

Меңлеләр ҡоро етәксеһе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов мәғариф өлкәһендә көс һалған  уҡытыусыларға изге теләктәрен еткергәндән һуң,  туған тел буйынса төбәк-ара һәм республика күләмендә үткәрелгән конкурстар еңеүселәре булған алдынғы уҡыусыларға —  Артур Нафиҡовҡа (Ҡаныҡай урта мәктәбенең XI класс  уҡыусыһы) һәм Камилла Ишмөхәмәтоваға (Ҡаныҡай урта мәктәбенең VI класс уҡыусыһы), Аня Петроваға (Йылбулаҡтамаҡ мәктәбенең VI класс уҡыусыһы), Алһыу Фәйзуллина (Бишбүләк 2-cе мәктәбенең V класс уҡыусыһы),  Айгөл Лоҡманова (Бишбүләк 1-се мәктәбенең VII класс уҡыусыһы),  Эллина Новикова (Ҡушйылға мәктәбенең IX класс уҡыусыһы), Алһыу Янышеваға  (Дим урта мәктәбенең IX класс уҡыусыһы) был мәртәбәле премияны тапшырҙы.

Шулай уҡ уларҙың һәр ҡайһыһына М.Бураҡаеваның китабы бүләк ителде. Әлбиттә, бындай баһа һәр кемгә тәтемәй, туған телен яратҡан, халҡын, йолаларын ихтирам иткән, күңелендә рухи ҡиммәттәр йөрөткән иң рухлы уҡыусыларға ғына бирелә.

Туған телде һәм милли йолаларыбыҙҙы пропагандалауға, һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусылары араһынан Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова (Ҡаныҡай урта мәктәбе) менән Гөлнара Тимерғәли ҡыҙы Ғәлимова иһә (Бишбүләк 1-се урта мәктәбе) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Был байрам сараһынан бер нисә сәғәт алда ғына район хакимиәте бинаһында Бишбүләк районы башҡорттары ҡоролтайының ултырышы булып үткәйне. “Мең ырыуы союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы етәксеһе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов, Бишбүләк башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Альфред Әхәт улы Шәймәрҙәнов, яҙыусы, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Фәнис Янышев, урындағы ҡоролтай ағзалары һәм районыбыҙҙың башҡорт теле уҡытыусылары милләт, тел яҙмышына бәйле мәсьәләләр буйынса фекер алышты.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Бишбүләк районы.

Просмотров (1)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *