Сорғотта ла яуланы башҡорт йәштәре

123Башҡорт йәштәре Сорғотто гөрләтә. Был турала бөгөн Башҡортостанға ҡайтҡан арала Ҡоролтайға килгән Сорғот башҡорттары автономияһы рәйесенең йәштәр эштәре буйынса урынбаҫары Айнур Сәғитов һөйләне.
Ҡалала көрәш буйынса федерация булдырылған. Рәсәй, Европа, хатта донъя чемпиондары кимәленә еткән Альберт Рәхмәтуллин, Артур, Вадим һәм Таһир Зөлҡәрнәевтар милли көрәшкә йәштәрҙе ылыҡтыра. Юғары мәҙәни кимәле арҡаһында “халыҡ” исемен йөрөткән “Шатлыҡ” халыҡ бейеүҙәр ансамблен округта белмәгән кеше юҡ. Ансамбль 90 кешене, шул иҫәптән, 50(!) баланы берләштергән.

IMG_4993Әйткәндәй, быйыл ансамблдең солистары Ләйсән Бураншина, Диана Нәсибуллина, Ләйлә Һөйәрғолова һәм Динара Әһлетдинова “Байыҡ” конкурсында ҡатнашып, Өфөнән гран-при алып ҡайтты. Сорғот ҡалаһы хакимиәте милли диаспоралар араһында йыл һайын үткәргән спартакиадала ла башҡорт йәштәренең йыйылма командаһы даими ҡатнаша.
“Былар барыһы ла беҙҙең автономия эшенең һөҙөмтәһе, – ти Айнур Сәғитов. – Берҙәмлек менән көслөбөҙ. Спорт ярыштарына килгәндә, бында беҙгә билдәле спортсы, яҡташыбыҙ Айбулат Йәүҙәт улы Сафин ярҙам итә. Һәр беребеҙҙең эш графигы тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт мәҙәниәтен күрһәткән оло байрам — һабантуйҙы ла үткәрәбеҙ, ҡала хакимиәте ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ».
Сорғот башҡорттары ойошмаһының пландары ҙур. Әле улар Ханты-Манси автономиялы округы делегацияһы составында Өфөгә Башҡорт мәҙәниәте көндәренә килергә йыйына. “Бынан тыш, ҡалала башҡорт теле дәрестәре үткәрергә лә иҫәп бар. Бығаса эшләп ҡарағайныҡ. Финанстар етмәүе арҡаһында даими йәкшәмбе мәктәбен ойоштороуға өлгәшмәнек. Грант мәсьәләһе килеп сыҡһа, Сорғотта үҫкән балалар мотлаҡ туған телен өйрәнәсәк!”.

Просмотров (4)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *