Стәрлетамаҡта Башҡортостан йөмһүриәтенең 100 йыллығы конференция менән билдәләнәсәк

100Стәрлетамаҡ «Рәсәйҙә федерализм тарихы. Автономиялы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына» тип аталған бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһына әҙерләнә. Сара 2 ноябрҙә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында (Ленин проспекты, 49) үтә.


Белгестәр, шул иҫәптән сит илдән саҡырылған ғалимдар Рәсәй Федерацияһы субъекттарының үҙенсәлектәре, уларҙың интеграцияһы спецификаһы, Рәсәйҙең тарихи үҫешендә федератив мөнәсәбәттәр тураһында фекер алышырға йыйына. Атап әйткәндә, конференцияла Рәсәйҙең төбәк сәйәсәте үҙенсәлектәре, федерализмдың хоҡуҡи нигеҙҙәре, Башҡортостан йөмһүриәтенең ойошторолоуы тарихы, Башҡортостан халыҡтарының этноконфессиональ тарихы, республиканың арҙаҡлы сәйәси һәм дәүләт эшмәкәрҙәре һәм башҡа мөһим темалар яҡтыртыласаҡ.
Пленар һәм секция ултырыштарынан тыш, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Муллаян Халиков менән Әхмәтзәки Вәлиди иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалыу, Ишембай районы Көҙән ауылына Әхмәтзәки Вәлиди музейына экскурсияға барыу ҡаралған.
Ойоштороусылар: Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Просмотров (15)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *