Өфөлә Мөхәмәтша Буранғоловҡа арналған конференция әҙерләнә

бурангуловБашҡорт халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына быйыл – 130 йыл. Ошо уңайҙан Өфөлә 26 октябрҙә халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторола.

Юғары уҡыу йорттары ғалимдары башҡорт фольклористикаһына нигеҙ һалыусы булараҡ Мөхәмәтша Буранғолов, ижтимағи-сәйәси тормошта уның роле, халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһы һәм хәҙерге заман бренды булараҡ “Урал батыр” эпосы кеүек темаларҙы яҡтыртасаҡ.

Саха (Якутия) Республикаһынан, Ҡырғыҙстандан билдәле ғалимдарҙың да ҡатнашыуы көтөлә.

Конференция баш ҡалабыҙҙың Н. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейының конференц-залында (Гоголь урамы, 27) үтә. Иртән сәғәт 10-да башлана.

Ойоштороусылар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР Мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты.

Просмотров (7)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *