Баймаҡта “Башҡорт китабы” үҙ ишектәрен асты!

китапҮткән шәмбе ҡала һәм район тормошонда ғына түгел, ә башҡорт донъяһы өсөн иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды: Баймаҡта Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең филиалы – “Башҡорт китабы” магазины үҙ ишектәрен асты. Күркәм тантанала район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, “Китап” нәшриәтенең генераль директоры Илһам Йәндәүләтов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, депутаттар, мәктәп уҡыусылары, киң йәмәғәтселек ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, элек ҡалала китап магазины уңышлы эшләп килде. Әммә ҡырағай баҙар мөнәсәбәттәре уның ябылыуына килтерҙе. Халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты китап магазины асыу буйынса эш алып барҙы һәм бынан ике йыл элек ойошманың тел һәм мәғариф комиссияһы рәйесе Яңылбикә Мөхәмәтйәнованың инициативаһы менән “Баймаҡ” сауҙа-сервис комплексында сауҙа нөктәһе асылды. Уны ойоштороуға Илһам Миңлеғәле улы ла күп көс һалды.

Баймаҡта айырым китап магазины асыуҙы һорап Р.В. Ишембәтов район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа мөрәжәғәт итте. Күп тә үтмәй етәксенең күрһәтмәһе буйынса Ҡоролтайға Салауат Юлаев проспектындағы 17-се йортта урынлашҡан бина бирелде, уның йылылыҡ системаһы һәм түбәһе ремонтланды. “Китап” нәшриәте китап продукцияһы, стеллаждар менән тәьмин итте. Быларҙың барыһы өсөн дә Ҡоролтай рәйесе район башлығы Илшат Хәмит улына, “Китап” нәшриәте етәксеһе Илһам Миңлеғәле улына һәм ремонт эштәре менән ярҙам иткәне өсөн компания етәксеһе Рәмил Риф улы Байбулатовҡа ҙур рәхмәтен еткерҙе. Район хакимиәте башлығы үҙенең ҡотлау телмәрендә, артабан да “Китап” нәшриәте менән хеҙмәттәшлек емешле дауам итһен, яңы магазиндар үҙ ишек-тәрен асһын, һатып алыусылар күп булһын, тигән теләк белдерҙе. Илһам Йәндәүләтов иһә “Башҡорт китабы” магазинына һәм ҡунаҡтарға китаптар бүләк итте. Район Советы депутаты Рөстәм Нәбиуллин район башҡорттары ҡоролтайына Башҡортостан энциклопедияһын тапшырҙы.

– Кеше хәҙер китап уҡымай, тигән һүҙҙәр менән килешмәйем, – тине Яңылбикә Мөхәмәтйәнова, – яҡшы әҫәрҙе халыҡ хатта эҙләп, һорап таптырып ала. Бигерәк тә балалар өсөн ике телдә сыҡҡан китаптар бик үтемле. Башҡортса дини, йыртма, мәктәп, ғаилә календарҙарын һорағандар күп. Магазиндың айырым бинала урынлашыуы айырыуса уңайлы. Башҡорт әҙиптәренең китаптарын таратыуға тос өлөш индерәсәкбеҙ.

Азамат Мөхәмәтшин, Баймаҡ ҡалаһы.

А. Юлдашбаев фотоһы.

Просмотров (20)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *