“Мәргән уҡсы” батырҙарҙы йыйҙы

уксы22Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты милләттәштәребеҙ йыйынында ҡабул ителгән ҡарарҙы маҡсатлы тормошҡа ашырыуын дауам итә. Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә тағы бер район проектына нигеҙ һалынды – ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында “Мәргән уҡсы” ярышы үтте. Уны Ҡоролтай район хакимиәтенең физкультура һәм спорт комитеты менән берлектә ойошторҙо.

Ярышты асыу тантанаһында Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов һәм “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры, Ҡоролтайҙың йәштәр эштәре һәм спорт буйынса комиссия рәйесе Илшат Хәмитов сығыш яһаны, бәйгеселәргә уңыштар теләне.

– Тарихтан билдәле булыуынса, уҡ-һаҙаҡ борон-борондан башҡорттоң тоғро юлдашы булған, – тип билдәләне үҙенең сығышында Ришат Вәкил улы, – һәм һуңғы йылдарҙа йәйәнән уҡ атыу спорты популярлыҡ яулай барыуы ҡыуаныслы хәл. “Мәргән уҡсы” ярыштары ла йылдан-йыл үҙ тирәһенә халыҡты күберәк ылыҡтыра. Беҙҙә был ярыш тәүләп үткәрелә һәм уның киләсәктә үҙенсәлекле спорт төрөнә әйләнеренә шик юҡ.

Ярышты ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, Илшат Нурәхмәт улы киләһе йылда “Мәргән уҡсы”ны бер нисә этапта үткәрәсәктәрен белдерҙе. Бәйгеселәр йәйәнән уҡ атып ҡына ҡалмаясаҡ, ә был оҫталығын атта һыбай килеш сабып барғанда күрһәтәсәк.

Тәүге тапҡыр ғына үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, “Мәргән уҡсы” яҡшы ойошторолоуы (бында И.Н. Хәмитовтың хеҙмәте ҙур), ярышта бәйгеселәрҙең ихлас ҡатнашыуы, еңеүселәр өсөн шәп приздар булдырылыуы (был тәңгәлдә район хакимиәтенең финанс идаралығы ярҙам бүлде) менән иғтибарҙы йәлеп итте. Уҡыусы балалар араһында Әхмәр ауылынан Илназ Өмөтбаев, Буранбайҙан Булат Әминев һәм Беренсе Этҡолдан Денис Йортбәков еңеүселәр булып танылды. Өлкәндәр араһында Темәстән Юлай Мусин, Байымдан Самат Ғәлин һәм Әхмәрҙән Динар Өмөтбаев һынатманы. Уларға Почет грамоталары һәм ҡиммәтле приздар тапшырылды.

А. САЛАУАТОВ.

А. Юлдашбаев фотоһы.

Просмотров (15)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *