Башҡортостандың Ата-әсәләр комиссияһы тәжрибәһе күрше республиканы ҡыҙыҡһындырҙы

миллётБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы был конференцияға тәжрибә уртаҡлашыу, Комиссия ойошторолған мәлдән алып барылған эш һөҙөмтәләре менән таныштырыу маҡсатында барҙы. Башҡортостандан тыш, конференция эшендә Мәскәү ҡалаһынан, Ҡырымдан килгән вәкилдәр ҡатнашты.

Сара пленар ултырыш, ирекле микрофон һәм түңәрәк өҫтәл форматтарында барҙы. Уларҙа һүҙ сабый саҡтан һеңдерелгән туған телдең өҫтөнлөгө, баланың аң-зиһенде үҫтереүҙә телдәр өйрәнеүҙең әһәмиәте, татар телендә белем биреүҙе  ойоштороу проблемалары һәм перспективалары, баланы татар телле итеп тәрбиәләүҙең алымдары, туған телдең рухи тәрбиә биреүҙәге роле тураһында һөйләшеү барҙы.

Беҙҙе, Башҡортостан делегацияһын, туған тел проблемалары менән филологтар ғына түгел, ә физика-математика фәндәре кандидаты Марат Лотфуллин, техник фәндәр докторы Исмәғил Хөснөтдинов кеүек кешеләрҙең шөғөлләнеүе, уларҙың бөгөн ысын мәғәнәһендә ҙур проблемаға әйләнеп барған туған телдәрҙе һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә конкрет тәҡдимдәр һәм проекттар менән сығыш яһауы һоҡландырҙы. Мәҫәлән, Исмәғил Хөснөтдинов бик йөкмәткеле “Асыҡ университет” проекты менән  таныштырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда техник фәндәр докторы түгел, филология фәндәре докторҙарының ҡайһы берәүҙәре Башҡортостан кимәлендә барған туған телдәрҙе һаҡлау сәйәсәтенән алыҫ тора, ә физика-математика йәки техник фәндәр кандидаттары, докторҙары тураһында әйтәһе лә түгел.

Марат Лотфуллин яңы федераль законға ярашлы 10-11 кластарҙа туған тел һәм әҙәбиәттең факультатив булараҡ ҡына өйрәнеләсәге, былай барһа, киләсәктә туған телдәр филологияһы факультеттарына уҡырға килеүсе булмаясағы, шуның өсөн быйыл йәй ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законға яңынан өҫтәмәләр индереү зарурлығына баҫым яһаны.

Башҡортостанда, бигерәк тә Өфөлә, һуңғы йылдарҙа туған тел ҡәҙерен белгән, балаһын халҡыбыҙҙың бай тәрбиә традициялары нигеҙендә тәрбиәләргә ынтылған аңлы, белемле, уйлы  йәштәр күбәйҙе. Был бик ныҡ ҡыуандыра. Шундай уҡ йәштәрҙе беҙ Татарстанда ла күрҙек. Беҙҙең Республика ата-әсәләр комиссияһын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты күтәрмәләһә, татар ата-әсәләре берләшмәһен татар йәштәре форумы хуплай һәм ярҙам итә. Йәштәр, конференцияны алып барыусылар Руслан Айсин, Айһылыу Лерон, бик фекерле егет Айрат Фәйзрахмановтарҙың сығышы яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы.

Беҙҙән ике кеше: Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйестәштәре Руслан Биккинин һәм Эльвира Байназарова сығыш яһаны. Улар Комиссия ойошторолғандан бирле башҡарылған эштәр менән таныштырҙы, был өлкәлә киләсәктә бергәләп эшләү кәрәклегенә баҫым яһаны, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Уларҙан тыш конференция эшендә Республика ата-әсәләр  комиссияһы Советы ағзалары Рәмил Ҡолтаев, Салауат Ғәлимуллин, Вадим Хәбиров, Лилиә Юлдашбаева һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәкова ҡатнашты.

Конференцияла ҡабул ителгән ҡарарҙар ҙа ентекле әҙерләнгәйне. Татарстандан уның редакцияланған варианты килеү менән Һеҙҙе был резолюция менән таныштырырбыҙ.

“Беҙ яңғыҙ түгелбеҙ, һәр төбәктә туған телдең ҡәҙерен аңлаған йәштәр бар, тимәк, туған телебеҙҙең киләсәге лә бар”, — тигән ышаныс менән ҡайтты Башҡортостан делегацияһы был конференциянан.

Рәйсә Күзбәкова,

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты баш белгесе.

Просмотров (15)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *