Өфөлә “Урал батыр вариҫтары” спартакиадаһы старт алды

Лего1

Өфөлә бөгөн VI “Урал батыр вариҫтары” спартакиадаһы иҫәбенә баскетбол ярыштары башланды. Уйындар ике төркөмдә Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназияһы-интернатында һәм Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында бара. Был аҙнала – егеттәр командалары, икенсе аҙнала ҡыҙҙар көслөләрҙе асыҡлаясаҡ.

Билдәле булыуынса, “Урал батыр вариҫтары” спартакиадаһы башҡорт милли мәктәптәре командалары араһында үтә. Уның ойоштороусылары булып  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Өфө ҡалаһының Мәғариф идаралығы һәм “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге сығыш яһай. Уҡыу йылы дауамында уҡыусылар баскетбол, волейбол, саңғы ярыштары, еңел атлетика, мини-футбол һәм шашка буйынса көстәрен һынай. Спартакиадаға уҡыу йылы аҙағында уҡыусылар һабантуйында йомғаҡ яһала.

Просмотров (10)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *