Ҡоншаҡта башҡорт теле һаҡланамы?

IMG_5386Бөтә  донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған ижади төркөм ошо арала Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында булып ҡайтты. Был сәфәр Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә ойошторолдо.

Ижади төркөмдөң маҡсаты – был төбәктә туған телебеҙҙе уҡытыуҙың торошон өйрәнеү, ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә ҡурай моңон, халыҡ йырҙарын тыңлатып ҡайтыу, башҡорт теле уҡытыусыларына ла, урындағы ҡоролтай етәкселәренә методик ярҙам күрһәтеү ине. Шунан сығып, тарихсы, мөғариф хеҙмәткәрҙәре, ҡурайсылар, йырсы, бейеүсе ингән  ижади төркөм төҙөлдө.

Беренсе осрашыу Ҡоншаҡ районының Маяҡ ауылында булды. Унда башҡорт теле уҡытыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Ҡоншаҡ районының халҡыбыҙҙың теленә, яҙмышына битараф булмаған әүҙем кешеләре йыйылғайны. Был осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Амур Хәбибуллин, “Алтын ҡурай” башҡорт ҡоролтайы ойошмаһы етәксеһе Гүзәлиә Волошина, Силәбе өлкәһе башҡорт милли хәрәкәтенең арҙаҡлы аҡһаҡалы Тәлғәт Хәйеров, Ҡоншаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Тайып ҡыҙы, хакимиәт башлығының ярҙамсыһы Гөлбаныу Ғабдулла ҡыҙы ҡатнашты. Амур Хәбибуллин ҡыҫҡаса Силәбе  башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы һәм методик ярҙам күрһәтеү маҡсатында килгән Башҡортостан делегацияһына рәхмәт белдерҙе. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Альбина Тайып ҡыҙы Ҡоншаҡ башҡорттарының үҙ мәҙәниәтен һаҡларға тырышыуҙары, хакимиәттең быға һәр яҡлап булышлыҡ күрһәтеүе тураһында һөйләне. Осрашыуҙа тарихсы, Башҡорт дәүләт университетының Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы доценты Радик Баһауетдинов Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә ҡатнашҡан Ҡоншаҡ районы вәкилдәре тураһында бәйән итте. “2019 йылда Ҡоншаҡ районынан сыҡҡан, Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәше Абдулҡадир Инандың тыуыуына 130 йыл тула. Силәбе өлкәһенән сыҡҡан шәхес Нуриәғзәм Таһировтың да исеме онотолоп бара. Силәбе өлкәһенең юғарыла аталған һәм башҡа билдәле шәхестәренә арнап, алдағы йылда Ҡоншаҡ ерендә фәнни-ғәмәли конференция үткәрергә тәҡдим итәм”, — тине ул. Ижади төркөм етәксеһе Рәйсә Күзбәкова “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законына быйыл индерелгән үҙгәрештәр менән таныштырҙы,  туған телдең балаларға дөрөҫ тәрбиә биреүҙәге роленә баҫым яһаны. Тәлғәт Хәйеров иһә Силәбе өлкәһе башҡорттарының үҙ тарихына, мәҙәниәтенә, туған телдәренә тоғро булыуы, ләкин һуңғы йылдарҙа Башҡортостан менән бәйләнештең бер аҙ бушауына, бәлки, шуғалыр ҙа Силәбе өлкәһендә туған телгә иғтибарҙың бермә-бер кәмеүенә, етмәһә, Силәбе башҡорттары араһында үҙ-ара берҙәмлектең ҡаҡшауына бәйле тәрән борсолоу белдерҙе.

Осрашыуҙан һуң уҡытыусылар – бер бүлмәгә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәре, селтәр, ҡашмау эшләргә өйрәнергә теләүселәр – икенсе, бейеү серҙәренә өйрәнергә теләүселәр – өсөнсө , ә ҡурай тартырға теләүселәр дүртенсе бүлмәгә йыйылды. Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарының уҡытыусылары өсөн Өфө ҡалаһының Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы  Башҡорт лицейы уҡытыусыһы Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова һәм 114-се мәктәп уҡытыуысыһы Яҙгөл Айрат ҡыҙы Сирбаева оҫталыҡ дәресе күрһәтте, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы доценты Әхәт Ғәлим улы Илмөхөмәтов башҡорт телен уҡытыуҙағы яңылыҡтар менән таныштырҙы. Силәбе өлкәһе уҡытыусылары бик ҡәнәғәт ҡалды.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәрен эшләү оҫтаһы Сәрүәр Ғилметдин ҡыҙының оҫталыҡ класында шөғөлләнергә теләгәндәр күп булды, уның тарафынан ойошторолған күргәҙмә лә осрашыуҙа ҡатнашыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Учалы ҡалаһының Салауат Низаметдинов исемендәге Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының ҡурай бүлеге етәксеһе Тәфтизан Зәйнешев һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ҡурайсыһы Морат Йәноҙаҡов Маяҡ ауылы мәктәбе уҡыусыларынан торған ҡурайсылар ансамбле менән шөғөлләнеп, уларға бер нисә яңы көй өйрәтеп, кискеһен ижади төркөм тарафынан Маяҡ ауылы клубында уҙғарылған концертта сығыш яһатты.

Учалы ҡалаһының Салауат Низаметдинов исемендәге Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының  бейеү бүлеге етәксеһе, Ҡоншаҡ ҡыҙы Юлиә Зәйнешева Маяҡ мәктәбе ҡыҙҙарына башҡорт бейеүе һалып, уларҙы өйрәтеп, шулай уҡ киске концертта сығыш яһатыуға өлгәште.

Артабан шундай уҡ осрашыуҙар Хәлит, Бүре, Һары ауылдарында үтте. Һәр ауылда халыҡ менән аралашып һөйләшеү йыр-моң менән оҙатыла барҙы: Тәфтизан Зәйнешев менән Морат Йәноҙаҡовтың өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауы, Сибай ҡалаһының театр-концерт берләшмәһе йырсыһы Ғаяз Ғәйетбаевтың башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы, Юлиә Зәйнешеваның башҡорт бейеүҙәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.

Ҡурған өлкәһе ҡыҙы, “Башҡортостан”  гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе Рәхилә Төхвәт ҡыҙы ла халыҡ менән ихлас аралашты.

Мәктәптәргә, мәҙәниәт йорттарына Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге ебәргән бүләктәрҙе лә тапшырҙыҡ. Ғөмүмән, ижади төркөмдө ойоштороуҙа Республика халыҡ ижады үҙәгенең, Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтарының ярҙамы ҙур булды.

Ижади төркөм составында Ҡоншаҡ районы ҡыҙы Ишмөхәмәтова Эльвира Айрат ҡыҙы ла бар ине. Беҙҙең төркөмдөң Ҡоншаҡ районында уңышлы эшләүен тәьмин иткән кешеләрҙең береһе булды ул. Эльвира Айрат ҡыҙы Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә әүҙем ҡатнашҡан данлыҡлы яҡташтары рухына бағышлап ҡорбан салдырҙы, Хәлит ауылы мәсетендә ҡөрьән уҡытты. Был сарала беҙ ҙә ҡатнаштыҡ, динен, телен тотҡан ир-аттың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп булыуына ихлас ҡыуандыҡ.

Халыҡ менән осрашыу ваҡытында күпселек ата-әсәләрҙең балаларына башҡорт телен өйрәтергә теләге барлығы асыҡланды. Тик Ҡоншаҡ районы биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күскән, шуға ла башҡорт теле дәрестәре тик факультатив булараҡ ҡына уҡытыла, сөнки биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеү дәрестәрҙе ҡыҫҡартыуға алып килә. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Силәбе өлкәһенең Мәғариф министрлығы менән был хәлдән сығыу юлын эҙләргә тейештер. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ауылдарҙа туған телебеҙҙе өйрәнеүҙең кәрәклегенә ҙур шик белдергән ата-әсәләр, уҡытыусылар менән осрашыу күңелде бик ныҡ ҡырҙы. Ҡайһы арала халҡыбыҙ аңына туған телебеҙгә “икенсе сортлы” тип ҡарау һеңдерелгән?!

Ижади төркөм уңышлы эшләһен өсөн Ҡоншаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Хәйбрахман менән уның тормош иптәше Ғәҙелниса Мансуровтар бөтә көсөн һалды. Улар икеһе лә Маяҡ мәктәбендә эшләй, Хәәбрахман Хизбер улы ҡурайсылар ансамбле ойошторған, 2018 йылда был ансамбль “өлгөлө” тигән исемгә лайыҡ булған. Ғәҙелниса ханым иһә фольклор түңәрәге алып бара. Мәктәптәге, шәхси хужалыҡтағы бихисап эштәрҙән артып, туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе йәш быуынға еткереү өсөн бөтә көсөн һалған был ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел. Уларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының оло рәхмәтен еткерәбеҙ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Силәбе өлкәһенең Сосновка районының арыу белмәҫ ағинәйе Рәбиға Фәрит ҡыҙы Бикбулатоваға ла оло рәхмәт белдерә. Беҙҙең осрашыуҙарҙа ул да әүҙем ҡатнашты.

Бүре ауылы мәктәбе директоры һәм Хәлит ауыл советы рәйесе Нурниса һәм Әхмәт Шәүәлиевтар, Хәәбрахман һәм Ғәҙелниса Мансуровтар – Ҡоншаҡ ерендә башҡорт телен, мәҙәниәтен тотоп торған кешеләр улар.

Хәлит ауылынан Сажидә һәм Руслан Ғибәҙуллиндар, Нурия Носрат ҡыҙы, Хәәбрахман һәм Ғәҙелниса Мансуровтар ижади төркөм ағзаларын йәшәтеү, ашатыу-эсереү кеүек проблемаларҙы үҙ өҫтөнә алып, беҙгә ҙур ярҙам күрһәтте. Башҡорттоң ихлас ҡунаҡсыллығын беҙ Хәлит ауылында йәшәүсе Нәсрулла Носрат улы Сәлимуллин ғаиләһендә лә күрҙек. Ижади төркөм исеменән уларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Рәйсә Күзбәкова,

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе.

Саранан фотоларҙы ошонда ҡарарға.

Просмотров (23)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *