Йәштәр менән уртаҡ эштәр көтә

2019 йылда беҙҙе матур ваҡиғалар көтә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы V съезд тураһында иғлан итте. Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы традицион форумға әйләнгән «Аҫылташ»ҡа  әҙерләнә. Тормошҡа ашырыласаҡ тағы бер проект – «Минең төбәгем» блог-туры. Уның сиктәрендә башҡорт йәштәре Шүлгәнташ мәмерйәһе, Нөгөш һыуһаҡлағысы, Торатау кеүек Башҡортостандың иң күркәм урындарына сәйәхәт ҡыла аласаҡ.
Продолжить чтение…

 

Төньяҡ амурҙары иҫтәлегенә

Ғафури районында башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуына арналған «Ата-бабалар рухына лайыҡлы булайыҡ» тигән мәҙәни-тарихи фестиваль үтте. Сара энтузиаст, хәрби-тарихи реконструкция менән етди шөғөлләнгән Илдар Шәйәхмәтовтың инициативаһы буйынса эшләнгән «Төньяҡ амурҙары» һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды.
Продолжить чтение…