Йәштәр менән уртаҡ эштәр көтә

22019 йылда беҙҙе матур ваҡиғалар көтә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы V съезд тураһында иғлан итте. Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы традицион форумға әйләнгән «Аҫылташ»ҡа  әҙерләнә. Тормошҡа ашырыласаҡ тағы бер проект – «Минең төбәгем» блог-туры. Уның сиктәрендә башҡорт йәштәре Шүлгәнташ мәмерйәһе, Нөгөш һыуһаҡлағысы, Торатау кеүек Башҡортостандың иң күркәм урындарына сәйәхәт ҡыла аласаҡ.

Бөгөн Ҡоролтай офисында үткән осрашыуҙа тап ошо саралар тураһында һүҙ барҙы. Ҡоролтай етәксеһе Данир Ғәйнуллин Ассоциация рәйесе Байрас Азаматов һәм «Евразия» халыҡ-ара йәштәр форумында «Минең төбәгем» проектын тормошҡа ашырыуға 100 мең һумлыҡ грант отҡан Айзилә Мөлөкова менән осрашты.

Унда  башлыса Ҡоролтай менән берлектәге эшмәкәрлек, алдағы йылға планлаштырылған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында йәштәрҙең ҡатнашыуын тәьмин итеү, рухлы йәш шәхестәребеҙҙең матур проекттарын ғәмәлгә ашырыуға ярҙам итеү зарурлығы тураһында һүҙ барҙы.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *