Төньяҡ амурҙары иҫтәлегенә

табынҒафури районында башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуына арналған «Ата-бабалар рухына лайыҡлы булайыҡ» тигән мәҙәни-тарихи фестиваль үтте. Сара энтузиаст, хәрби-тарихи реконструкция менән етди шөғөлләнгән Илдар Шәйәхмәтовтың инициативаһы буйынса эшләнгән «Төньяҡ амурҙары» һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды.

Ғафури районының яңы башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтың йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә иғтибар бүлеүе ҡыуандыра. Легендар хәрби етәксе Ҡаһым Мырҙашевтың (Ҡаһым түрә) тыуыуына 240 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәлдә уҡыусылар ҙа, йәштәр ҙә күп ҡатнашты.

Ә Ҡаһым Мырҙашевҡа республикалағы тәүге һәйкәлде беҙ уның тыуған ере – Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында һалғайныҡ. Аҡһаҡалдар ҡоро етәксеһе Велмир Хәйбрахман улы Аҙнаев, ғалим-этнограф Рим Зәйниғәбит улы Йәнғужин һәм мин был эштең инициаторҙары булдыҡ, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин.

Просмотров (14)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *