Вәлиди уҡыуҙары маҡсатына өлгәште

Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында үткән “XXIII Вәлиди уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларҙы уртаҡ уй һәм берҙәм маҡсат берләштерҙе. Республиканың 24 район һәм ҡалаһынан килгән 90-ға яҡын уҡыусы үҙенең ғилми-тикшеренеү эше менән тарихыбыҙҙы, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе. Просмотров (13)
Продолжить чтение…