Вәлиди уҡыуҙары маҡсатына өлгәште

Валиди укыузарындаИшембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында үткән “XXIII Вәлиди уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларҙы уртаҡ уй һәм берҙәм маҡсат берләштерҙе. Республиканың 24 район һәм ҡалаһынан килгән 90-ға яҡын уҡыусы үҙенең ғилми-тикшеренеү эше менән тарихыбыҙҙы, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын билдәләүгә әҙерлеккә ярашлы, төбәктең Мәғариф министрлығы, ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы һәм Ишембай районы хакимиәте менән берлектә үткәрелгән быйылғы Вәлиди уҡыуҙары бөгөнгө йәштәрҙең ғилми-тикшеренеү эше аша үҙ ҡарашын еткерә белеүе, илһөйәр сығыштары менән иҫтә ҡалды.

Ҡалалағы берҙән-бер башҡорт мәктәбенә – мәшһүр яҡташыбыҙ исемен йөрөткән 2-се гимназия-интернатҡа ингән ерҙә Әхмәтзәки Вәлиди бюсы ҡаршы ала. Рухлы сара күмәкләп һәйкәлгә сәскә һалып, иҫтәлеккә фотоға төшөүҙән башланып китте. Гимназия уҡыусылары ҡунаҡтарҙы туған телдә ялҡынлы телмәр тотоп, ихлас хөрмәт менән ҡаршыланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе, тарихсы Азат Ярмуллин, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире Әхәт Сәлихов, ошо уҡ үҙәктең Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте бүлеге мөдире Марсиль Фәрхшатов, БДУ-ның Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафед­раһы доценты Нурислам Ҡалмантаев, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының тарих факультеты деканы Наталья Мысляева, тарих фәндәре кандидаты Ләйсән Йосопова, политология фәндәре кандидаты Ләйсән Рәхимҡолова, Көҙәндәге Әхмәтзәки Вәлиди музейы директоры Илдус Шәйәхмәтов, уҡытыусылар Гөлнур Аҙнабаева, Андрей Бабушкин һәм Рәйсә Мөхәмәтоваға уҡыусыларҙың эштәрен баһалау ышанып тапшырылды.

Бөтәһе ете секция эшләне. Уларҙың атамаларынан да ғилми-тикшеренеү эштәренең йөкмәткеһен, тәрәнлеген күҙалларға була ине: “Ә. Вәлиди ту­раһында уҡыусылар ижады”, “Баш­ҡортостан Республикаһын булдырыу нигеҙендә”, “Бер фото тарихы”, “Ә. Вәлиди арҡаҙаштары” һәм башҡалар.

Конференцияның тәбрикләү өлөшөн тарихи күренеш асып ебәрҙе. 1917 йыл­дың 15 ноябре. Ырымбур. Каруанһарай. Вәлиди, Бабич, Манатов, Бикбауов кеүек тарихи шәхестәр ролендә – гимназияның өлкән класс егеттәре. Шул осорҙағы ҡапма-ҡаршылыҡтар, халыҡтың кем һүҙенә ышанырға белмәй ҡаңғырыуы, башҡорт ҡоролтайы, Вәлидиҙең тарихи фарманы – ошо ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырҙы уҡыусылар. Тап әлеге фарман менән Башҡорт үҙәк шураһы Баш­ҡортостан автономияһын иғлан итә. Башҡорт халҡы миллионға яҡын ҡорбан биреп яулаған Автономиялы республика Совет власы тарафынан 1919 йылдың 23 мартында ғына таныла. Ошолар хаҡында Вәлиди, Бабич һүҙҙәре аша еткергән уҡыусыларҙың рухлы сығышы һоҡландырҙы.

Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Мөхйәнов сәләмләне. Ошо йылдар эсендә тыуған районында Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен мәңге­ләштереү, йәш быуынға уның шәхесен, фәнни һәм тарихи мираҫын танытыу буйынса башҡарылған эштәргә байҡау яһалды. Гимназия уҡыусыларының белем усағы данын төрлө даирәлә иҫбатлап тороуы ла – был ҙур эшкә йәш быуын индергән лайыҡлы өлөш.

– Гимназияла Вәлиди уҡыуҙары 1995 йылдан үткәрелеп килә. Унда ҡатнашҡан уҡыусылар һаны, төплө ғилми-тикшеренеү эштәре йылдан-йыл арта икән, тимәк, замандаштар өсөн милли аң, илһөйәрлек, рух төшөнсәләре буш һүҙ түгел, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин. Тарихсыларҙың Башҡортостан Республикаһын булдырыу юлында айырым бер осорға, ваҡиғаларға иғтибар йүнәлткән сығыштары ла уҡыусылар күңелендә урын тапты.

– Районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән алты уҡыусы килде. Быйыл беренсегә ҡатнашалар. Гимназия тупһаһынан уҡ рух бөркөлөп тора. Балаларҙың ҡыйыу, оҫта сығышы һоҡландырҙы, милли белем усаҡтары тап ошондай булырға тейештер, – тип фекере менән уртаҡлашты Ейәнсура районы Яныбай мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Ҡотошова.

Секциялар эше, ундағы һәр сығыш ҙур иғтибарға лайыҡ. Уҡыусылар абруйлы ғалимдарҙың һорауҙары алдында ла юғалып ҡалманы, бөгөнгө күҙлектән сығып, тарихи ваҡиғаларға шәхсән фекерен дә төплө еткерә белде. Ишем­байҙың Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыу­сылары Алһыу Вәхитова, Роберт Горбунов, Гөлсәсәк Шәрипова, Хәйбулла районының Подольск мәктәбенән Ирек Илбаҡтин, Баймаҡ районының Йомаш мәктәбенән Наҙгөл Фазуллина, Әлшәй районының Раевка мәктәбенән Алгиз Гәрәев, Федоровка районының Бала-Сытырман мәктәбенән Нур Тимерәев, Ейәнсура районының Байыш ауылынан Карина Йәркәева, Бөрйән районының Байназар мәктәбенән Лиана Ишбулатова – былар беренсе урын менән билдәләнгән уҡыусылар ғына, ә тағы күпме ҡыҙыҡлы эҙләнеүҙәр, асыштар сағылды эштәрҙә!
“Үҙ уйының” тип аталған зирәктәр ярышында иһә быйыл 17 команда ҡатнашты, финалға бишәүҙе үтте. Хужалар ҡыҙыу ярышта быйыл да алдынғылыҡты бирмәне, икенсе урында – Әлшәй, өсөнсөлә – Күмертау командаһы.

– Вәлиди уҡыуҙары маҡсатына өлгәш­те. Йәш быуынды бөйөк ғалим, сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың, уның арҡаҙаштарының тарихи-мәҙәни һәм фәнни-сәйәси мираҫын өйрәнеүгә йәлеп итеү, һәләтле уҡыу­сы­лар­ҙы асыҡлау һәм үҫтереү, илһөйәрлек рухы тәрбиәләү бурысын бөгөн тәү сират­та тел һәм әҙәбиәт, тарих уҡытыу­сылары атҡара. Иңебеҙҙәге ҙур яуап­лы­лыҡ был, – тине гимназия директоры Әлфис Фәй­зуллин уҡыусыларҙы бүләкләү мәлендә.

Конференцияның фәнни кимәлен, өлгөлө ойошторолоуын билдәләп, сарала ҡатнашыусылар резолюция ҡабул итте.

Ошо йылдар эсендә йәштәрҙең Вәлиди уҡыуҙарында тәҡдим иткән ғилми-тикшеренеү эштәре айырым баҫма булып донъя күрергә хаҡлы. Был, берҙән, уларҙың тырышлығына баһа булып, артабан күптәрен ошо йүнәлештә үҫергә ҡанатландырһа, икенсенән, Башҡортостан тарихында ҙур роль уйнаған шәхестәребеҙ хаҡында бөртөкләп туплаған мәғлүмәттәр замандаштарыбыҙға китап рәүешендә хеҙмәт итер ине.

Көҙән ауылында Вәлиди музейы фондын тулыландырыу, мәшһүр ғалим исемен йөрөткән 2-се башҡорт гимназия-интернатының һәм ошондағы мәктәп музейының матди-техник базаһын нығы­тыу, тел белгестәре ярҙамында Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Ибн Фаҙлан яҙмалары”н рус телендә баҫтырыу, республика буйынса Әхмәтзәки Вәлиди бюстарын, һәйкәлдәрен тейешле тәртипкә килтереү хаҡындағы тәҡдимдәр ҙә резолюция ҡарары булып теркәлде.

Эльвира Әлмөхәмәтова,

Ишембай ҡалаһы.

Саранан фотоларҙы ошонда ҡарарға мөмкин.

 

 

Просмотров (19)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *