Журналистарҙы һөнәри байрамы менән!

9«Хөрмәтле матбуғат хеҙмәткәрҙәре, журналистар!

Һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым.

Сараны нисек үткәреүең мөһим түгел, уны журналистарҙың нисек яҡтыртыуы мөһим, тиҙәр. Был шаяртыу, әлбиттә.

Әммә киң мәғлүмәт сараларының әһәмиәтен, һүҙ көсөн, тел ҡөҙрәтен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ.

Йәмғиәт өсөн кәрәкле эшегеҙҙә уңыштар!», – тип мөрәжәғәт итте Матбуғат хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү сараһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен өлгөлө ҡулланыу, туған телде үҫтереүгә, башҡорт рухиәтен һаҡлауға тос өлөш индергән редакцияларҙы тәбрикләне.

Бынан тыш, Ҡоролтай менән әүҙем эшләгәне өсөн «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы мәғлүмәт программалары баш редакцияһының координациялау бүлеге етәксеһе Алһыу Тузбәкова, «Юлдаш» радиоһының мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе Зөһрә Арсаева һәм «Башҡортостан» гәзитенән бүлек мөдире Лариса Абдуллина махсус Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған сараға бөтөн республиканан йөҙҙән ашыу матбуғат хеҙмәткәре йыйылды. Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Журналистар союзы тарафынан ойошторолған байрамда журналистарҙы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, республика министрлыҡтары, Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡотланы, үҙ һөнәрендә етди уңыштарға өлгәшкән ҡәләм оҫталарына Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Саранан фотоларҙы ошонда ҡарарға мөмкин.

Просмотров (11)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *