Сибайҙар көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште

Сибай йәмәғәтселәре «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы»на етди тәҡдимдәр индерҙе. Башҡорт милләтенең киләсәген билдәләйәсәк документ проекты һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек мәсьәләләре бөгөн Сибайҙа үткән ҡала башҡорттары ҡоролтайы ултырышында тикшерелде. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе Данир Ғәйнуллин, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, урындағы башҡарма комитет ағзалары,  Ағинәйҙәр, Аҡһаҡалдар […]
Продолжить чтение…

 

Ҡаһарман осоусы Ғәли Ишмырҙин иҫтәлегенә – көрәш турниры

19 ғинуарҙа ҡаһарман осоусы, республикабыҙҙа башлап осоусылар мәктәбен ойошторған яҡташыбыҙ Ғәли Ишмырҙин призына көрәш буйынса «Мең ырыуының йәш батыры» төбәк турниры үтә. Йәш көрәшселәр Ауырғазы районы Мораҙым ауылында йыйыла. Просмотров (25)
Продолжить чтение…

 

Ҡурған башҡорттарына иғтибар кәрәк

Ҡурған башҡорттары көнитмешенә зарланмай, тырыш, егәрлеләр. Әммә башҡорт телен, йолаларҙы, мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыуы бөгөнгө шарттарҙа еңелдән түгел. Был йәһәттән Башҡортостандан етди ярҙам кәрәк. Шулай тип белдерҙе бөгөн Ҡоролтайҙа үткән осрашыуҙа Ҡурған өлкә башҡорттары Башҡарма комитеты рәйесе Ильяс Йомабай улы Бәҙретдинов. Просмотров (23)
Продолжить чтение…

 

Ғәйнә башҡорттары тарихы — таҡтаташта

Ғәйнә ырыуына арналған 3 тажлы, 6 ҡырлы стела яҡын арала «Өфө – Пермь» трассаһында урын аласаҡ. Был хаҡта бөгөн Өфөгә эш сәфәре менән килгән Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Тимерғәзи улы Мөхәмәтйәнов белдерҙе. Просмотров (7)
Продолжить чтение…