Сибайҙар көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште

залдаСибай йәмәғәтселәре «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы»на етди тәҡдимдәр индерҙе. Башҡорт милләтенең киләсәген билдәләйәсәк документ проекты һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек мәсьәләләре бөгөн Сибайҙа үткән ҡала башҡорттары ҡоролтайы ултырышында тикшерелде.

Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе Данир Ғәйнуллин, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, урындағы башҡарма комитет ағзалары,  Ағинәйҙәр, Аҡһаҡалдар ҡоро, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

ааа«Эшлекле, конструктив һөйләшеү булды, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, – тип хәбәр итте урындан Ҡоролтай етәксеһе Данир Ғәйнуллин. – Сибай ҡоролтайы рәйесе Ирек Бикмәтов уҙған йылдағы эштәргә йомғаҡ яһаны. Милли мәғариф, матбуғат, ер мәсьәләре буйынса Өфөнән килгән ҡунаҡтар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитет ағзалары Рәйсә Күзбәкова, Буранбай Күсәбаев, «Киске Өфө» гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева сығыш яһағандан һуң йәнле һөйләшеүгә күстек».

Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, Сибай халҡы мәктәптәрҙә уҡытыу системаһын камиллаштырыу, ҡоролтай эшмәкәрлеген йәнләндереү, мәктәптәрҙе автобустар менән тәьмин итеү, Алтын ҡасабаһында белем усағын төҙөү кеүек мәсьәләләрҙе күтәргән.

Урал аръяғының баш ҡалаһы иҫәпләнгән ҡалала бихисап башҡорт йәмәғәт ойошмалары эшләп килә. Әммә уларҙың юридик статусы булмауы арҡаһында йәмәғәтселәр конкурстарҙа ҡатнаша, гранттарға дәғүә итә алмай. Был мәсьәлә лә ултырышта һыҙыҡ өҫтөнә алынған.

«Һаҡмар һайлау округы депутаты булараҡ Гөлнур Ҡолһаринаға ла һорауҙар күп булды. Бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалдырылмаясаҡ. Депутат һәр һорауҙы теркәп барҙы, һуңынан хәл итеү юлын ҡараясаҡ», – тип билдәләне Данир Ғәйнуллин.

Просмотров (38)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *