Ҡаһарман осоусы Ғәли Ишмырҙин иҫтәлегенә – көрәш турниры

ишмурзин19 ғинуарҙа ҡаһарман осоусы, республикабыҙҙа башлап осоусылар мәктәбен ойошторған яҡташыбыҙ Ғәли Ишмырҙин призына көрәш буйынса «Мең ырыуының йәш батыры» төбәк турниры үтә.
Йәш көрәшселәр Ауырғазы районы Мораҙым ауылында йыйыла.

«Турнирға башлыса Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө, Шишмә һәм Әлшәй райондары спортсылары саҡырылды. Сараның маҡсаты – йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа, спортҡа ылыҡтырыу, шул иҫәптән тамырҙарына, тарихына һөйөү уятыу», тип хәбәр итте Меңлеләр ҡоро етәксеһе Әхнәф Тимербулатов.

Кем ул Ғәли Ишмырҙин?

Тағы бер серле үлем һәм онотолоуға дусар ителгән шәхес. Уны заманында “Күк йөҙө аллаһы” тип йөрөткәндәр. Әгәр архивтарҙа документтар һаҡланмаһа һәм ихлас дуҫтары булмаһа, беренсе совет летчигы Ғәли Мөхәмәтйән улы Ишмырҙиндың исеме авиаторҙар араһында ғына телгә алыныр ине…

Олонан да оло шәхес ул. Ғәли Ишмырҙин тәрбиәләп үҫтергән летчиктарҙың 24-е Советтар Союзы Геройы, ә Муса Гәрәев хатта — ике тапҡыр Герой!
Ошондай ир-уҙамандың исеме бер ҡайҙа ла телгә алынмай. Әгәр уҡыусылары Глеб Баранов менән Надежда Извековалар был шәхестең исемен күтәреп сыҡмаһа, аҙағыраҡ Ғәзим Шафиҡовтың әрнеүле мәҡәләһе донъя күрмәһә, уның хаҡында бер ни ҙә белмәҫ инек. Муса Гәрәев менән Глеб Баранов уның тол ҡалған ҡатынына фатир юллап хат яҙа. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына яҙған хатта ошолай тип әйтелә: “Ғәли Мөхәмәтйән улының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ул бөтөн башҡорт летчиктарының кәңәшсеһе һәм уҡытыусыһы булды, уның хеҙмәтенең онотолоуы үкенесле”.

Ғәли Ишмырҙин 1903 йылда Ауырғазы районының Иҫке Мораҙым ауылында тыуа. Үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына яҙыла. Ырымбур летчиктар мәктәбен тамамлай. Башҡортостан хөкүмәте юллауы буйынса республика­быҙға ҡайта. Уны Башҡортостан “Осоавиахим”ы Үҙәк Советының хәрби летчиктар мәктәбе начальнигы итеп билдәләй. Хөкүмәт “Йәштәр, самолетҡа!” тигән саҡырыу ташлағас, бик күптәр “Осоавиахим”ға ағыла. Ғәли Ишмырҙин Ағиҙел йылғаһы аръяғында аэродромды ипкә килтереүгә күп көс һала.
Был хәрәкәттә Башҡортостан бик күп рекорд яулай. Әммә 1937 йылда Ғәли Ишмырҙинды ҡулға алып, туҡмап, язалап төрмәлә тоталар. Уның өсөн иң ауыр яза илгә хыянат итеүҙә ғәйепләү була. Һорау алғанда ошондай ғәйеп ташлағас, хәлһеҙ саҡ торған Ғәли бабайым һуғышырға ташлана. Был хаҡта һорау алыу­сылар үҙҙәре аптырап һөйләй. Өҫтәүенә уны милләтселектә ғәйепләйҙәр. Баҡһаң, уҡыусы­лары араһында Муса Гәрәев кеүек башҡорт егеттәре күп булған икән.
Бер аҙҙан Ғәли Ишмырҙинды төрмәнән сығаралар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бронь бирәләр. Ул бөтөн авиаклубтарға етәкселек итә башлай. 1942 йылда ул майор дәрәжәһе ала. Әммә күп тә үтмәй Стәрлетамаҡ күгендә самолеты ауып төшә. Илебеҙгә бихисап Советтар Союзы Геройы, летчик биргән остаздың ғүмере 39 йәшендә генә шулай өҙөлә.

 

Просмотров (11)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *