Ҡурған башҡорттарына иғтибар кәрәк

IMG_7302Ҡурған башҡорттары көнитмешенә зарланмай, тырыш, егәрлеләр. Әммә башҡорт телен, йолаларҙы, мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыуы бөгөнгө шарттарҙа еңелдән түгел. Был йәһәттән Башҡортостандан етди ярҙам кәрәк.

Шулай тип белдерҙе бөгөн Ҡоролтайҙа үткән осрашыуҙа Ҡурған өлкә башҡорттары Башҡарма комитеты рәйесе Ильяс Йомабай улы Бәҙретдинов.

«Һәүәҫкәр артистарыбыҙға милли кейем талап ителә. Аҙналы мәктәбендә башҡорт халҡының тарихын, бай мираҫын сағылдырған этнографик музейыбыҙ урынлашҡан. Әммә мәктәп хәҙер йылытылмай, музей экспонаттары өсөн борсолам», – тип күңелен өйкәгән проблемалары менән уртаҡлаша Ильяс Йомабай улы.

IMG_7270Башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе лә айырым иғтибарҙы талап итә. Ҡоролтайҙың тырышлығы менән Сафакүл мәктәбендә ул факультатив рәүешендә алып барыла. Һарт-Әбдрәштә башҡорт телен уҡытыу планлаштырылған.

«Телде һаҡлау өсөн төрлө саралар ойошторорға тырышабыҙ. Йыл һайын өлкә кимәлендә шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтә. Туған телен мәктәптә өйрәнмәһәләр ҙә, балалар әүҙем, рухланып башҡорт телендә шиғыр уҡыуҙарына хайран ҡалабыҙ», – ти Ильяс Йомабай улы.

Ҡурған башҡорттары үткәргән «Сыңрау торна» мәҙәниәт фестивале лә өлкәнең традицион байрамына әүерелгән.

 

Белешмә өсөн.

Ильяс Бәҙретдинов Сафакүл районының Абылтай ауылында тыуып үҫкән. Троицк медицина институтында вете­ринарға уҡыған. Хәрби хеҙмәттән һуң тыуған ауылында “Еңеү байрағы” колхозында эшләй, 2004 йылдан Һөлөклө ауыл Советы рәйесе була. 2011 йылдан – Сафакүл районы хакимиәтендә. 2014 йылдан башҡорт йәмәғәт ойошмаһын етәкләй.

Просмотров (25)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *