Ырымбурҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтә

ОренбургБашҡортостан дәүләтселегенең бишеге Ырымбурҙа – Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре!

Сәйәси ваҡиғалар шаһиты булған, Зәки Вәлиди, Шәйхзада Бабич, Сәғит Мерәҫов эҙҙәрен һаҡлаған  ҡалала Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы юғары кимәлдә билдәләнә.

8 февралдә М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрында (Совет урамы, 26) билдәле ғалимдар ҡатнашлығында ҡоролтайҙың пленар ултырышы һәм Башҡортостандың ижади коллективтары әҙерләгән оло тамаша ҡаралған.

Ҡоролтай делегаттары иртән сәғәт 10-да йыйыла.

Концерт 14-30 сәғәттә башлана. Тамашаға теләге булған һәр кем үтә ала. Инеү бушлай.

Сара Каруанһарайға сәфәр менән тамамлана.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *