Өфөлә иң яҡшы уҡытыусылар билдәләнде

Габитова1«Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2019»һәм «Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019» һөнәри оҫталыҡ конкурстары тамамланды.
Сараның маҡсаты – алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, һөнәри үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу.


«Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2019» конкурсында абсолют еңеүсе исемен 47-се гимназияның иҡтисад уҡытыусыһы Ирина Хисмәтуллина яуланы, ә «Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019» бәйгеһендә иһә 7-се урта мәктәптән Гөлшат Ғәбитова алдынғылыҡты бирмәне.

G21u-8BaDJI«Педагогик дебют» номинацияһында – 160-сы лицейҙың һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Ангелина Тимирова, ә «Педагогик өмөт» номинацияһында (башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында) 103-сө мәктәптән Зөлфиә Иҫәнбаева еңеү яуланы.

«Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш3арма комитеты рёйесе Данир Ғәйнуллиндан иҫтәлекле бүләктәр алды.

Бәйгелә бөтәһе 17 фән буйынса 66 уҡытыусы ҡатнашты. Улар араһында — 27 йәш уҡытыусы. Дүртенсе йыл рәттән йәш уҡытыусыларға ярҙам итеү маҡсатында «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыусыларға — «Педагогик дебют», «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсанттары өсөн «Педагогик өмөт» номинациялары булдырылды.
22 йыл дауамында «Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы» ҡала конкурсында 2,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, 600-ҙән күберәк уҡытыусы лауреат исемен алды. Өфө уҡытыусылары 19 тапҡыр «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы еңеүселәре булды.

Просмотров (21)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *