«Берләшәйек!» 

 

айык ауыл– Ауыл халҡына эш кәрәк. Әммә эскелектән арынмай тороп, эшҡыуарлыҡты башлап китеп булмай, – тип, милләтебеҙгә янаған төп бәләне билдәләне Баймаҡ районының Байыш ауылынан Азат Хамматов. – Ауылдарҙы үҫтерерлек проекттар, шул уҡ эшҡыуарлыҡ та, айыҡ платформала башланырға тейеш.

Егеттәр был эштә халыҡ менән берләшеп, йәмәғәт ойошмаларының бер төптән эшләү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уларҙың тәҡдимен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комиеты рәйесе Данир Ғәйнуллин да хуплап ҡаршы алды.

Ҡоролтай рәйесе маҡсаттың уртаҡ булыуын билдәләп, йәмәғәт ойошмаһы ҡарамағында айырым комиссия төҙөргә һәм эскелеккә ҡаршы эш алып барған егеттәргә уның әүҙем ағзалары булырға тәҡдим итте.

– Ҡоролтайҙың киң билдәле «Айыҡ ауыл» проекты бар ине. Уны киңәйтеп, үҙебеҙгә кәрәк форматта дауам итәйек. Беҙ проект сиктәрендә үткән акцияларҙы финансларға әҙер, – тип белдерҙе Данир Әхмәҙи улы. – Акцияла еңгән ауылдарға мәҙәниәт усаҡтары өсөн – музыкаль аппаратура, спорт залдары өсөн инвентарь вәғәҙә итергә мөмкин.

Ултырыш Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2011-2014 йылдарҙа тормошҡа ашырылған «Айыҡ ауыл» проектының положениеһын ҡарап сығырға, үҙгәрештәр индерергә, йыллыҡ саралар планы төҙөргә тигән тәҡдим менән тамамланды.

Киләһе йыйылыш положение, документтар әҙер булғас, яҡын арала үтәсәк.

 

Ултырыштан фотоларҙы ошонда ҡарарға мөмкин.

Просмотров (15)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *