Ҡоролтай «Башҡорт ғаиләһе – 2019» видеоконкурсында ҡатнашырға саҡыра

videokonursБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 Март –  Башҡорт ғаиләһе көнөнә ҡарата интернет-конкурс иғлан итә.

Аҫыл башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш?

Әйҙәгеҙ, бергәләп билдәләйек.

Балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан; халҡыбыҙ тарихын һаҡлауға, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән, йолаларҙы тотҡан, милли кәсептәрҙе тергеҙгән, башҡаларҙы ла был эшкә йәлеп иткән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған һәм үҙ өлгөһөнә эйәртә алған рухлы ғаиләләрҙе ошо конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Милләттәштәребеҙ араһында маҡтауға лайыҡ һәм башҡаларға өлгө булған дан ғаиләләребеҙ байтаҡ. Әйҙәгеҙ, уларҙы бар ғаләмгә күрһәтәйек! Бындай ғаиләләрҙе күтәрәйек, баһалайыҡ, уларҙың йәшәү рәүешен хуплайыҡ!

«Башҡорт ғаиләһе  –  2019» видеоконкурсына рәхим итегеҙ!
Ярышта һәр башҡорт ғаиләһе* ҡатнаша ала. Баһалама ағзалары тарафынан иң шәп тип табылған ғаиләгә  –  телевизор!
Интернетта иң күп «лайыҡ» йыйған, йәғни тамашасы һөйөүен яулаған өлгөлө ғаиләне лә матур бүләк көтә.
*Интернет-конкурс Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә (https://vk.com/ik_vkb) бара.
Видеояҙмаларҙы (3-5 минут) төркөмдөң махсус бүлегендә урынлаштырырға кәрәк.
Эштәр 27 февралгә тиклем ҡабул ителә.
Еңеүсе ғаилә тураһында мәғлүмәт 1 Март  –  Башҡорт ғаиләһе көнөндә Ҡоролтай сайтында һәм уның социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә ҡуйыласаҡ.

 

* Иҫкәрмә: 2017-2018 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән «Матур ғаилә – ил ҡото» һәм «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» асыҡ республика конкурс-фестивалдәрендә ҡатнашҡан ғаиләләр «Башҡорт ғаиләһе  –  2019» конкурсында  ҡатнаша алмай.

* Конкурста ҡатнашыусыларҙың Ҡоролтайҙың «Бәйләнештә»  социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә ағза булып тороуы мотлаҡ!

 

Просмотров (67)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *