Муллайән Халиҡовтың яҡты иҫтәлегенә

Халиков МуллаянБашҡортостан Республикаһының 100 йыллығы сиктәрендә республикала «Халиҡов уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә.

8-11 класс уҡыусылары ике этаптан торған һынау үтә. Тәүҙә 23 февралгә тиклем 3 биттән артмаған ғилми-тикшеренеү эштәрен ойоштороусыларҙың электрон адресына ебәрергә кәрәк: ZilyaRav@mailru.

Һайлап алынған эштәрҙең авторҙары 25 мартта 1-се Бүздәк мәктәбенә саҡырыла.

Конференция тураһында тулы мәғлүмәтте положениенан ҡарарға мөмкин.

Ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты, БашДУ, Бүздәк район хакимиәте.

Муллайән Халиҡов – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре, сәйәси золом ҡорбаны. 1894 йылдың 4 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙерге Бүздәк районы) Аҡтау исемле башҡорт ауылында тыуған.
М. Халиҡов хеҙмәт юлын башланғыс мосолман мәктәбе уҡытыусыһы, китапханасы булып башлай. Темәстә алты йыллыҡ Башҡорт башланғыс училищеһында уҡытҡан осорҙа ул Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә.
1922 йылда М. Халиҡовҡа Оло Башҡортос­тан хөкүмәте рәйесе вазифаһын ышанып тапшыралар. 1925 йылдың аҙағында ул Мәскәүгә эшкә китә. РСФСР финанс комиссариатының Бюджет идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 1937 йылдың 25 июлендә Халиҡов, совет власына ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, НКВД органдары тарафынан ҡулға алына. Ике айҙан һуң Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов СССР Юғары Советының Хәрби коллегияһы ҡарары буйынса атыла. Егерме йыл үткәс, 1958 йылдың 28 ғинуарында, шул уҡ Коллегияның ҡарары менән аҡлана…

Просмотров (20)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *