«Башҡорт ғаиләһе – 2019» конкурсы еңеүселәре билдәләнде

ИсяновтарМатур ғаилә – ил ҡото. Ошо хәҡиҡәтте раҫлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы өс йыл элек 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан иткәйне.

Шөкөр, был башланғысты халыҡ та дәррәү күтәреп алды.

Ике йыл рәттән киң күләмле республика фестивале ойошторолоп, Башҡортостандың өлгөлө ғаиләләре Өфөнөң оло сәхнәһенә – “Башҡортостан” концерт залына сыҡты.

Балаларында  милли рух тәрбиәләгән, әҙәп-әхлаҡты өҫтөн ҡуйған, милли кәсептәрҙе үҫтергән, башҡорт мәҙәниәтен юғары кимәлгә күтәргән иманлы ғаиләләрҙе бөтөн республика халҡы күрә алды.

Тәүге йылда “Йкурултай семья праздникәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһының, диндең, халыҡ йолаларының, мәҙәниәттең һәм әҙәбиәттең роле” темаһына арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.

Быйыл иһә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына етди әҙерлек башланыуы арҡаһында фестиваль урынына интернет конкурс ҡына ойошторолдо.

1 Март –  Башҡорт ғаиләһе көнөнә ҡарата Ҡоролтайҙың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә үткән бәйге бик матур һөҙөмтәләр бирҙе. Йәмәғәт ойошмаһына илһөйәр, телһөйәр балалар үҫтергән өлгөлө ғаиләләр тураһында күп видеояҙмалар килде. Эштәрҙе халыҡ ҡарай, баһалай, “лайыҡтар” ҡуя.

Аҫыл башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш?

Быны жюри ағзалары ошолай асыҡларға тырышты:

– Балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләгән,

– туған телдә иркен аралашҡан;

– халҡыбыҙ тарихын һаҡлауға, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән,

– йолаларҙы тотҡан,

– милли кәсептәрҙе тергеҙгән, башҡаларҙы ла был эшкә йәлеп иткән,

– сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған һәм үҙ өлгөһөнә эйәртә алған.

Милләттәштәребеҙ араһында маҡтауға лайыҡ һәм башҡаларға өлгө булған дан ғаиләләребеҙ байтаҡ. Уларҙы бар ғаләмгә күрһәтеү ине Ҡоролтайҙың бурысы.

Конкурс эштәрен барлап, ҡайһы берәүҙәрен айырып билдәләп үтергә мөмкин.

Мәҫәлән, Күмертауҙан Рахманғоловтар “Олатайға – ҡунаҡҡа” тигән видеояҙма әҙерләп ебәргән. Быуындар күсәгилешлеген, йәш быуынға ололарҙың ни ҡәҙәр күп бирә алыуын  күрһәтеүгә өлгәшкәндәр. Һандыҡ, һандыҡ эсендә һаҡланған һөлгө-таҫтамалдар, миҙалдар, һырлап биҙәлгән сәңгелдәк, балаларҙың олатаһы, өләсәһе менән бергәләп күңел асыуы, барыһының да милли кейемдә йәиһә милли биҙәүестәрҙә булыуы – матур күренеш.

Тал сыбығынан кәрзин үргән Илдус Ғәзизовтың ғаиләһен дә айырым телгә алып үтергә кәрәк. Ябай ғына видеояҙма. Әммә бәйләм бәйләп, ҡыҙын – сигергә, улдарын ситән үрергә өйрәтеүҙәре, шунда уҡ йырлашып ултырыуҙары бер ҙә яһалма түгел. Асылыкүл буйында Алға ауылында йәшәгән ғаиләнең Мең башҡорттары диалектында һөйләшеүе лә күңелгә ятты.

Тапҡан әсәй түгел, баҡҡан әсәй!

Конкурста ҡарауға, уллыҡҡа балалар алған бихисап ғаилә ҡатнашты. Башҡорт халҡы ни тиклем киң күңелле! Милләттәштәребеҙ ауырлыҡтан ҡурҡып тормаған. Матур тәрбиә биреүҙән тыш, башҡорт мөхитендә үҫтереп, телгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләй алыуҙары һоҡландыра.

Бына улар: Әбйәлил районы Буранғол ауылынан Усмановтар, Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Фәнүзә һәм Айрат Суриндар, Яңы Украинканан Гөлсәсәк һәм Руслан Ғәниевтар, Татыр-Үҙәктән Мөхәмәтовтар, Маҡандан Килдебаевтар, Баймаҡ районы Йәнйегет ауылынан Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар, Ырымбур өлкәһенән Сарбаевтар.

Ырымбур өлкәһе Александровка районы Иҫәнгилде ауылынан Ғәли менән Рәйсә Сарбаевтарҙың ғаиләһен беҙ рухлы, татыу, шәп ғаилә тип беләбеҙ. Улар йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, Башҡорт йыйындарын ойоштороуға эскерһеҙ ярҙам итәләр.

Конкурста ҡатнашҡан йәш ғаиләләрҙең балаларына рухлы тәрбиә биреүен күреп һөйөндөк. Бәләкәстәр башҡорт телендә аралаша, шиғыр һөйләй, бейей, ата-әсәһе менән төрлө сараларҙа ҡатнаша.

Өфөнән Айгөл һәм Айнур Ишеғоловтар, Ливиза һәм Наил Нәбиуллиндар, Вәғиз менән Гүзәл Ҡырымсуриндар, Салауат районы Сулпан ауылынан Ғәлиуллиндар, Дүртөйлөнән Байморатовтар…

Ысынлап та, башҡаларға өлгө булырҙай ғаиләләр!

Жюри ағзалары үҙ-ара оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң 15900 тапҡыр ҡаралған һәм иң күп “лайыҡ” йыйған Сәйетғәлиндар ғаиләһен “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеүсе тип тапты. Улар Әбйәлил районы Туйыш ауылында йәшәй.

“Башҡорт ғаиләһе – 2019 “ конкурсының төп еңеүсеһе – Баймаҡ ҡалаһынан Иҫәновтар!

Улар конкурстың положениеһында күрһәтелгән бөтөн талаптарға ла яуап биргән видеояҙма әҙерләп ебәргән. Иҫәновтарға бүләккә телевизор тапшырыла.

Яҙмала балалар һәр береһе айырым-айырым сығыш яһай, иркенләп башҡортса һөйләшә. Ғаилә башлығы Артур Заһир улының ныҡлы, сынъяһау донъяһы, кәртә-ҡураһы, әсәй – Илүзә Гәрәй ҡыҙының уңғанлығы, балаларҙың хужалыҡ эштәренә йәлеп ителеүе күренеп тора. Эшлекле, ижади ғаилә. Балалары Батырйән, Ынйы һәм Матурҙы ла тыуған мөхиттә, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтерәләр.

Әйткәндәй, Иҫәновтарҙың видеояҙмаһын 17 мең 900 кеше ҡараған.

Еңеүселәрҙе, конкурста ҡатнашыусыларҙы 1 Март – Башҡорт ғаиләһе көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ. Иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә һәм ил именлеге теләйбеҙ.

Башҡортостаныбыҙ һеҙҙең кеүек ҡотло ғаиләләре менән көслө!

 

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *