Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы конкурста ҡатнашырға саҡыра

СТРАТЕГИЯV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булғың киләме? Улайһа, шәп тәҡдимдән баш тартма! Конкурста ҡатнаш!

Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)” Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһының иң яҡшы концепцияһына асыҡ конкурс иғлан итә. Авторҙарға Стратегияның иң мөһим элементтарын, төп маҡсаттарын һәм уны тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләргә кәрәк.

Конкурсҡа ебәрелгән материалдар электрон презентация формаһында булырға һәм бөтөн төп идеяларҙы сағылдырырға тейеш. Бәйгелә республика халҡы ла, Башҡортостандан ситә йәшәгән милләттәштәр ҙә ҡатнаша ала. Заявкалар 29 мартҡа тиклем ҡабул ителә.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре эксперттар советы тарафынан баһаланасаҡ, баҫылып сығасаҡ, ә иң яҡшы концепция стратегия нигеҙен тәшкил итәсәк. Йомғаҡлау проекты ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индергән авторҙарҙан тупланған команда тарафынан әҙерләнәсәк. Әүҙем авторҙар делегат булараҡ  V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына саҡырыласаҡ.

Ҡатнашырға заявка биреү, конкурстың теүәл шарттары менән танышыу йәки тәҡдимдәр индереү өсөн Стратегияның рәсми сайты: https://strategy.bashkort.org/.

Белешмә: Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы – 20−30 йылдан беҙҙең уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен тәҡдим иткән, төп эш йүнәлештәрен һәм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу алымдарын күрһәткән документ. Эшләнеп бөткән документ (уның финал проекты) һуңынан V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына раҫлауға тәҡдим ителәсәк, шулай уҡ уның яңы дәүләт программалары һәм башҡа документтарға нигеҙ итеп алыныуы ла ихтимал.

 

Участвуй в конкурсе и стань делегатом V Всемирного курултая башкир.

Международный союз общественных объединений «Всемирный курултай (конгресс) башкир» объявляет открытый конкурс на лучшую концепцию (структуру) Стратегии развития башкирского народа. Авторам необходимо определить ключевые элементы, которые будут заложены в этой стратегии, главные цели, а также механизм ее реализации.

Материалы для участия должны быть представлены в виде электронной презентации и отражать все основные идеи. В конкурсе могут принять участие как жители республики, так и соотечественники, проживающие за пределами Башкортостана.

Заявки на конкурс принимаются до 29 марта.

Все работы участников будут оценены экспертным советом, опубликованы, а лучшая концепция ляжет в основу стратегии. Итоговый проект будет разработан командой, в которую войдут авторы наиболее интересных предложений. Самые активные разработчики будут приглашены на V Всемирный курултай башкир в качестве делегатов.

Подать заявку на участие, ознакомиться с полными условиями конкурса или просто поделиться предложениями можно на официальном сайте стратегии: https://strategy.bashkort.org/.

Справка: Стратегия развития башкирского народа — это документ, предлагающий видение будущего башкирского народа через 20−30 лет, показывающий основные направления работы и способы реализации целей. Финальный проект документа впоследствии будет представлен на утверждение V Всемирного курултая башкир,  и может стать базой для новых государственных программ и других документов.

 

Просмотров (239)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *