Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – ижади йәштәр менән.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – ижади йәштәр менән 
«Ҡош юлы-2019» башҡорт бард фестивалендә ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡиммәтле бүләктәр менән тәбрикләне. 

Шиғыр яҙыусылар араһында милли ойошманың наградаһына М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, Саҡмағош ҡыҙы Алина Әхмәтшинаға, илһамланып шиғыр яҙғанда, тыуған яҡ үләндәре менән сәй эсеп алырға ла онотмаһын тип, электр сәйнүге тапшырылды. 

Сараны ойоштороусыларҙың береһе, «Башҡортмон тип күкрәгемде ҡағам» йыры авторы Альбина Шәмсетдиноваға гитара бүләк ителде. Альбинаның хитҡа әйләнгән был йырын донъяның төрлө ҡитғаларында йәшәгән башҡорттар яратып башҡара. 

Автор йәштәр ижадын юғары баһалаған өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт белдерҙе.

Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/b-t-donya-bash-orttary-oroltayy-izhadi-y-sht-r-men-n/

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *