Владимир ҡалаһында һабантуй

21 июль Владимир ҡалаһы Һабантуйында башҡорт халҡы үҙе менән таныштырасаҡ. Бының турала яңы эшләй башлаған Владимир ҡалаһы ҡоролтайы етәксеһе Лиана Әхмәтшинә хәбәр итә.

20-се тапҡыр үткәрелгән һабантуй милли байрамында ҡунаҡтар башҡорт тирмәһе менән танышып, башҡорт халҡының милли аҙыҡтарын тәмләп ҡарай аласаҡтар. Программа буйынса, сәхнәлә башҡорт халыҡ йырҙары һәм ҡурай моңдары яңғыраясаҡ.

«Владимир Һабантуйы» 21 июль 12:00 сәғәттә «Загородный» паркында башланасаҡ. 

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *