Милли-мәҙәни үҙәктәр һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән йыйылыш

16 июль «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында милли-мәҙәни үҙәктәр һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән йыйылыш үтте. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты етәксеһе Искәндәр Юлдашев ҡатнашты.

Йыйылышта Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев Халыҡтар Дуҫлығы йортоноң яңы етәксе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илгиз Зәмфир улы Солтанморатов менән таныштырҙы. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар артабан бергә эшләү буйынса пландар ҡорҙолар һәм тәҡдимдәр индерҙеләр

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *