Аҫылташ

18 — 21 июль Баймаҡ районының Граф күле янында АҪЫЛТАШ башҡорт мәҙәниәте форумы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Йәштәр, ирекмәндәр эштәре һәм спорт комиссияһы рәйесе Байрас Азаматов форумдың төп ойоштороусыһыларҙың береһе булды.

«Һәр ваҡыт кимәлде юғары тотор кәрәк. Быйылғы «АҪЫЛТАШ» үҙенең мәртәбәһен иҫбатланы. 300 ҡатнашыусы, 30 йәштәр проекты, тиҫтәләгән төбәктәрҙән йәштәр, медиаүҙәк һәм башҡорт телендә дебат уйындарын үткәреү өсөн командалар формалаштырҙы. Ҡуйылған маҡсаттарға ирештек, артабан тағы ла ҡатмарлы һәм ныҡышмалы эш тора. Был эштә тап йәштәр ярҙамы кәрәк, алда ҡулға ҡул тотошоп тағы ла яңы үрҙәр яуларға. Республикала бындай эш башҡарыу йәмәғәтселек алдында ҙур яуаплылыҡ уята. Шуға күрә, беҙҙең команда барлыҡ эштәрҙе тормошҡа лайыҡлы башҡарырға әҙер» — тине ул мәғариф майҙансығы тураһында.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *