Владимир ҡалаһында һабантуй байрамы үтте

Владимир ҡалаһында тәүге тапҡыр башҡорт халҡы ҡатнашлығында һабантуй байрамы үтте. Уның сиктәрендә яңы йәмәғәт ойошмаһы — Владимир ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының исем туйы үтте. Уның етәксеһе итеп Лиана Әхмәтшина һайланды.
Байрамда ҡунаҡтар башҡорт халҡының тирмәһе, милли аш-һыуы, музыка ҡоралдары менән танышты. Унда Бөтә донъя ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Юлдаш Йосопов та ҡатнашты.

В г.Владимир прошёл национальный праздник Сабантуй впервые с участием представителей башкирского народа. На празднике также принял участие член Исполкома Всемирного Курултая башкир Юлдаш Юсупов. В его рамках прошла презентация новой общественной организации — Курултая башкир г.Владимир. Руководителем организации была избрана Лиана Ахметшина. На празднике гости смогли познакомиться с башкирской юртой, национальными блюдами, музыкальными инструментами, костюмами.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *