Ағинәйҙәр ҡор йыйҙы!

3 августа бар республиканың ағинәйҙәре Ғафури районы Имәндәш ауылы эргәһендәге Уҡлы ҡая яланында Башҡортостан Республикаһы автономияһының 100 йыллығына, Бөтә донъя фольклориадаһына арналған сираттағы йыйынын үткәрҙе. Сарала республиканың 44 районынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән Пермь крайынан ағинәйҙәр ҡатнаша. 

Байрамда ҡатын-ҡыҙҙар милли кейем, ризыҡтар буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, башҡорт милли йолалары ла тәҡдим ителде.

Ҡайһы бер иң әүҙем ағинәйҙәргә – район ҡоролтайҙары башҡарма комитеты ағзаларына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары Сәлиә Мырҙабаева һәм Лариса Абдуллина наградалар һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Йыйын Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары – Ғафури районы хакимиәте менән берлектә ойошторолдо.

Йыйындан бер аҙ күренештәр ошонда: https://vk.com/album-109622739_265291471

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *