«Айыҡ ауыл» проекты буйынса хәбәрҙәр!

Бөгөн Ейәнсура районы Байдәүләт ауылы конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ауылда үткән йыйылышта халыҡ үҙе ошо теләген еткерҙе. Ҡоролтай Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, район хәкимиәте башлығы Дәмин ЮлановБайдәүләттә йәшәүселәр менән әңгәмәләште, проектта ҡатнашыу буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. 

Дәмин Марат улы ауыл халҡының был аҙымын хуплай: «Бөгөн Байдәүләт ауылы халҡы менән осраштым. Йыйылышта «Айыҡ ауыл» проекты буйынса һорауҙар күтәрелде. Бындай конкурстар айыҡ йәшәү образын пропагандалауға ярҙам итә. Ошондай эш хакимиәт, һаҡлау органдары һәм йәмғиәтте берләштерә. 

Иң мөһиме — кешеләрҙә айыҡ тормош ҡороу теләге барлыҡҡа килә. Беҙҙең бурысыбыҙ — яҡшы башланғысҡа ярҙам итеү. Конкурста ҡатнашыусы ауылдарҙың һәр береһенә республика этабына үтеүҙе теләйем»,— тип яҙа ул социаль селтәрендә.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *