Хуш, «Йәйләү»-2019!

Ҡумыҙ сиртергә өйрәнергә, ҡурайҙа һыҙғырырға, дәртле көйгә баҫырға һәм, әлбиттә, саф башҡортса аралашырға.

20 көн буйы балалар башҡорт моңо, башҡорт рухына сорналып йәшәне. 
Ейәнсура районы «Ал елкән» балалар һауыҡтырыу лагерында «Йәйләү» профилле сменаһын ябыу тантанаһы үтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева йәш быуынға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә һөҙөмтәле эшләгән уҡытыусы һәм әйҙәүселәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

«Йәйләү»ҙә республика райондарынан ғына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм хатта Америка, Ҡытайҙан да балалар ял итте. Улар башҡа лагерҙағы кеүек отрядтарға түгел, ә ырыуҙарға берләшә. Һәр ырыуҙың үҙ ораны, ҡошо, тамғаһы бар. Балалар көн дә милли мәҙәниәт буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, билдәле шәхестәр менән осрашты, башҡорт бейерҙәренә өйрәнде. 

Сменаны ябыу тантанаһында һәр ырыу «Йәйләү»ҙә үҙләштергән һөнәрҙәрен күрһәтте.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *