Исеме халыҡ хәтерендә

Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылында Беренсе донъя һуғышы ветераны Аҡсулпанов Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улына арналған таҡтаташ аcылды. Тантаналы сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Фәнит Моратбаҡыев Шаһихәйҙәр Аҡсулпановтың исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәргә һәм ҡоролтайҙың әүҙем ағзаларына рәхмәт хаттары тапшырҙы. 

Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнашҡан хәрби эшмәкәр Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улы билдәле Аҡсулпановтар нәҫеленән.
Ул 1868 йылда тыуған. Ҡазан пехота юнкер училищеһын тамамлаған.
Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнаша. 
1917 йылдың декабрендә Башҡорттарҙың Өсөнсө ойоштороу (учредительный) ҡоролтайы эшендә ҡатнаша. Ойоштороу һәм закондар сығарыу хоҡуғына эйә булған, 22 кешенән торған даими орган — Кесе ҡоролтайға һайлана. Һуңғараҡ ул Башҡорт хәрби советында прапорщиктар мәктәбендә белем бирә. 1920 йылда Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы запастағы хәрби идаралығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 

Увековечили имя участника Первой мировой войны Шагихайдара Акчулпанова. 
Торжественная церемония открытия мемориальной доски в честь Шагихайдара Акчулпанова прошла в деревне Кучербаево Стерлитамакского района. 
Член президиума ВКБ Фанит Муратбакиев отметил благодарственными письмами людей, внесших вклад в увековечение имени видного военного деятеля Ш.Акчулпанова и активистов местного курултая.
Шагихайдар Акчулпанов родился в 1868 году в д. Акчулпаново Оренбургской губернии. Происходил из башкирского дворянского рода Акчулпановых. Окончил Казанское пехотное юнкерское училище.
Участвовал в Первой мировой и в Гражданской войнах. В декабре 1917 года участвовал в работе III Всебашкирского учредительного курултая (съезда). На нём Шагихайдар Акчулпанов был избран в состав Кесе-Курултая — предпарламента Башкурдистана. Позднее преподавал в школе прапорщиков при Башкирском военном совете. В августе 1920 года назначен помощником начальника Запасного войскового управления Автономной Башкирской Советской Республики.
Дальнейшая судьба неизвестна.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *