Башҡорт ҡыҙы Румия Сәлишева – Владимир өлкәһендә үткән матурлыҡ конкурсында “Мисс Этнос” номинацияһында еңеүсе. “Владимир төйәге халыҡтарының һылыуҡайы” конкурсында өлкәлә йәшәгән милләттәр вәкилдәре ҡатнаша. Быйыл ун конкурсант тамашасыларҙы үҙ халҡының йолалары һәм мәҙәниәте менән таныштырҙы. Ҡыҙҙар аш-һыуға оҫталығын, ижади һәләттәрен күрһәтте. “Һәр халыҡтың эске донъяһын асып һалғыбыҙ килә. Маҡсатыбыҙ- Владимир ерендә йәшәгән бар милләттәрҙе берләштереү”, […]
Продолжить чтение…

 

Балалар баҡсаһында музей педагогикаһын ҡулланыу кәрәкме?

Кәрәк, әлбиттә!Мини-музей баланы тирә-йүнде танып-белергә өйрәтә, уларҙың эҙәрмәнлек һәм ижади һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ул кескәйҙәр күңелендә халҡыбыҙҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә тәү ҡыҙыҡһыныу уята, һөйөү, ихтирам тәрбиәләй. Шулай уҡ, төркөмдәге мини-музей- тәрбиәсе менән балалар, ата-әсәләр, хатта олатай-өләсәйҙәрҙең берҙәм эшмәкәрлегенең төп күрһәткесе. Уны төҙөү, экспонат һәм мәғлүмәт йыйыу тик бер кешенең генә эше түгел. Белорет район-ҡала […]
Продолжить чтение…