Махмут Салимов. Ветеран боевых действий, руководитель общества башкир Ростовской области, писатель в передаче “Автограф” телеканала БСТ

http://old.bash.news/bst/41213_avtograf-veteran-boevyh-dejstvij-pisatel-rukovoditel-obshestva-bashkir-rostovskoj-oblasti-mahmut-salimov

“Афтограф” – это передача о ярких представителях творческих профессий.

 

Милли кейем нәҫелдән нәҫелгә күскән

Ул теге йәки был ырыуҙың ерлектәге ҡанундарын иҫәпкә алып тегелгән һәм ысын мәғәнәһендә оло байлыҡ һаналған. 

Ғаиләгеҙҙә шундай хазина һаҡланамы?
Бөтә донъя башҡорттары иғлан иткән флешмобҡа ҡушылығыҙ.

Әле акцияла ҡатнашҡан дуҫтарыбыҙҙың күбеһе- сәхнә кейемендә. Тотош ғаиләләре, балалары менән ҡушылғандар. 

Тулыраҡ
 

Башҡортостан башлығы Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығын билдәләү тураһында указ сығарҙы // Глава Башкирии издал указ о праздновании 140-летия Мажита Гафури.

Башҡортостан башлығы Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығын билдәләү тураһында указ сығарҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығын байрам итеү тураһында указ сығарҙы. Указға ярашлы ойоштороу комитеты булдырыла, уға сараларҙы уҙғарыу планын әҙерләү бурысы йөкмәтелә.

Республикала район, Өфө урамы һәм паркы, Башҡорт академия драма театры башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигының исемен йөрөтә, театр алдында әҙәбиәтсе һәм драматургтың һәйкәле тора.

Продолжить чтение…
 

Андыҙ һәм туҡранбаш, апһын һәм бейем.
Дарыу үләндәренең башҡортса атамаларын һәм туғанлыҡ терминдарын беләһегеҙме?

Октябрьский ҡалаһында үткән “Ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәре”тип аталған башҡорт традициялары фестивалендә ҡатнашыусылар өсөн был һүҙҙәр ят түгел.
Фестиваль башҡорт мәҙәниәтен, халыҡ ижады традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, туған телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде. Сарала ҡала мәктәптәренән 21 ғаилә ҡатнашты.

Фестивалде 8-се мәктәп уҡыусылары һәм ҡаланың “Ағинәй” башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары башҡорт халҡының традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған тамаша менән башлап ебәрҙе. Йылан, ҡыпсаҡ, ҡырғыҙ ырыуы вәкилдәре лә тамашасылар алдында сығыш яһаны, ырыу тамғалары менән таныштырҙы.

Фестивалдең икенсе өлөшөндә өс туҡталыштан торған ғаилә квесы үтте. “Дарыу үләндәре” туҡталышында үләндәрҙең башҡортса атамаларын асыҡлау, ҡыҙыҡлы ситуатив уйындар ойошторолдо. “Ғаилә” туҡталышында сюжетлы һүрәттәр буйынса бирелгән һорауҙарға яуаптар әҙерләнеләр, ғаилә ағзаларының башҡортса атамаларын хәтерҙәренә төшөрҙөләр, бирелгән шиғырҙарҙы тасуири уҡып ишеттерҙеләр. “Урал батыр” туҡталышында иһә 8-се класс уҡыусылары эпостан өҙөк сәхнәләштерҙе. Ғаилә ағзаларына был өҙөк ниндәй әҫәрҙән алыныуын, геройҙарҙың исемдәрен асыклау тәҡдим ителде. Шулай уҡ, был туҡталышта һәр ғаиләгә ҡобайыр әйтеп курһәтеү эше лә йөкмәтелде.

Продолжить чтение…
 

«Барыһы ла онлайн» // «Все онлайн»

«Барыһы ла онлайн»-үҙаллы изоляция шарттарында уңайлы тормош өсөн 60 түләүһеҙ сервис

Коронавирус арҡаһында музей, китапхана, кинотеатрҙарға йөрөп булмай. Улар онлайн режимға күсә. Үҙаллы изоляция шарттарындағылар өсөн күп сервистар “ишеген” асты йә яҙылыу хаҡын кәметте.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ярҙамында төҙөлгән сайт –уңайлы ресурс.
http://www.vseonline.online/

Бында алты тиҫтәләгән онлайн-сервис бергә тупланған. Китапханалар һәм стриминг-платформалар ҙа ошонда.

Продолжить чтение…
 

“Дивизия сформирована из ресурсов Башкирской АССР – ее коренной национальности башкир-отборных сынов народа.”

16 гвардия Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, ул ваҡытта гвардия полковнигы Григорий Беловтың башҡорт атлылары тураһындағы тасуирламаһында шулай яҙылған. Ошо һәм дивизияға бәйле башҡа мөһим документтар Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының үҙәк архивында һаҡлана.

Подольск ҡалаһында урынлашҡан Оборона министрлығының үҙәк архивында 20 миллион архив эше һәм 60 миллиондан ашыу берәмек хәрби-медицина документы тупланған. Шуларҙың 11 миллионға яҡын архив эше Бөйөк Ватан һуғышы осорона ҡарай.
Халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығын рәсми иҫбатлаған документаль хәтер.

112-се Башҡорт кавалерия дивизия яугирҙарының теүәл исемлеге юҡ, әлегә тиклем биографик мәғлүмәт тулыһынса тупланмаған. Ошоно иҫәпкә алып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма ағзаһы, БР Милли архивы бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин һәм ҡоролтайҙың аппараты белгесе Эльдар Яхин Подольск ҡалаһындағы архивта эшләне.

Данлыҡлы дивизияға ҡағылышлы исемлектәр өйрәнелде. Улар һалдаттар һәм офицерҙар араһында юғалтыуҙар теркәлгән ҡағыҙҙарҙы, орден һәм миҙалдар менән билдәләү буйынса документтарҙы өйрәнде. Әле белгестәр архивтан алып ҡайтҡан күсермәләрҙе системаға һала.

Продолжить чтение…
 

Ҡул бирмәҫкә. СССР-ҙа эпидемия менән нисек көрәшкәндәр // Долой рукопожатие. Как в СССР боролись с эпидемиями.

Ҡул бирмәҫкә. СССР-ҙа эпидемия менән нисек көрәшкәндәр.

Бөгөн бар донъя коронавирусҡа ҡаршы торғанда, элек Советтар Союзында барыһы ла газировканы бер стакандан эсә ине- эпидемиялар булманы, тигән фекерҙәр ҙә осрай. Ысын шулаймы икән?

Әлбиттә, СССР-ҙы ла эпидемиялар урап үтмәгән.
1918-1919 йылдарҙа донъяла “испанка” сире тарала. Совет власының тәүге йылдарында илдә “Сәләмләшеүҙе ябайлаштырыу ойошмалары” барлыҡҡа килә башлаған. Уларҙың лозунгыһы- “Ҡул бирмәҫкә!” Шундай оран менән плакаттар һәм билдәләр сығарыла. Медицина хеҙмәткәрҙәре “Ҡул биреп һаулыҡ һорашмағанда, вирус йоҡтороу һанын күпкә кәметергә мөмкин” тигән фекерҙә булған, тип яҙа тарихсылар. Ойошманың һәр ағзаһы һүрәттәгесә билдәләр тағып йөрөгән.

Продолжить чтение…
 

#ҠоролтайМиллиКейем #КурултайНациональныйКостюм

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт милли кейеме флешмобына 200-ҙән ашыу кеше ҡушылды.

Флешмобҡа Сибай ҡалаһы, Әлшәй, Саҡмағош, Көйөргәҙе, Туймазы, Баймаҡ, Учалы райондарынан эштәр күп килә. Силәбе өлкәһе, Сорғот, Нижневартовск, Мәскәү ҡалаларында йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә әүҙем ҡушылды.

Һеҙҙең иғтибарығыҙға -Пермь ҡалаһынан Алһыу Ғәбдекәева һәм уның ҡыҙы Рената. Ренатаның атаһы һинд милләтенән, ҡыҙыҡай ике халыҡтың да мәҙәниәтен өйрәнә.

Белорет районының Уҫманғәле ауылынан Нәғимә Шәрипова, мәғариф ветераны:
“Ҡатай башҡорттарының милли кейеменен иң сағыу өлөшө – һаҡал. Күп бала тәрбиәләп үҫтергән инәйемдең миҙалдарын аманат итеп һаҡалыма урынлаштырҙым. Үҙем сығышым менән тиләү башҡортомон. Камзулым тиләү ырыуы башҡорттарының милли кейеме үҙенсәлеге нигеҙендә биҙәлгән.
Башҡорт биҙәктәренең үҙенсәлеге ҡашмауымда сағыла. Биҙәктәр тик мәрйендән генә сигеп эшләнгән. Олондоң осонда ҡатай ырыуының тамғаһы сигелгән”.

Төньяк- көнсығыш башҡорттары кейеме лә үҙенсәлеге менән айырылып тора. Күлдәктәр, альяпкыстар,ҡалпаҡтар тамбурлы ҡайыулы булған.Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылының “Ҡомартҡы” тамбурлы ҡайыу халыҡ коллективы милли һәм заманса кейемдәрҙә тамбурлы ҡайыуҙы киң ҡуллана.

Продолжить чтение…