Башҡорт армияһы сардарҙары Ишмырҙиндар

 

1.Аухади Ишмурзин2.Сулейман Ишмурзин3.Приказ БВС4. Приказ Башвоенкомата

 

 

 

 

 

Киләһе йыл Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл туласаҡ. Тупраҡлы мөхтәриәт өсөн көрәштә һиҙәкәрлек күрһәткән күп кенә ир-уҙамандарының исемдәре әле халыҡҡа киң билдәле түгел. Уларҙың эшмәкәрлеге лә әлегә тейешенсә баһа алмаған, үкенескә ҡаршы. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте лидеры Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәштәре араһында яҡташтары күп булғанлығы билдәле. Улар милли хәрәкткә, хатта, ғаилә, ырыу-нәҫеле менән бергә ҡатнашҡан. Шулар араһында бер туған ағалы ҡустылы Әүхәҙей һәм Сөләймән Ишмырҙиндар милли хәрәкәт тарихында сағыу эҙ ҡалдарған шәхестәр рәтендә.

Ишмырҙиндар Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан, Башҡортостанға автономия яулау хәрәкәтендә башҡорт ғәскәрҙәренә етәкселек иткән офицерҙар була. Әүхәҙей менән Сөләймәнгә аталары Ғәләүетдин яҡшы белем бирә. Әйткәндәй, ул үҙе лә заманына күрә алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы зат була. Йәш сағында фельдшер һөнәренә эйә булып, 37 йыл ғүмерен ошо эшкә арнай. “Өфө губернаһының 1917 йылғы адрес-календары”нда (белешмәлә) Ғәләүетдин Ишмырҙиндың да исеме телгә алынған. Унда ул Стәрлетамаҡ өйәҙенең Татьяна улысы почта бүлегенең поверенныйҙар (адвокаттар) советы ағзаһы, тип теркелгән. Тимәк, Ғю Ишмырҙин фельдшерлыҡ менән генә түгел, кеше хоҡуҡтарын яҡлау эше менән дә шөғөлләнгән.

Әүхәҙей – Ғәләүетдин Ишмырҙиндың икенсе улы була. Тыуған йылы яҡынса 1890 йылдарҙың башы. Зирәк малайға атаһы тәү сиратта донъяуи белем бирергә тырыша. Уны Ергән ауылындағы 2 синыфлы урыҫ-башҡорт мәктәбендә уҡырға бирә. Бында Әүхәҙей урыҫ телен яҡшы үҙләштерә. Артабан Ҡаҙан ҡалаһында Уҡытыусылар семинарияһын тамамлай. Тыуған яғына ҡайтып Стәрле ҡалаһында мөғәллим булып эшләй. Бында ул һабын етештереүсе Вәликәй сауҙагәрҙең  Хәҙисә исемле ҡыҙын кәләш итеп ала. Тиҙҙән улдары тыуа, уға Исхаҡ тип, исем ҡушалар.

Шулай итеп, һәүетемсә барған Әүхәҙейҙең тормошон 1914 йылда тоҡанған Ярман һуғышы (Беренсе донъя һуғышы) ҡырҡа үҙгәртә. Оҙаҡламай уны әрмегә алалар. Белемле егетте шунда уҡ Кесе офицерҙар әҙерләү хәрби мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Хәрби курстарҙы үтеү менән Әүхәҙей прапорщик чинында фронтҡа китә. 1914 йылдан алып 1917 йылға тиклем, дүрт йыл буйы Ярман һуғышында йөрөй. Кавалерияла хеҙмәт итә. Һуғышта йәш прапорщик үҙен һынатмай, киреһенсә, ҡыйыу командир итеп таныта. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн ул дүрт тапҡыр Георгий тәреһе менән бүләкләнә, йәғни тулы кавалеры булып китә. Оҙаҡламай подпоручик дәрәжәһен ала (хәҙергесә лейтенант званиеһы).

1917 йылдың февралендәге Революция һөҙөмтәһендә батша власы ҡолатылғас, армияға иркенлек менән бергә тарҡаулыҡ та килә. Утты-һыуҙы үткән офицер тыуған яғына ҡайтып төшкәндә, Башҡортостанда милли мөхтәриәт өсөн хәрәкәт киң ҡолас алған мәл була. Әүхәҙей Ишмырҙин башы-аяғы менән автономия яулау көрәшенә сума.

Башҡорт ҡоролтайҙарының эшендә ҡатнаша, Ырымбурҙа урынлашҡан Башҡорт мәркәз шураныһы менән тығыҙ бәйләнештә тора. 1917 йылда ойошторолған тәүге башҡорт гәзите, милли хәрәкәттең матбуғат органы “Башҡорт” гәзитенә мәҡәләләр яҙа. 1917 йылдың декабрендә 3-сө Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында Башҡортостан автономияһы раҫланып, тәүге милли хөкүмәт булдырыла. Автономияны тәүҙә Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә тормошҡа ашырырға тигән ҡара ҡылына. Мөхтәриәттең террияһы 13 кантонға бүленә. Стәрлетамаҡ өйәҙендә, юрматы башҡорттары ерҙәрендә Юрматы кантоны ойоторола. Был эштә Әүхәҙей Ишмырҙин да әүҙем ҡатнаша. Айбарлы егет урындағы милли хәрәкәт лидерҙарының береһенә әүерелә.

Әммә Башҡортостан автономияһына ҡаршы сығыусылар ҙа аҙ булмай. Тәү сиратта, Урал-Иҙел штаты булдырыу идеяһы менән йөрөгән татарҙар ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә башлай. Бынан тыш большевиктар, тәү сиратта, татар большевиктары, башҡорт мөхрәтиәтенә теше-тырнағы менән ҡаршы була. 1918 йылдың ғинуарында Ырымбур большевиктар ҡулына күскәс, күп тә үтмәй февраль башында Башҡорт хөкүмәте улар тарафынан ҡулға алына.

Бөтөн Башҡортостан халҡы был эшкә ризаһыҙлыҡ белдерә, Ырымбурға тҡрлҡ төбәктәрҙән телеграммалар яуа. Юрматы кантоны башҡорттары Әүхәҙи Ишмырҙин менән Гәрәй Ҡарамышевты Ырымбур ҡалаһына ебәрә. Әммә улар Башҡорт хөкүмәте ағзалары ярҙам итә алмай кире ҡайталар. Ҡайтҡас, Ишмырҙин Юрматы кантоны башҡорттары ҡоролтайын йыйып, Совет хөкүмәте рәйесе В.И.Ленинға былай тип телеграмма ебәрә: “Кантональный съезд 250 представителей от 24 волостей Стерлитамакского уезда, обсудив арест членов Башкирского предапрламент в Оренбурге, постановил: заявляем категорический протест против такой несправедливости. Обвинения ни на чем не основаны кроме нелепых слухов. Их оклеветали, сводя личные счеты. Быть контрреволюционерами они не могли. Платформа Башкурдистана [совету] народных комиссаров известна по докладу комиссара Манатова. Заявляя протест, требуем немедленного совобождения и передачи их в распоряжение представителей от кантонств Башкурдистана, которые съезжаются в Оренубрг и которые, если найдут их виновными, предадут народному революционному суду”. Әммә башҡорт эшмәкәрҙәренең мөрәжәғәтенә Мәскәүҙә ҡолаҡ һалыусы булмай.

1918 йылдың 4 апрель башында Әмир Ҡарамышевтың партизан отрядтары казактар менән бергә Ырымбурға  һөжүм итеп, Башҡорт хөкүмәте ағзаларын төрмәнән азат итеүгә өлгәшә. Май аҙағында Чехословка корпусы  баш күтәргәс, Урал-Иҙел бөтәгендә большевиктар власы юҡҡа сыға. Илдә аҡтар менән ҡыҙылҡдар араһында һуғыш башлана.

Июнь башында хөкүмәт ағзалары Силәбе ҡалаһына йыйылып, үҙҙәренең эшмәкәрлеген яңынан йәйелдереп ебәрә. Комуч (Комитет членов Всероссийкого учредительного собрания, Һамар хөкүмәте) һәм Себер хөкүмәттәре ярҙамында башҡорттар ғәскәр ойоштора башлай.

Был осорҙа Әүхәҙи Ишмырҙин Стәрлетамаҡ ҡалаһында Комуч армияһына хеҙмәткә алына. Стәрлетамаҡ өйәҙе башҡорттарынан мосолман ротаһы ойоштороп ҡыҙылдарға ҡаршы йөрөй. Ләкин тиҙҙән Башҡорт хәрби шураһы рәйесе, яҡташы Зәки Вәлидиҙең ходайтайствоһы аша башҡорт офицерҙары башҡорт армияһына күсерелә башлай. Шулай иҫәптән, подпоручик Әүхәҙей Ишмырҙин ҡустыһы Сөләймән менән Ырымбурға саҡыртып алына.

1918 йылдың йәйендә Башҡортостан территорияһы ҡыҙыл гвардия отрядтарынан азат ителгәс, урындағы власть органдарының эшмәкәрлеген ҡайтанан тергеҙеү, юлға һалыу эшенә көн үҙәгенә сыға. Илдә һуғыш барған осорҙа урындарҙа тәүәккәл, хәрби тәжрибәһе булған етәкеләр талап ителә. Шуға күрә лә Башҡорт хөкүмәте Әүхәҙей Ишмырҙинды Юрматы кантонының башҡармаһы рәйесе, кантон етәксеһе итеп тәғәйенләй.

Әммә уға был вазифала оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Сөнки ишәйә барған башҡорт ғәскәрҙәренә лә утты-һыуҙы үткән, тәржибәле офицерҙар кәрәк була. Сентябрь аҙағында Әүхәҙей Ишмырҙинды Ырымбурға Башҡорт хәрби шураһы (Башҡорт ғәскәре штабы) ҡарамағына саҡыртып алалар. Хәҙер ул хәрби шура рәйесе Зәки Вәлидиҙең өлкән адъютанты булып вазифаһын башҡара. 1918 йылдың 1 октябрендә Башҡорт хәрби шураһы фарманы менән Ишмырҙин 6-сы полктың командиры итеп тәғәйенләнә, йәғни уға ошо ғәскәрҙе ойоштороу эше йөкмәтелә. Был юҡҡа ғына түгел, сөнки 6-сы Башҡорт полкы Стәрлетамаҡ өйәҙе, йәғни Юрматы кантоны башҡорттарынан туплана. Әүхәҙей Ишмырҙин 6-сы полк менән 1919 йылдың ғинуарынан тиклем командалыҡ итә. Подпоручик дәрәжәһенән поручикка, һуңынан штабс-капитанға күтәрелә (хәҙергесә капитан званиеһы).  Ул етәкселе киткән полк Башҡорт хөкүмәтенең ныҡлы терәге була. Башҡа башҡорт полктарынан айырмады рәүештә, 6-сы Башҡорт полкы, аҡтарға буйһонмай, Башҡорт хөкүмәте ҡарамағында була.

1918 ноябрендә власты үҙ ҡулына алған адмирал Колчак Башҡорт корпусын тарҡатыуға өлгәшә. Артабан башҡорт ғәскәрҙәрен туранан-тура атаман Дутовҡа буйһондорорға бойора. 1-се, 2-се, 4-се һәм 5-се Башҡорт уҡсы полктары Дутов фарманы менән Аҡтүбә фронтына ебәрелә. Әммә, ноябрь аҙағында Башҡорт хөкүмәте бойороғо менән кире Ырымбурға ҡайталар.

Декабрь айында Зәки Вәлиди Башҡорт ғәскәренең бөтөн полктарын бер урынға тупларға тигән йәшерен фарман ебәрә. Һөҙөмтәлә ғинуар башында, 3-сө полктан тыш, бөтөн башҡорт полктары Башҡортостан территорияһында бер йоҙроҡҡа туплана. Вәлиди Башҡорт корусын ҡайтанан тергеҙә. Полктарҙы ике дивизиянан торған корпусына берләштерә һәм ғәскәрҙәр менән етәкселекте туранан-тура үҙ ҡулына ала. Башҡорт ғәскәри идаралығының начальнигы Зәки Вәлидиҙең 1919 йылдың 26 ғинуарындағы  фарманында былай тиелә: “Из Башкирских частей формируется 1-й Башкирский корпус 2-х дивизионного состава.

В состав 1-й дивизии входят три пехотных полка (а именно 1-й, 2-й и 3-й полки) и один кавалерийский (а именно 1-й кавалерийский полк).

В состав 2-й дивизии входят три пехотных полка (а именно 4-й, 5-й и 6-й полки) и один кавалерийский полк (а именно 2-й кавалерийский полк).

Временно до прибытия 3-го полка:

1-й дивизии – 1-й пехотный полк, 2-й пехотный полк, 4-й пехотный полк и 2-й кавалерийский полк.

2-й дивизии – 5-й пехотный полк, 6-й пехотный полк и 1-й кавалерийский полк”.

1-се Башҡорт дивизияһы менән командалыҡ итеүҙе Вәлиди үҙенең тоғро көрәштәше Әүхәҙи Ишмырҙинға йөкмәтә. Колчак яғында автономия алыуға өмөтөн өҙгән Башҡорт хөкүмәте большевиктар менән килешеү юлын эҙләй. Аҡтар яғында сәйәси йәһәттән Башҡорт хөкүмәтенә яҡын торған элекке Комуч (Колчак уларҙы тарата) ағзалары ла быны хуплай. 1919 йылдың 30 ғинуарында Өфөлә башҡорт вәкиле большевиктар менән бәйләнешкә инә. Күп тә үтмәй Мәскәүҙән Ленин менән Сталин Башҡортостан автономияһын танырға риза булыуын белдереп телеграмма һуға.

Һөҙөмтәлә 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сығырға тигән фекергә килә. Зәки Вәлиди штаб-капитан Ишмырҙинға тағы ла ҙур бурыс һалына – Башҡорт ғәскәрҙәренең ҡыҙылдар яғына сығыуын тәьмин итеү. 1919          йылдың 18 февралендә Әүхәҙи Ишмырҙин командалыҡ иткән 1-се дивизия полктары беренсе булып Ҡыҙыл Армия яғына сыға. Кисәге дошмандың яғына ғәскәрҙе алып сығыу эше еңелдән булмай. Шуға был эш абруйлы, тәжрибәле командир Әүхәҙей Ишмырҙин иңенә һалына. Сардар үҙенә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәй, Ишмырҙин ҡыҙылдар позицияһына беренсе булып ата үҙе килә. 18–20 февралдә башҡорт полктары ҡыҙылдар яғына сығып бөтә.

21 февраль Темәс ауылында 1-се Бөтә Башҡорт хәрби съезы йыйыла. Унда һәр полктар делегаттар ҡатнаша. Съезд Башҡорт хөкүмәтенең советтар яғына сығыу ҡарарын раҫлай.  Әүхәҙей Ишмырҙин милли хәрәкәт етәкселәре Зәки Вәлиди, Мөхәмәтхан Ҡулаев, Юныс Бикбов һәм башҡалар менән бергә Башҡортостандың ваҡытлы революцион хөкүмәте – Башревком ағзаһы итеп һайлана. Республиканың хәрби комиссары итеп Зәки Вәлиди һайлана, уның урынбаҫары вазифаһы Әүхәҙей Ишмырҙинға йөкмәтелә.

Ҡыҙылдар яғына сыҡҡандан һуң башҡорт етәкселәре алдында ифрат ауыр һәм ҙур эш тора: Башҡортостан совет республикаһын һәм уның ҡораллы көстәрен ойоштороу. Зәки Вәлиди мөһим дәүләт һәм хәрби эштәр буйынса командировкаларҙа йыш йөрөргә тура килә. 1919 йылдың тәүге яртыһында, Вәлиди командироваларҙан ҡайтып инмәй тиерлек.

Ошо айҡанлы башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороу эше менән туранан-тура уның урынбаҫары Әүхәҙи Ишмырҙинға шөғөлләнергә, Башҡортостандың хәрби комиссары вазифаһын башҡарырға тура килә. Мәҫәлән, Вәлиди 1919 йылдың мартында Мәскәүгә китеп, килешеү буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашып йөрөй. Был эш тик апрель башында ғына тамамлана. Уны ошо осорҙа рәсми рәүештә Башҡортостандың хәрби комиссары һәм башҡорт армияһы командующийы итеп раҫлайҙар.

Башревком март аҙағынан юлда була, апрель аҙағына Саранский ҡалаһына эвакуациялана. Вәлиди Һамар ҡалаһында Башревкомаға килеп ҡушыла ла, хәрби комиссариат буйынса фармандар биреп, 27 апрель тағы командировкаға сығып китә. Ул башҡорт ғәскәрҙәрен тиҙерәк Башҡортостанға ҡайтарыу мәсьәләһе менән йөрөй. Үҙенең урынына тағы ла Әүхәҙей Ишмырҙинды ҡалдыра.

13 майҙа ҡайта ла, ун көн тормай, 21 май Һамар ҡалаһына Көнсығыш фронҡа, Фрунзе янына китә. 27 май Һамарҙан ҡайтып, иртәгеһенә Мәскәүгә китә. 18 июнь Мәскәүҙән ҡайтып, 25 июнь Украинаға, Көньяҡ фронтҡа, башҡорт полктары янына юлға сыға. Көньяҡ фронттан 15 июлдә ҡайта ла, иртәгеһенә Һамар һәм Бәләбәй ҡалаһына юллана. Бәләбәйҙә ойошторолған башҡорт ғәскәрен ҡарай.

Һамарҙан 15 августа ҡайта. Тимәк, март, апрель айҙарында, 27 апрелдән 13 майға, 21–27 майҙа, 28 майҙан алып 18 июнгә, 25 июндән 15 июлгә, 16 июлдән 15 августҡа тиклем Әүхәҙи Ишмырҙин Зәки Вәлиди урынына Башҡорт Совет Республикаһының хәрби комиссары вазифаһын башҡара. Саранский ҡалаһында ике кавалерия һәм ике уҡсы полктарҙан торған Айырым Башҡорт бригадаһын ойоштороп, Көньяҡ фронтҡа оҙатыу эшенә туранан-тура етәкселек итә.

Артабан Бәләбәй ҡалаһында ойошторола башлаған Айырым Башҡорт уҡсы бригадаһы менән шөғөлләнә. 1919 йылдың 21 июлендә Һамар ҡалаһында Көнсығыш фронттағы Башревком вәкиле М. Халиҡовҡа: “Говорил с Белебеем , пока в бригаду поступило лишь 530 человек; мобилизация идет почему-то туго, приму самые решительные меры. Взял на себя обязанность мобилизации Белебеевского, Стерлитамакского уездов, закончу к 1 августа. Сам буду разъезжать по волостям и в Стерлитамак…”, – тип хәбәр итә Әүхәҙей Ишмырҙин.

Бәләбәйгә килеп, бригаданы ойоштороу эшенә ныҡлап тотона. Бригада командиры Михович урынына башҡорт офицеры, элекке полковник Хәсән Әхмәровты тәғәйенләй. Бригаданың Штаб начальнигы Воронцов урынына Заһит Гәрәевты, тигән башҡорт офицерын ҡуя. 1919 йылдың сентябрь башына Ишмырҙиндың тырышлығы менән Бәләбәй ҡалаһында тағы бер башҡорт милли ғәскәре – өс полктан торған (4 мең тирәһе кеше) Айырым Башҡорт уҡсы бригадаһы үҫеп сыға.

1919 йылдың сентябрендә Реввоенсовет рәйесе Троцкий башҡорт ғәскәрҙәрен Петроградҡа ебәрергә бойороҡ бирә. Тиҙ арала Бәләбәйҙән Башҡорт уҡсы бригадаһы, 3-сө Башҡорт кавалерия полкы күсерелә. Көньяҡ фронттан Башҡорт кавалерия дивизияһының полктары килә. Деникинға ҡаршы һуғышта ауыр юлғатыуҙар кисергән, сафтары һирәгәйгән Башҡорт кавалерия дивизияһын тулыландырыу, һуғыш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү, башҡорт ғәскәрҙәрен Юденичҡа ҡаршы һуғышҡа әҙерләү бурысы алғы планға сыға.

“Постановление Реввоенсовета Республики от 7 октября за № 4848-ОП о новом переформировании башкирских частей в Петрограде нами в исполнение еще не приведено. Для разрешения этого вопроса прошу срочно выехать в Петроград товарища Валидова или Ишмурзина…”, – тип хәбәр итә башҡорт ғәскәрҙәре эштәре буйынса махсус вәкил Хәлим Әмиров. Оҙаҡламай Әүхәҙи Ишмырҙин Петроградҡа килеп Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө частарын ойоштороу, тулыландырыу менән туранан-тура шөғөлләнә.

Башҡорт ғәскәрҙәре Петроградты һаҡлауҙа әүҙем ҡатнаша. Бының өсөн ҡала гарнизонын да торған Башҡорт кавалерия дивизияһы Башҡорт уҡсы бригадаһынан берешәр полк бүленеп, Петроград фронтында Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө булдырыла. Был төркөмгә шулай уҡ Башҡорт артиллерия дивизияны беркетелә. Совет хөкүмәте башҡорт ғәскәрҙәренең Юденич армияһын ҡыйратыуҙа күрһәткән батырлыҡтарын юғары баһалай. Башҡорт командирҙары һәм һалдаттарына Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр бирелә. Шул иҫәптән, Башҡорт уҡсы бригадаһы комиссары Ғабдулла Ибраһимовҡа ҡыҙыл байраҡ ордены, Башҡорт кавалерия дивизияһы комиссары Нуриәғзәм Таһировҡа ҡиммәтле эйәр менән бүләкләй. РСФСР хөкүмәте Әүхәҙи Ишмырҙиндың хеҙмәттәрен дә баһалап үтә. Уға алтын хәрефтәр менән яҙылған исемле ҡылыс бүләк итә.

Башҡортостанға ҡайтыу менән Ишмырҙин республиканың запас ғәскәри частарын ойоштороу менән мәшғүл була. Стәрлетамаҡта торған ғәскәрҙәр туранан-тура уға буйһона, гарнизон начальнигы вазифаһын үтәй. Ул саҡта Башревком урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһы Өфө губернаһы ҡарамағында була.

Өфө һәм Ырымбур губернаһы большевиктары Башҡортостан автономияһына ҡаршы ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә, төрлө провакациялар эшләй. Ләкин улар Башҡорт республикаһының хәрби көстәренән шөрләнкерәйҙәр.  1919 йылдың сентябрендә булып үткән ваҡиғалар шул турала һөйләй. Сентябрь айында Көньяҡ фронттан, 1-се Башҡорт кавалерия полкынан делегат сифатында Зәйнуллин тигән һалдат Сәтрлетамаҡҡа килә. Ул Деникинға ҡаршы һуғыштарға батырлыҡтары өсөн Троцкийҙан бүләккә сәғәт алған ҡаһарман яугир, абруйлы һалдат була. Стәрлетамаҡ өйәҙе ЧК-һы өс башҡорт һалдатын шул иҫәптән, Зәйнуллинды контерреволюцияла ғәйепләй, төрмәгә ябып ҡуя. Большевиктарҙың бындай баш-баштаҡлығы, үҙҙәрен Стәрлетамаҡта хужа тотоуҙары – Башҡорт республикаһын эшкә һанаумауҙарын асыҡ күрһәтә. Әүхәҙей Ишмырҙин большевиктарға башҡорттарҙың кем икәнен тиҙ төшөндөрә. Уның бойороғо буйынса  башҡорт һалдаттары 26 сентябрь Стәрлетамаҡ төрмәһен барып баҫып, тотҡондарҙы азат итә.

Был ваҡиға тураһында Өфө губревкомы рәйесе Эльцин Мәскәүгә бына нимә, тип ошаҡлай: “Только что прибыл нарочный из Стерлитамака с сообщением слудеющих фактов, подтвержденных документально: 26 сентября начальник гарнизона Башвоенкомата по Стерлитамаку Ишмурзин Первый командировал для Бисярова в Стерлитамакскую тюрьму с вооруженной силой 70 человек для освобождения арестованных, числящихся за Стерлитамакской Чека, Зайнуллина, Даутова, Надыршина, предписав в случае сопротивления агентов Чека арестоать их. Освобожденные обвиняются в контрреволюции, состоят сотрудниками Башвоенкомата. В ответ на эти незаконные действия в тот же день уполномоченный ревсовета укрепрайона Сидоровым был запрощен начальник гарнизона, им и предревкомом уезда Тереховым был запрошен политотдел Башреспублики с предупреждением ликвидировать незаконные действия. Ответа на запрос еще не последовало. Прибывший нарочный сообщает, что против отряда Чека выставлены пулеметы численностью одиннадцать. Башкирские части приведены в боевую готовность. По данным разведки, их численность в одном Стерлитамаке до четырех тысяч чел., вооруженных вполне. Нарочным сообщено уревкому. Наши указания  – держаться тактично, не открывая активных действий, сообщая  о незаконных действиях в губернский центр…”.

Бына ошондай ҡатмарлы, ауыр осорҙа Әүхәҙи Ишмырҙин кәрәк урында көс менән Башҡорт автономияһының хоҡуҡтарын большевиктарға таныта, Башревком менән иҫәпләшергә мәжбүр итә. “Әүхәҙей Ишмырҙин, үҙенең уйнап торған толпарына атланып, йәнһаҡсылары оҙатыуында Стәрлетамаҡтың үҙәк урамдарына килеп сыҡһа, бөтә хәрәкәт туҡталыр, атлылар ҙа, йәйәүлеләр ҙә юл бирер һәм: “Башҡортостандың хәрби комиссары Ишмырҙин килә!”, – тип һоҡланып ҡалыр ине”, – тип яҙа сулпан Иманғолов үҙенең атаһы Ғоссметиндан ишеткән хәтирәләрҙе.

Ләкин артабанғы айҙарҙа Башревкомға ҡаршы көрәшкә Мәскәүҙән Үҙәк власть эмиссарҙары, Башобком ҡушыла. 1920 йылдың ғинуарында Башобком менән Башревком араһында низағ була. Обком БашЧК-ны үҙенә буйһондорорға тырыша, уның рәйесен алмаштыра. Ошо уҡ мәлдә БашЧК Башҡорт хөкүмәтенә ҡаршы фетнә ойошторола тигән хәбәр килеп етә.

Башревком рәйесе Харис Йомағолов фетнәселәрҙе ҡулға алырға бойора, БашЧК-ның яңы етәкселеге һаҡ аҫтына алына. Ике яҡ араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡта Мәскәү коммунистарҙы яҡлап сыға. Йомағолов Мәскәүгә саҡыртып алына, башҡа ҡайтарылмай. Башревкомаға етәкселек эшен Вәлиди үҙ ҡулына ала, әммә Башҡорт автономияһының хоҡуҡтарын сикләргә йыйынған Мәскәү уны ла март айында Мәскәүгә саҡыртып ала һәм башҡа ҡайтармай. Шулай итеп, Әүхәҙей Ишмырҙин 1920 йылдың март айынан, ысынында Башҡортостандың хәрби комиссары булып китә. Үҙенә ярҙамсы итеп, көрәштәше, Петроград фронтынан ҡайтҡан офицер Ибраһим Исхаҡовты ала.

Әммә, 1920 йылдың 17 майында  РСФСР СНК-һы һәи ВЦИК-тың декреты менән Башҡорт автономияһының хоҡуҡтары ҡырҡа сикләнә. Башҡорт хәрби комиссариаты элек туранан-тура үҙәккә буйһонған булһа, хәҙер Волға аръяғы хәрби округы ҡарамағына тапшырыла.

Зәки Вәлиди кәңәше буйынса, Мәскәүҙең был ҡылығына протест белдереп, Башревком ағзалары эштәрен ташлап Башҡортостандан сығып китә. Хәрби комиссариаттың ҡарауыл командаһы һалдаттары Әүхәҙи Ишмырҙин менән Бөрйән-Түңгәүер кантонына китә. 1920 йылдың 30 июнендә П. Викман Мәскәүгә: “Район национальной столицы Башкирии кишит вооруженными шайками. Вдобавок, к Темясово продвинуты приказом наркомвоена Ишмурзина отряды кавалерии и пехоты”, – тип хәбәр итә.

Бөрйән-Түңгәүер кантонында кәңәшмә үткәргәндән һуң, башҡорт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән Әүхәҙи Ишмырҙин, көрәште дауам итеү өсөн Төркөстанға сығып китә. “Беҙҙең Башҡортостан ғәскәренән Әүхәҙи Ишмырҙин, ярамсым Ибраһим Исхаҡов, башҡа бер нисә офицерыбыҙ, полковник Һибәтулла Һөйөндөковтың яҡын офицерҙары менән бергә килеп, барыһы ла Бохараның хәрби ойошмаларында етәксе вазифалар алды”, – тип яҙа Зәки Вәлиди үҙенең хәтирәләрендә.

Төркөстанда Зәки Вәлиди һәм башҡа башҡорт эшмәкәрҙәре тарҡау баҫмасылар отрядтарын бергә туплап, большевиктарға ҡаршы ойошҡан рәүештә көрәшергә ниәт итә. Төрлө фронттарҙа һуғышып, утты-һыу күп кискән башҡорт офицерҙары баҫмасыларҙы һуғышҡа өйрәтеү, ойоштороу эше менән мәшғүл була.  Әүхәҙи Ишмырҙин Төркөстанда ҡыҙылдарға ҡаршы күп кенә һуғыштарҙа ҡатнаша. Милли хәрәкәт уңышһыҙлыҡҡа осрағас, Вәлиди һәм уның көрәштәштәре, шул иҫәптән Әүхәҙи Ишмырҙин Афғанстанға китергә кәңәшләшәләр. Әммә ҡаһарман сардар һәләкәткә осрай. “Ташкентта саҡта хөкүмәт даирәләрендә эшләгән арҡадаштарыбыҙ аша беҙҙе бик ауыр ҡайғыға һалған тағы бер ваҡиғаны белдек. Был иһә дуҫым Әүхәҙиҙең ҡыҙылдар ҡулына әсир төшөүе ине. Ул ваҡиға хаҡында башҡа яҡтан бер ниндәй ҙә мәғлүмәт алмаһаҡ та, ысын булыуына ышандыҡ. Бер йылдан һуң Ҡабулда саҡта Әүхәҙейҙе Мәскәүҙә язалауҙарын ишеттек, ләкин эштең асылын, 1925 йылда Төркиәгә килгәс, йәғни өс йыл үткәндән һуң ғына, Әүхәҙей янында булған арҡадаштарынан белдек.

Әүхәҙей һәм яҡындары 11 августа Усматта хулшашып минән айырылғандан һуң Мамур һәм Тураб бәктәр менән бергә Зомин һәм Уратүбә тауҙарында ҡыҙылдар менән һуғыша-һуғыша бер аҙна ваҡыт үткәргәндәр. Арҡадашы Һибәтулла әйтеүенсә, Әүхәҙей Зомин тимер юлы станцияһынан ун саҡырым төньяҡтағы Ҡуру Гөлдөрәүек исемле йәйләүҙә урыҫтар менән бәрелештә әсир төшкән. Был көндәрҙә Әүхәҙейҙең рухы бик төшөнкө була. Шул уҡ Һибәтулланың хәбәренә ҡарағанда, бер кистә йәйләү аласығында ултырғандар, көн бик ямғырлы, томанлы булған. Эйәр муҡсаһындағы коньяҡты алып килеп арҡадаштары менән эскән саҡта Әүхәҙей Пушкиндың ошо шиғырын һөйләгән:

Буря мглою небо кроет,

Вихря снежные крутя

 

Наша ветхая лачужка

И печальна, и темна.

 

Выпьем с горя, где же кружка,

Сердцу будет веселей.

 

Ул үҙе был тауҙарҙа оҙаҡ ҡалмай, Мача юлы менән Әнүәр Паша янына китергә, унда ла туҡталмай, Афғанстанға сығырға уйлаған икән. Мачаларҙың рәйесе Асрархан ғәскәре менән бергә килгән. әүхәҙи был һуғышта ла күп егетлек күрһәткән, ләкин рустарҙың тап ҡаршыһына сыҡҡан бер урында аты ташҡа һөрөнөп йығылған һәм шунда уҡ янына ҡыҙыл һалдаттар ҙа килеп еткән. Әүхәҙей револьверы менән уларҙың бер нисәһен атып үлтергән, әммә ҡыҙылдар ҡулына эләккән. Шулай итеп, беҙҙең Башҡортостандың хөрмәтле хәрби нәзире әсир төшөп, туҡмала-туҡмала, Зоминға, унан Ташкентҡа, артабан Мәскәүгә алып кителә”.

Башҡортостан дәүләтселеге өсөн хәрәкәттә әүҙем ҡатнашҡан ҡаһарман башҡорт офицеры, милли хәрәкәт етәкселәренең береһе булған Әүхәҙей Ғәләүетдин улы Ишмырҙиндың  ғүмере ошо рәүешле өҙөлә. Уның  Исхаҡ улын ҡустыһы Сөләймән Ишмырҙин ҡарай, һуңынан уның менән бергә Мәскәүгә китеп, шунда белем алып, ғүмере буйы баш ҡалала йәшәй. 30-сы йылдарҙа Кинйәбулат ауылына килеп йөрөй. Бер килгәнендә атаһының исемле ҡылысын алып ҡайтып китә. Сулпан Иманғолов “Әүхәҙиҙең ҡылысы” мәҡәләһендә (“Шоңҡар”, 1995 йыл, №2) был ҡылыс Мәскәүҙә Әүхәҙей Ишмырҙиндың ейәне Бористың ғаиләһендә һаҡлана, тип яҙған. Минеңсә, был тарихи ҡомартҡының урыны Башҡортостандың милли музейында булырға тейеш. Мәҙәниәт министрлығы хәстәрлеге менән был ҡылысты Башҡортостанға ҡайтырыу шарт.

 

***

 

Әүхәҙей Ишмырҙиндың бер туған ҡустыһы Сөләймән атлы ир-азаматының да Башҡортостан мөхтәриәте өсөн көрәштә күрһәткән һиҙәкәр хеҙмәте ҙур. Ул 1918–1919 йылдарҙа башҡорт һалдаттарының ихтирамын яулаған, абруйлы сардар булып таныла.

Сөләймән Ишмырҙин 1893 йылдың 5 июнендә  Кинйәбулат  ауылында Ғәләүетдин Ишмырҙиндың ғаиләһендә өсөнсө ул булып донъяға килә. Ағаһы Әүхәҙей кеүек үк белем һуҡмағын тапай. 1905 йылда Ергән ауылындағы 2 синыфлы урыҫ-башҡорт мәктәбен тамамлай. Артабан уҡыуын Ҡаҙан ҡалаһындағы Уҡытыусылар семинарияһында дауам итә. 1913 йылда семинарияны тамамлап, бер йыл мөғәллимлек итә.

1914 йылда башланған дәһшәтле һуғыш Сөләймәндең дә яҙмышын ҡырҡа үҙгәртә. Октябрь айында уны хәрби хеҙмәткә алалар. Һамар ҡалаһында торған 28-се сапер батальонында хеҙмәт итә. 1915 йылдың 31 мартында батальон менән һуғышҡа китә. Ике йыл тирәһе Сөләймән Ишмырҙин Көньяҡ-Көнбайыш фронтта йөрөй.

1917 йылдың 1 ғинуарында белемле егетте Житомир ҡалаһындағы Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 1-се прапорщиктар әҙерләү мәктәбенә ебәрәләр. Ярты йыл уҡығандан һуң, 1917 йылдың 15 июнендә С. Ишмырҙин прапорщик чинында 283-сө запас пехота полкына тәғәйенләнә. Бында ул полктың 3-сө ротаһы командиры булып хеҙмәт итә, полк суды рәйесе вазифаларын үтәй. Подпоручик дәрәжәһенә үҫә. 1918 йылдың апрелендә әрменән демобилизацияланғас, Стәрлетамаҡ өйәҙ ревтрибуналы ағзаһы булып тора.

1918 йылдың июнендә Башҡортостан территорияһы большевиктарға ҡаршы көстәр ҡулына күскәс подпоручик Сөләймән Ишмырҙин Стәрлетамаҡ өйәҙендәге бер төркөм фронтовик башҡорт офицерҙары Шаһибәк Үзбәков, Ибраһим Исхаҡов, Ғәбделбарый Ғәмбәровтар менән бергә Өфөгә Халыҡ армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Тиҙҙән уларҙы Ырымбурҙағы Башҡорт хәрби шураһының юллауы буйынса Башҡорт милли армияһы сафына күсерәләр.

1918 йылдың 1 октябрендә Сөләймән Ишмырҙин ағаһы Әүхәҙейҙең урынына Юрматы кантоны рәйесе итеп тәғәйенләнә, бер үк ваҡытта Юрматы отрядын етәкләй. Бер ай тирәһе эшләгәндән һуң, уны Зәки Вәлиди 1-се Башҡорт полкы командиры итеп тәғәйенләй. Был осорҙа Колчак власҡа килеү менән хәлдәр ҡатмарлаша. Колчак башҡорт полктарын Дутовҡа буйһодорорға тигән фарман бирә. Шуға күрә, Башҡорт хөкүмәте поктарға үҙ офицерҙарын ҡуйырға тырыша. Шул рәүешле Сөләймән Ишмырҙин подполковник Якубовский урынына 1-се Башҡорт уҡсы полкы командиры итеп тәғәйенләнә.

1918 йылдың көҙөнән 1919 йылдың февраленә тиклем Сөләймән Ишмырҙин 1-се Башҡорт уҡсы полкы менән ҡыҙылдарға ҡаршы, тәүҙә Аҡтүбә фронтында, һуңынан Стәрлетамаҡ йүнәлешендә һуғышып йөрөй. Уға поручик, шунан штабс-капитан званиеһы бирелә. Әйткәндәй, 1926 йылда,  Зәки Вәлидигә “буржуаз милләтсе” мөһөрө тағылып, элекке милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре үҙҙәренең  аҡтар яғында биографияһын күрһәтмәҫкә тырышҡан ваҡытта, Сөләймән Ишмырҙин үҙенең анкетаһында йәшермәйенсә “Состоял командиром полка в Национальной Башкирской армии, боровшейся в целях завоевания Автономии”, – яҙып ҡуйған. Ниндәй ҡыйыулыҡ өлгөһө күрһәткән ир-уҙаманы.

Зәки Вәлидиҙең йәшерен фарманы буйынса Дутов ҡарамағында Аҡтүбә фронтында торған 1-се, 2-се, 4-се һәм 5-се Башҡорт уҡсы полктары (улар Дутов армияһында 9-сы Башҡорт дивизияһы булып йөрөй) Башҡортостанда туплана. Сөләймән Ишмырҙиндың 1-се полк ағаһы Әүхәҙей етәкселек иткән 1-се Башҡорт дивизияһы составына инә.

1919 йылдың 18 февралендә ошо дивизия сафында совет власы яғына сыға. Әммә Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алмай, ә киреһенсә, Үҙәк Совет власының бойороғона ҡарамайынса, башҡорттарҙан үс ала башлай. Башҡорт полктарын тылға күсереп (Мәләүез, Стәрлетамаҡ янына), ҡоралһыҙландыралар, ылау һәм башҡа кәрәк яраҡтарын тартып алалар. Һалдаттарҙың күптәрен өйҙәренә ҡайтарып ебәрәләр. Шулай итеп, 1-се армия башлығы Гай фарманы менән башҡорт ғәскәрҙәрен тараталар. Был хәл 1-се полктың да башына төшә. 1919 йылдың 3 мартында Сөләймән Ишмырҙин Темәс ауылындағы Башревкомға полктың хәле тураһында былай тип хәбәр итә: “Сообщаю, что с полком прибыл в село Мелеуз, где жду распоряжения от начдива Первой Пензенской. Все имущество полка: обмундирование, обозы, мастерская и оркестр, – отобрал 1-й Смоленский полк. Мало того, дорогой у солдат и командного состава были отобраны собственные вещи. Приходилось терпеть оскорбления от красноармейцев и местных жителей. Считают нас все, и даже штаб Первой армии, пленными. Полное недоумение, разочарование. Как быть нам? От ревкома нашего никаких распоряжнений не получаем. По приказу начдива Первой Пензенской солдат мы должны распустить, оставив только добровольцев. Командный состав переходит в резерв чинов Первой армии. Солдаты требуют, чтобы полк 1-й существовал и их сичтали не доброволбьцами, а мобилизованными (ибо они мобилизованы), и сожалеют о том, зачем отступили с фронта в тыл, а не остались на фронте для активной борбы с казаками. Посылаю для выяснения настоящего нашего положения двух ротных делегатов. Жду распоряжений”.

Әммә был мәлдә башҡорт ғәскәрҙәре менән Башревком түгел, ә 1-се армия идара итә. Мәскәүҙән башҡорттарҙы тарҡатмаҫҡа тигән бойороҡ алыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙылдар Башҡорт корпусы ғәскәрҙәрен тулыһынса ҡораһыҙландырып, таратырға, тигән маҡсатта эш итә. Ике ай эсендә 6 полктан торған тулайым бер корпустың ҡалдыҡтары ғына тороп ҡала. Ҡыҙылдарҙың баш-баштаҡлығына түҙә алмай, Сөләймән Ишмырҙин командалыҡ иткән 1-се полктың 2-се батальоны киренән аҡтар яғына сыға.  Шулай уҡ 2-се Башҡорт кавалерия полкының 3-сө эскадроны, һуңыраҡ 1-се Башҡорт кавалерия полкы аҡтар яғына китә.

1919 йылдың май аҙағында Саранский ҡалаһында Башҡорт корпусынан ҡалған ғәскәрҙәрҙән 1-се, 2-се уҡсы һәм 1-се, 2-се кавалерия полктары ойошторола башлай. Улар Айырым Башҡорт бригадаһын тәшкил итергә тейеш була. Сөләймән Ишмырҙин яңынан ойошторола башлаған 1-се Башҡорт уҡсы полкының командиры итеп тәғәйенләнә. Июнь башында, тупланып та бөтмәгән башҡорт полктарын Көньяҡ фронтҡа (Украинаға) ебәрергә тигән Троцкийҙың фарманы килә.

Ойошторолоп бөтмәгән башҡорт полктарын Көньяҡ фронтҡа ебәреү тураһында фарман килгәс, Зәки Вәлиди Ҡыҙыл Армияның баш командующийы Вацетисҡа ошо турала аңлатып былай тип яҙа: «Посылаете башкирские части на Южный фронт, но они еще не сформированы: на 2 стрелковых и 2 кавалерийских полка имеется только менее 100 лошадей, в 4-х полках со всеми хозяйственными командами, командным составом всего 3200, т.е. не больше 2000 штыков. На 4 полка всего 40 винтовок, винтовки только что получили из Бежецка, они еще до Саранска не дошли. Командного состава не хватает. Например, в 2-х кавалерийских полках всего 11 человек. Полагали формирование продолжать на фронте, где мобилизуются все освобожденные волости, люди и лошади, обозное имущество. Большую часть полученных обмундирований отправили в Южгруппу для вновь мобилизованных башкир (Айырым Башҡорт уҡсы бригадаһы частары – авт.), которых мы в Саранск не отправляли ввиду близости нашего выступления. Теперь все дело формирования расстроится».

4 июнь Башҡортостан хәрби комиссариаты Саранскийҙағы башҡорт полктарының ойошторолоу кимәле тураһында ҡыҫҡаса белешмә лә (таблица менән ҡуша) әҙерләй:

 

 

 

 

Название частей

Число людей  

Рота-

эскад-

рон

 

 

Ору-

жие

 

 

 

Лоша-

ди

 

Пово-зок

 

 

Примечание

 

Ком.

 

солдат
Бой-цов всего
1-й Стрелковый Башкирский полк

 

32

 

 

305

 

 

419

 

 

3

 

 

 

 

52

 

 

1

 

 

 

 

 

2-й Стрелковый Башкирский полк

 

32

 

 

256

 

 

400

 

 

2

 

 

 

 

52

 

 

1

 

 

Из них 39 в коман-

дировке за обмундир.,

снар., фуражем.

1-й Кавалерийск.

Башкирский полк

 

17

 

 

229

 

 

311

 

 

2

 

 

 

 

46

 

 

1

 

 

 

 

2-й Кавалерийск.

Башкирский полк

 

19

 

 

215

 

 

285

 

 

2

 

 

 

 

33

 

 

 

Собственность красноармейцев-

башкир.

Красный батальон

(карауль.-конный)

 

14

 

 

 

 

161

 

 

1

 

 

10

 

 

35

 

 

 

 

Расформирован

для формир.

В комплектовании

находящихся в каратине

 

 

 

 

 

 

 

Око-ло

800

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Каратин кончился

3 мая

 

Всего

 

100

 

995

 

2215

 

183

 

3

 

Таблицанан күренеүенсә, бригаданың  дүрт полкы кеше һаны буйынса ике полкка ғына торошло булған.  Фронтҡа сығырға торған ғәскәрҙең ҡоралдары ла бөтөнләй булмаған, ҡарауыл батальонындағы 10 мылтыҡты иҫәпкә алмағанда. Аттар, ылау тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. «По числу людей из всей бригады можно было бы составить пехотные полки – слабого состава, использовав весь командный состав, но опять и в этом случае отсутствие оружия, обоза  и лошадей ставить преграду и выдвижению на фронт полка», – тигән һығымта яһай.

Әммә Вацетис башҡорт полктары Харьковта гарнизон хеҙмәтен генә үтәйәсәк һәм шунда ойоштороу эштәрен тамамларҙар, тип Башҡортостан хәрби комиссариатын тынысландыра.

11 июнь Башҡорт бригадаһының полктары Саранскиҙан Көньяҡ фронтҡа, Харьков ҡалаһына юллана.  Зәки Вәлиди  Ленин, Троцкий һәм Сталинға: «нахождение наших башкирских частей в Харькове, в распоряжении 14-й армии, просим считать краткосрочной командировкой для выполнения специальных задач и скорее вернуть их на Восточный фронт», – тип яҙа. Башҡортостан етәкселеге үҙ ғәскәрҙәренең Көньяҡ фронтта оҙаҡ булмауына һәм тиҙ арала ҡайтыуына ышанып, гарнизон хеҙмәтен генә үтәйәсәген иҫәпкә алып,  Башҡорт бригадаһының штабын Саранскиҙа ҡалдыра. Бригаданың сәйәси комиссары Хәлим Әмиров ҡына особоуполномоченный сифатында башҡорт полктары менән Харьковҡа ебәрелә.

1919 йылдың 13 июнендә Харьковҡа килеп етеүгә, башҡорт ғәскәрҙәренә әҙерлекһеҙ, ҡоралһыҙ рәүештә Деникин армияһы менән ҡанлы һуғышҡа инергә тура килә. Полктарҙың берҙән командалығы ла булмай, сөнки штаб ойошторолоу кимәлендә була һәм ул Саранскийҙа тороп ҡала. Һуғыш шарттарында башҡорт полктарына, тиҙ арала берҙәм идара органы – бригада штабы булдырырға тура килә. Сөләймән Ишмырҙинды бригада командиры итеп һайлайҙар. Харьков янында, ике аҙна буйы барған ҡанлы яуҙарҙа Башҡорт бригадаһы ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Деникин ғәскәрҙәре башҡорттарҙың ныҡлы ғәскәр икәнен күреп, уларҙы флангынан урап үтеп ҡамауға алырға тырыша. Бригада, күрше ҡыҙыл частарҙың сигенеүе арҡаһында күп тапҡырҙар дошман ҡулсаһында тороп ҡала. Харьков ҡалаһының Оборона Советының аҡтарға һатылыуы арҡаһында (башҡорт полктары уның идараһында була), Башҡорт бригадаһына байтаҡ юғалтыуҙар кисерә.

“Деникин частары Башҡорт бригадаһының көслө ҡаршылығына осрауға ҡарамаҫтан, Харьков йүнәлешенә ҡарай һөжүмде туҡтатманылар. Дошман башҡорт полктарына туп-тура һөжүм итеүҙән тайпылып, беҙҙең частарҙы урап сығыу тактикаһына күстеләр.

Шуға ҡарамаҫтан беҙ киң фронт һыҙығында дошмандың юлын быуып торҙоҡ. Даими рәүештә һөжүм итеп, кәрәк саҡта оборонаға тороп Харьков янында һуғыштыҡ. Дөйөм фронтта Ҡыҙыл Армия дошмандың ҡыҫымына сыҙамай бер нисә аҙна буйы Харьковҡа сигенде. Был мәлдә башҡорт ғәскәрҙәре ысын мәғәнәһендә ғәжәйеп батырлыҡтар күрһәтте. Беҙҙең полктар дошманға бик ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтеп сигенде. Сигенмәҫ ине, бөтөн Ҡыҙыл Армия сигенгәнгә күрә, Башҡорт дивизияһы ла Харьков яғына сигенергә мәжбүр булды. Армияның былай бер туҡтауһыҙ сигенеүен юғары командованиеның йүнһеҙлеге һәм аҡтарға һатылғанлығылыр тигән уйҙа булды башҡорт ғәскәрҙәре етәкселеге. Ә юғары командование Харьков оборона штабында булды. Уларҙың һатылғанлығы бик тә яҡшы күҙгә ташлана ине. Беренсенән, фронт шул тиклем тарҡау, Ҡыҙыл Армия частары араһында элемтә юҡ, дошмандың ҡыҫымы аҫтында улар  тәртипһеҙ рәүештә, бер ниндәй етәкселекһеҙ сигенгәйне. Оборона штабының  Харьков йүнәлешендәге тарҡау ҡыҙыл ғәскәрҙәрҙе тәртипкә килтерерлек йүнле фарманы булманы” – үҙенең хәтирәләрендә 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры Усман Тереғолов.

Ҡыҙыл армия частары Деникин ғәскәре ҡыҫымына сыҙай алмай, паникаға бирелеп сигенә. Тиҙҙән  Харьков ҡалаһын ҡалдырып китә. Харьковтан иң аҙаҡ Башҡорт бригадаһы полктары сыға. Тәүге эшелонда сығып, юлда ҡыҙылдар ташлап ҡасҡан, ҡорал һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы алып, Сумы ҡалаһына килгән бригада штабын  ҡыҙылдар ҡорал менән ҡаршылай. Сумы чекаһы бөтөн Башҡорт бригадаһы штабын, шул иҫәптән бригада командиры Сөләймән Ишмырҙинды ҡулға алып, бикләп ҡуя. Ҡыҙылдарҙың бындай оятһыҙ ҡыланышы, арттағы эшелондар менән килеп еткән башҡорт яугирҙарын, һуңғы сиккә еткерә. Эштең нимә менән бөтөрөн аңлаған ҡыҙылдар бригада штабын иреккә сығарырға мәжбүр була.

Июнь аҙағында Башҡорт бригадаһы Бахмач станцияһына ялға сығарыла. Бында Башҡортостандың хәрби комиссары Зәки Вәлиди килә. Ул башҡорт яугирҙарына рәхмәт белдерелә һәм бригада командиры Сөләймән Ишмырҙиндың хеҙмәтен билдәләп үтә: “

 

ПРИКАЗ

 

По   Башкирским войскам

№ 0642-I

 

2-го июля 1919 г.                                                                                             Станция Бахмач

 

1

 

Прибыв на  Южный фронт ознакомился с боевыми действиями 1-го и 2-го Стрелковых и 1-го и 2-го Кавалерийских Башкирских полков и их героическими подвигами при обороне Харькова от имени Революционного Комитета Башкирской Советской Республики приношу благодарность всем красноармейцам-башкирам; принимавшим участие в этих тяжелых боях, вынесенных при крайне неблагоприятных условиях, которыми была обставлена оборона Харькова вообще.

Особенно благодарю Командира 1-го Стрелкового Башкирского полка Ишмурзина II-го временно исполнявшего обязанности командира Бригады за умелое ведение операции с малым для войска ущербом; командира 2-го Стрелкового полка Исхакова за самоотверженность”.

Шуны әйтеп үтергә кәрәк, 1919-1920 йылдарҙағы архив документтарында Ишмырҙиндар исемләп бирелмәгән. Әүхәҙей “Ишмурзин I”, ә Сөләймән “Ишмурзин II”, тип телгә алына. Әле Зәки Вәлидиҙең фарманында Сөләймән Ишмырҙиндың “Ишмурзин II” булараҡ яҙылыуы шунан килә. Ә бына Хәрби комиссариат фарманында Әүхәҙей Ишмырҙин “Ишмурзин I” бирелгән (фотоны ҡарағыҙ).

Бригада яңы килгән яугирҙар, командирҙар менән тулыландырыла һәм Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһы, тип үҙгәртелә. Дивизияның командиры итеп Ахлау Ахлов тәғәйенләнә, комиссары – Нуриәғзәм Таһиров. Зәки Вәлидиҙең бойороғо буйынса Сөләймән Ишмырҙин Көньяҡ фронттан Хәрби комссариат ҡарамағына күсерелә. Башҡортостанға ҡайтҡас, Бәләбәйҙә ойошторолоп ятҡан 3-сө Башҡорт кавалерия полкына командир итеп тәғәйенләнә.

1919 йылдың сентябрендә башҡорт ғәскәрҙәре, шул иҫәптән 3-сө Башҡорт кавалерия полкы, Петроградҡа ебәрелә. Ә Сөләймән Ишмырҙинға ғәскәрҙәрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелеп, Башсовнархозға күсерәләр. Бында ул хәрби заготовкалар бүлеген етәкләй, йәғни башҡорт ғәскәрҙәрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү эше йөкмәтелә.

Сөләймән Ишмырҙин ҡыйыу, ауыр саҡта ла юғалып ҡалмаған, тәжрибәле командир итеп таныта. Ошо рәүешле Көньяҡ фронтта сағында башҡорт һалдаттары араһында ҙур ихтирам, хөрмәт ҡаҙана. Башҡорт яугирҙары Сөләймән Ишмырҙинды армияға ҡайтарыуҙы һорап Башревкомға мөрәжәғәт итәләр. 1919 йылдың 16 сентябрендә Башревком: “Довести до сведения военкомата о желании красноармейцев видеть Ишмурзина II своих рядах”, – тип ҡарар ҡабул итә.

Әммә Сөләймәнгә ғәскәр сафтарында башҡа хеҙмәт итергә тура килмәй. Уның өсөн йәш, яңы аяҡҡа баҫып килгән республикала ла яуаплы эштәр етерлек була. Күптән түгел генә эвакуациянан ҡайтҡан Башҡортостан хөкүмәтенә (Башревкомға) автономияны ғәмәлгә ашырыу өсөн, тәжрибәле яуаплы башҡорт хеҙмәткәрҙәрен кантондарға ебәрә. Башҡортостан автономияһының урындағы власть органдары – кантон революцион комитеттарын ойоштороу көнүҙәк мәсьәләгә әүерелә. 1919 йылдың көҙөндә Сөләймән Ишмырҙин Башҡортостандың төньяғындағы Көҙәй кантревкомына эшкә ебәрелә.

1920 йылдың мартында Үҫәргән кантонында урыҫ коммунистары законһыҙ рәүештә съезд үткәреп, башҡорттарҙы ҡорал менән ҡурҡытып, яңы кантревком һайлай, республика составынан сығырға тигән агитация башлай. Уларҙы был эштәрендә Ырымбур губкомы ҡоторта. Башҡортостан хөкүмәте (Башревком) тиҙ арала биләдле башҡорт эшмәкәре Хәлим Әмиров, Ибраһим Исхаҡов һәм Сөләймән Ишмырҙин составында комиссия төҙөп, Үҫәргән кантонына ебәрә.

Зәки Вәлиди С. Ишмырҙинды Үҫәргән кантоның рәйесе итеп тәғәйенләй. Комиссия ғәскәр менән килеп, фетнәселәрҙе ҡулға алып, урындағы комячейкаларҙы тарата. Кантонда Башҡортостан автономияһы власын яңынан тергеҙә. Тиҙҙән Башревком Ишмырҙин Башҡортостандың тағы бер ауыр төбәгенә, Өфө губкомы менән тартҡылашҡан территорияға, Табын кантонына рәйесе итеп тәғәйенләй.

1920 йылдың көҙөнән Сөләймән Ишмырҙин Башҡортостандың аҙыҡ-түлек эштәре буйынса халыҡ комиссары вазифаһын үтәй, БашЦИК ағзаһы итеп һайлана. Әммә 1921 йылда Ишмырҙиндың баш осонда ҡара болоттар ҡуйыра башлай. Обком, уның аҡтар яғында йөрөгәне өсөн партиянан сығара. 1922 йылда вазифаһынан бушатыла һәм енәйәттә ғәйепләп, Республика ревтрибуналы уны 15 йылға иркенән мәхрүм итергә тигән хөкөм ҡарары сығара. Башҡорт эшмәкәрҙәре Мәскәүгә, Үҙәк властҡа мөрәжәғәт итеп, Сөләймән Ишмырҙинды оло бәләнән ҡотҡарып алып ҡала. Сөләймән Ишмырҙиндың власть тарафынан ҡаты хөкүмгә тарттырылыуы ағаһы Әүхәҙей Ишмырҙиндың Төркөстандағы большевиктарға ҡаршы эшмәкәрлеге менән туранан-тура бәйле, күрәһең. Сөнки тап 1922 йылда Ә.Ишмырҙин ҡыҙылдарға әсиргә төшөп, Мәскәүгә килтерелеп, үлтерелә. Ошоноң шауҡымы Сөләймәнгә лә тейгән, ахыры. Бынан тыш, Сөләймән анкетаһында яҙыуынса, ағаһы Әүхәҙей Ишмырҙиндың улы Исхаҡты ҡараған.

Сөләймән Ишмырҙин артабан Башҡортостанда юғары вазифалар биләмәй, дәүләт эшенә яҡынлатылмай. 1926 йылға тиклем ул Өфөнөң Ленин исемендәге Өлкә тәжрибәле мәктәбендә завхоз булып эшләй. Риф Михтахов яҙыуынса, һуңынан ул Башглавполитпросвет бүлегендә эшләгән, имеш. 1932 йылда С. Ишмырҙин Мәскәүгә “Союззолото” берекмәһенә эшкә күсә. Башҡортостанда көн бирмәгәс, баш ҡалала эҙәрләмәҫтәр, тип уйлағандыр моғайын. Әммә ҡәһәрле 1937 йылдың Сталин репрессияһынан уны Мәскәү ҙә ҡотҡармай. Ҡулға алынып, иркенән мәхрүм ителә, һөргөндә үлеп ҡала.

Архив документтарын ҡарап ултырғанда Әүхәҙей менән Сөләймән Ишмырҙиндарҙың өлкән ағаһы Ишбулдының да (1887 йылғы) милли хәрәкәттә ҡатнашҡанлығы хаҡында мәғлүмәттәр осраны. Ул 1919 йылдың февраль-март айҙарында Башҡорт хөкүмәтенең хужалыҡ бүлегендә эшләгән икән. Ишбулды Ишмырҙин 1937 йылдың 28 ноябрендә ҡулға алынып, 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. Шулай уҡ 1937 йылдың 28 ноябрендә Ишмырҙиндаҙың кесе ҡустылары Йосоп та ҡулға алына. Колхоз рәйесе булып эшләгән ир-уҙаманын шул уҡ 10 йылға төрмәгә ябалар. Ишбулды менән Йосоп Ишмырҙиндарҙы тик 1964 йылда ғына реабилитациялайҙар. Ә бына Әүхәҙей менән Сөләймән Ишмырҙиндарҙы аҡлау тураһында мәғлүмәткә юлыҡҡаным юҡ әле.

Башҡортостан автономияһы өсөн фиҙакәр хеҙмәт итеп, ошо көрәш юлында йәнен фиҙа ҡылған Әүхәҙей Ишмырҙин, милли хәрәкәттәге эшмәкәрлеге өсөн Сталин репрессияһы ҡорбандары булған Сөләймән һәм Ишбулды Ишмырҙиндарҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү  беҙҙең быуындың бурысы.

Ҡулланылған сығанаҡтар:

  1. НА РБ. Ф. 387. Оп. 3. Д. 64. Л. 13, 13 об.
  2. НА РБ. Ф. 1201. Оп. 4. Д. 4. Л. 16.
  3. НА РБ. Ф. 78. Оп. 1 Д. 17. Л. 4.
  4. НА РБ. Ф. 629. Оп. 1. Д. 1303. Л. 15–15об.
  5. НА РБ. Ф. 1107. Оп. 1. Д. 7. Л. 2.
  6. НА РБ. Ф. 1107. Оп. 1. Д. 25. Л. 21.
  7. НА РБ. Ф. 1780. Оп. 1. Д. 9. Л. 5.
  8. А.А. Валидов – организатор автономии Башкортостана (1917–1920). Ч. 1. Уфа, 2005. 170, 218, 288, 293, 297, 298, 310, 315, 334-се биттәр.
  9. Вәлиди Туған Ә. Ә. Хәтирәләр. Өфө, 1996. 388, 472, 473-сө биттәр.
  10. Национально-государственное устройство Башкортостана (1917–1925). Т. 1. Уфа, 2002. 304, 344, 352-се биттәр.
  11. Шунда уҡ. Т. 2. Ч. 1. Уфа, 2002. 260, 469, 497, 561, 570, 579, 596-се биттәр.
  12. Шунда уҡ. Т. 2. Ч. 2. Уфа, 2003. С. 54, 151–158, 176, 182, 203, 227, 229, 236, 268, 283, 412, 430-се биттәр.
  13. Шунда уҡ. Т. 3. Ч. 1. Уфа, 2004. 201, 440, 441, 504, 619, 668-се битәр.
  14. Шунда уҡ. Т. 3. Ч. 2. Уфа, 2006. 24, 155, 169, 174–179, 383, 562-се биттәр.
  15. Шунда уҡ. Т. 4. Ч. 1. Уфа, 2008. 57, 265, 282, 484-се биттәр.
  16. Риф Мифтахов. Ишмырҙиндар яҙмышы //Башҡортостан. 1990 й., 22 декабрь.
  17. Сулпан Иманғолов. Әүхәҙи ҡылысы // Шоңҡар. 1995. № 2.

Азат ЯРМУЛЛИН. “Ватандаш”, 2016 йыл, №1.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *