Башҡорт дворяндары Сыртлановтар. Шланлыкүл ауылынан сыҡҡан данлы нәҫел

Шагихайдар СыртлановГалиаскар СыртлановГруппа депутатов Второй Государственной думы 1Һәр халыҡтың тарихы уның күренекле шәхестәре эшмәкәрлеге, тормошо аша сағыла. Тарихта яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр менән ғорурланабыҙ, уларҙың атҡарған эштәре һәр быуынды рухландырып тора. Башҡортостандың һәр төбәгендә ундай шәхестәр бар. Тик бына төньяҡ-көнбайыш башҡорттары араһынан сыҡҡан данлы шәхестәр менән хәл бер аҙ ҡатмарлыраҡ тора. Мөмүмән, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихи үткәне ентекләберәк өйрәнеүҙе, һәм иң мөһиме дөрөҫ, ысын тарихты халыҡҡа еткереүҙе талап итә. Ысын тарих тигәндәй, мин бында ҡәтғи рәүештә архив сығанаҡтарына таянып яҙылған тарих тураһында әйтер инем. Сөнки бөгөн төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли асылын нисек тә булһа, хатта фәнни булмаған юлдар менән, төрлө уйҙырмалар, гипоезалар аша татар халҡына алып барып тоташтырыусы “тарихсы”лар  әҙ түгел. Хатта тарих фәндәре докторы исемен йөрөткән ҡайһы “ғалимдар” ҙа ысын тарих фәненән йыраҡ торған хеҙмәттәр яҙырға, икенсе һүҙ менән әйткәндә, бер ниндәй ҙә факттар менән раҫланмаған, һүҙ бутҡаһы аша төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихын үҙҙәренә уңайлы рәүештә яҡтырта. Миҫал өсөн йыраҡ йөрөргә кәрәк түгел. Ут күршеләребеҙҙә сыҡҡан китаптарҙа, интернет селтәрендә был турала “тарихи” мәҡәләләр тулып ята. Уларға эйәреп республиканың ҡайһы бер тыуған яҡты өйрәнеүсе, һәүәҫкәр тарихсылары ла үҙҙәренең “тарихи” хеҙмәттәре менән “ҡыуандырып” тора.

Уларҙың һәр береһендә бер үк “тарих” бәйән ителә. Архив сығанаҡтарында башҡорт, тип теркәлгән төньяҡ-көнбайыш башҡорттары “башҡорт сословияһына” күскән татарҙар, имеш. Бер һүҙ менән әйткәндә башҡорт титәрҙәр кеүек милләт түгел, ә сословие булған тигән фекер алға һөрөлә. Ошо юҫыҡтан сығып төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихы бәйән ителә. Мәҫәлән, “От служилых татар к татарскому дворянству” тигән китапта (И.Р.Ғабдуллин. 2006 йыл, Мәскәү) төньяҡ-көнбайыш башҡорттарынан сыҡҡан дворяндар йә татарҙар тип яҙылған, йә булмаһа башҡорт сословиеһында булған татарҙар булып киткәндәр. Ошо рәүешле Минзәлә башҡорттарынан сыҡҡан данлы нәҫелдәр: Мутиндар, Солтановтар татарҙар булып киткән. Бөгөнгө Бүздәк районының Шланлыкүл ауылынан сыҡҡан башҡорт дворяндары, башҡорттоң ҡаңлы ырыуына ҡараған данлы нәҫелдәрҙең береһе – Сыртлановтар ҙа “башҡорт сословиеһындағы” татарҙар булып сыҡҡан.

Ә бит Сыртлановтар нәҫеленең үткәне, тормошо, эшмәкәрлеге уларҙың башҡорт икәнен тураһында асыҡ һөйләй. Шланлыкүл ауылы –  борон-борондан ҡаңлы ырыуының аҡтау түбәһе башҡорттары йәшәгән төбәк. Билдәле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров яҙыуынса, 1795 йылда Шланлыкүл ауылында 12 башҡорт (78 кеше), 14 типтәр (103 кеше) һәм 4 мырҙалар йорто (47 кеше) теркәлгән булған. Типтәр тигәндәре 1738 йылда килешеү буйынса ҡанлы башҡорттарына килеп ултырған Минзәлә өйәҙенең Йәнәй улысы башҡорттары. 1917 йылда бында 54 башҡорт (ҡаңлылар),  585 типтәр (йәнәйҙәр), 961 мишәр йәшәгән. Ә инде 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында бөтәһе лә татар һәм типтәрҙәр тип теркәлгән тип яҙа Әсфәндиәров. Шланлыкүлдең ошондай тарихы төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һәр бер ауылының яҙмышына ауыздаш. Бик ябай тарих: башҡорт ауылына килешеү буйынса мишәрҙәр, татарҙар, типтәрҙәр килеп ултырғандар, артабан бөтәһе лә, шул иҫәптән башҡорттар ҙа татарға әүерелгәндәр, дөрөҫөрәге татар тип теркәлгәндәр.

Әсфәдриәров яҙыуынса, Сыртлановтар нәҫелен башлап ебәреүсе Сыртлан Айытҡолов Шланлыкүл һәм Сыртланлыкүл (хәҙерге Сыртлан ауылы) ауылдарына нигеҙ һалған. Архив документтарынан күренеүенсә, 1816 йылда Шланлыкүл ауылда йәшәүсе указный мулла Ишбулды Сыртланов (1757 йылғы) телгә алына. Уның дүрт ҡатынынан 9 малайы тыуа (береһе йәшләй үлә). Иң өлкән улы Шиһабетдин (1793 йылғы) Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә. Поход яһауылы (походный есаул – капитан) дәрәжәһенә үҫеп етә. 1812 йылда француздарға ҡаршы һуғышҡа китеп, 1813 йылда яу ҡырында һәләк була. Икенсе улы Шаһиәхмәт тә (1797 йылғы) хәрби хеҙмәттә йөрөй. Поход яһауылы дәрәжәһендә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. Шаһимарҙан (1803 йылғы) исемле улы Ҡаңлы улысы старшинаһының ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Аҙаҡ Шланлыкүл ауылында указный мулла вазифаһын башҡара. Ғимаҙетдин  (1805 йылғы) тигән улы ла дин юлын һайлай.  6-сы улы Мифтахетдин зауряд-хорунжий (хәҙергесә кесе лейтенант), Ғәбделваһап (1816 йылғы) менән Шиһабетдин (1818 йылғы, яуҙа һәләк булған иң өлкән улының исемен ҡушҡандар, күрәһең)  – урядник дәрәжәһендә Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итәләр. Ишбулды Сыртлановтың 8 малайы араһында 4-се улы Шаһигардан (1804 йылғы) үҙенең зирәклеге, тырышлығы арҡаһында ҙур дәрәжәләргә ирешә. 17 йәшенән хәрби хеҙмәттә йөрөй. Алты йыл хеҙмәт иткәндән һуң 1828 йылда уға урядник чины бирелә, 1835 йыл хорунжийға күтәрелә, тағы дүрт йылдан сотник, 1842 йылда – яһауыл, һуңынан инде ғәскәри старшина (войсковой старшина – подполковник) дәрәжәһенә күтәрелә. 1835 йылдан алып 1863 йылда кантон идаралығы бөтөрөлгәнсә, йәғни 28 йыл буйы  12-се, 21-се башҡорт  кантондары башлығы булып хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттәре өсөн “1853–1856 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлегенә” исемле миҙал менән бүләкләнә. Шаһигардан кантондың уландарына ла атаһының юлынан китә. Өлкән улы Арыҫланбәк (1830 йылғы) 18 йәшенән хәрби хеҙмәттә була. 12-се, 13-се башҡорт кантондарында хеҙмәт юлын үтә. Зауряд-сотник (хәҙергесә лейтенант) чинын ала. Аҙаҡ 21-се башҡорт кантоны башлығы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 3-сө улы Шаһисолтан (1834 йылғы)  Ырымбур ҡалаһындағы кадет корпусында уҡый. Артабан Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт юлын үтә. 1861 йылда 20-се башҡорт кантоны башлығы итеп тәғәйенләнә. Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн “1853–1856 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлеге” миҙалы менән бүләкләнә, атан-улға күсәгилешле дворянлыҡ хоҡуғы алыуға ирешә. Уның Бәләбәй өйәҙендә ҙур ғына ер биләмәләре була. Атаһы Шаһигардан менән бергә һыу тирмәне, йылҡы заводы тота. Шаһисолтан Сыртланов губерна һәм өйәҙ түрәләре, кантон башлыҡтары араһында ҙур абруй ҡаҙана.

Сыртлановтар нәҫеленең данын Шаһигардан кантондың иң кесе улы Шаһихәйҙәр (1846 йылғы) тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә күтәрә. Ул ағаһы Шаһисолтан кеүек Ырымбур кадет корпусын тамалай. Унан һуң туғыҙ йыл буйына Төркөстанда, Сәмәрҡәнд ҡалаһында хеҙмәт итә. Капитан чинында отставкаға сығып, тыуған яғына ҡайта. 1877 йылдан Бәләбәй өйәҙенең һәм Өфө губернаһы земстволарының (урындағы үҙидара органдары) гласный (депутат) һәм мировой судъя (халыҡ судъяһы) булып эшләй. 1906, 1907 йылдарҙа Рәсәйҙең 1-се һәм 2-се Дәүләт думаларына Бәләбәй өйәҙе башҡорттарынан депутат итеп һайлана. Шаһихәйҙәр Сыртланов Санкт-Петербург ҡалаһында Дәүләт думаһы трибунаһына сығып башҡорт халҡының аҫабалыҡ хоҡуғын яҡлап сығыш яһай. Башҡорттоң ерҙәрен күпләп тартып алыу, кантон осоронда башҡортҡа ҡарата батша хөкүмәтенең үтә лә ғәҙелһеҙ мөнәсәбәте тураһында әсенеп һөйләй: “Господа! Я представитель Уфимской губернии, выбранный тамошними коренными жителями, башкирами. Я желаю сказать кое-что из того, чем этот накрод обижен в разное время бывшим правительством. Башкиры приняли подданство России 400 с лишним лет тому назад, – это не завоенванный народ. При принятии их в подданство им было обещано, что не тронут ни земли их, ни имущества, ни религии, ни обычаев, ни быта… Со временем башкир обратили в казачье войско – они участвовали в отечественных войнах и оказали известные заслуги, а затем из казачьего войска, хотя они числились казаками, башкир вызывали на службу не как кавалеристов, а виде рабочих с подводами и, как бы в начазание, заставляли их вести каторжный труд. Их трудами выстроили Оренбургскую крепость, а затем срыли ее все степные крепости до самого Сыр-Дарье. Их заставляли возить на верблюдах и лошадях в степные города за 1000 и больше верст, и за все это башкирам платили 3 копейки в день на содержание с лошадью, вследствие этого много лошадей у башкир погибали от голода… Но все-таки еще можно бло терпеть до тех пор, пока не начались хищения башкирских земель… ”.  Ул Иттифаҡ әл-мөслимин, йәғни Рәсәй мосолмандары союзын, Дәүләт думаһында мосолман фракцияһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.

Шаһихәйҙәр Сыртлановтың улы Ғәлиәскәр ҙә, (1875–1912)  юғары дәрәжәләргә өлгәшә. Ырымбурҙағы кадет корпусын, Мәскәүҙең Александр хәрби училищеһын, һуңынан Санкт-Петербургтың Хәрби-юридик академияһын тамалай. Санкт-Петербургта батша ғәли йәнәптәренең Литва лейб-гвардия полкында эскадрон командиры булып хеҙмәт итә. Академияны тамамлағандан һуң, Рәсәй Хәрби министрлығының  Баш хәрби-суд  идаралығында, һуңынан Санкт-Петербургтың хәрби судында адвокат булып хеҙмәт итә. 1906 йылда подполковник чинында отставкаға сығып, Петербургта адвокат булып эшләй. Бәләйбәй өйәҙе башҡорттары уны Рәсәйҙең 3-сө Дәүләт думаһына (1907–1912)  депутат итеп һайлай. Рәсәй мосолмандарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың, мәнфәғәтен яҡлап думала әүҙем сығыш  яһай. Әткәндәй Ғ. Сыртланов мосолман депутаттары араһынан думаның Дәүләт оборонаһы комитеты ағзаһы итеп һайлана. Был уның абруйы тураһында асыҡ һөйләй. Хәрби хеҙмәттән киткәс, Рәсәй империяһының баш ҡалаһы Санкт-Петербургта үҙен талантлы адвокаттарыҙың береһе итеп таныта. 1905 йылда рус-япон һуғышында еңеләгәндән һуң бөтә ғәйеп вице-адмирал З.П.Рожественский, адмирал Н.И.Небогатов һәм генерал-лейтенант А.М.Стесселгә төшә. Хатта улар өҫтөнән суд эше башлана. Судта ошо генерал, адмиралдарҙы адвокат булараҡ Ғәлиәскәр Сыртланов яҡлап сығыш яһай. Бында ла уның адвокат булараҡ абруйы ҙур булыуы тураһында һөйләй. Әммә уның ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлә. 1912 йылда Өфөгә ҡайныһы янына ҡунаҡҡа килгән саҡта уны ҡайнағаһы атып үлтерә. Полиция тикшеренеү үткәреп, яңылыш атҡан тигән һығымта яһай. Мосолмандарҙың хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһаған абруйлы, талантлы адвокатты өнәп бөтмәгәндәр әҙ булмағандыр, шул иҫәптән батша власы.  Шуға күрә Сыртлановтың үлеме шул уҡ полицияның эше булыуы ла ихтимал.

Шаһихәйҙәр Сыртлановтың Рауил исемле улы полковник дәрәжәһендә, Беренсе донъя һуғышында полк менән етәкселек итә. 166-сы Ровнен пехота полкы командиры Рауил Сыртланов 1916 йылдың 20 июнендә үҙенең полкын дошманға ҡаршы атакаға алып китә. Батыр командирҙың ҡулында полктың байрағы була. Р.Сыртланов беренсе булып дошман окоптарына бәреп инә һәм шунда ҡаһармандарса һәләк була. Шул көндө үк уға генерал майор дәрәжәһе бирелә. Ҡаһарман башҡорт генералын тыуған яғы Шланлыкүл ауылына алып ҡайтып ерләйҙәр. Әйткәндәй, шул уҡ Көнбайыш фронтында уның ҡустыһы  капитан Йософ Сыртланов һуғыша. Ул айырым 1-се Ивангород ауыр артдивизионында хеҙмәт итә. 1916 йылда күрһәткән батырлыҡтары өсөн Георгий ҡоралы (ҡылысы) менән бүләкләнә. Рауил ағаһының һәләк булғанын белгәс, Йософ Сыртланов үҙе алып ҡайтып ерләгәндер, ахыры. Ватан өсөн йәнен фиҙа ҡылған башҡорт офицерының ҡаһарманлығын батша хөкүмәте юғары баһалай. Уға 1917 йылдың ғинуарында Рәсәй империяһының иң юғары хәрби наградаһы –  4-се дәрәжәләге Изге Георгий ордены бүләкләнә.

Совет власы осоронда дворян нәҫелдәрен эҙәрлекләү, ҡыҫырыҡлауға ҡарамаҫтан, Сыртлановтар династияһы һүнеп ҡалмай. Был нәҫелдең данын яңы быуын ир-уҙамандары күтәреп сыға. Советтар Союзы Герой Муллайәр Сыртланов, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт драма театрында  тарихында яҡты эҙ ҡалдырған сәнғәт эшмәкәрҙәренең береһе Риф (ысын исеме Рәхимйән) Сыртланов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәйҙең Инженер һәм тау академиялары академигы, байтаҡ йылдар “Башнефть” генераль директоры булып эшләгән Ампир Сыртлановтарҙың  исемдәре ошо хаҡта һөйләй.

 

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы. “Киске Өфө” гәзите.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *