Изге Торатау әүлиәләр һәм хандар төйәге

ТоратауТоратау – Башҡортостан тәбиғәтенең уникаль ҡомартҡыларының береһе булып тора. Ул Ишембай районында Ағиҙел йылғаһынан алыҫ түгел Туғар һалған күле буйында урынлашҡан. Тауҙың бейеклеге 406 метр, оҙонлоғо 1 километр 200 метр, киңлеге 800 метр тәшкил итә. Тауҙың көнбайышы һәм көньяҡ-көнбайыш битләүендә бер нисә ҙур булмаған мәмерйә бар. Тау тоҡомо һуң полеозой дәүеренә ҡараған риф массивынан тора. Бында 230 миллион йыл элек тропик диңгеҙ булған. Шуға ла Торатауҙа диңгеҙ ҡабырсаҡтары һ.б. йән эйәләренең ҡалдыҡтары табыла. Торатау 1965 йылдан алып тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын йөрөтә һәм дәүләт тарафынан һаҡлана.

Торатау башҡорт халҡы өсөн тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ ҡына түгел, тарихи объект булараҡ та ҡиммәтле. Был тау башҡорттарҙың боронғо тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Тау башында Башҡортостан менән хакимлыҡ иткән нуғай хандарының һарайы (нығытмаһы) булған. Үҫәргән тәуарихында (шәжәрәһендә) хандың исеме лә телгә алына. Ул Тура хан тип исемләнә. “Тура хан. Нәһер Иҙелдә (Ағиҙелдә – А.Я.) Туратағ (Торатау)  димәктә мәшһүрҙер. Уның һарайы урынылыр. Башҡорт халҡына билистиҡлал хан улмыштыр”, йәғни Тура хан. Ағиҙел буйындағы мәшһүр Торатау уның һарайы урынылыр. Башҡорт халҡының бойонодороҡһоҙ ханы булып тора, тиелә Үҫәргән шәжәрәһендә. Тимәк, борон Торатауҙың башында башҡорт халҡы менән идара иткән Тура хандың резинденцияһы урынлашҡан булған һәм уны башҡорт ханы тип атаһаҡ бер ҙә яңылыш булмаҫ. Сөнки ул Башҡортостан менән идара иткән. Был тау дошмандарҙан һаҡланыу йәһәтенән дә бик уңайлы урын. Сөнки тирә-яғында ялан, яу менән килгән дошманды әллә ҡайҙан шәйләргә мөмкин. Шуғалыр ҙа башҡорт ханы Тура хан үҙенең һарайын ошонда һалдырғандыр, моғайын.

Башҡорт халҡы өсөн Торатау хан һарай торған тау ғына, түгел ә әүлиәләр ерләнгән изге урын булараҡ та борон-брондан ҡәҙерле һаналған. 1769 йылда Башҡортостанға сәйәхәт ҡылған рус ғалимы Иван Лепехин (1740–1802) үҙенең көндәлегендә Торатауға бәйле бик ҡыҙыҡ хәтирәләр яҙып ҡалдырған. “В одиннадцати вёрстах от Стерлитамакской пристани, по нагорному берегу реки Белой, видна последняя из высочайших гор близ Оренбургской дороги в Уфу, Тура Тау, (Городковая гора) прозываемая. Вышина её, смотря по небольшой отлогости, по которой на гору взойти можно, сажен ста с два составит. Башкирцы к горе сей имеют особливое почтение, и почитают её за освящённое место. В старину, по их сказкам, жительствовал на ней нагайский хан со своим семейством, а после служила она прибежищем богобоязливым и уединённым мусульманам, которых они угодниками называют”, – тип яҙа Лепехин.

Башҡорттар урыҫ ғалимын үҙҙәренең изге тауына алып менергә ризалашмай. Улар изге әүлиәләрҙең рухын борсорға теләмәй. “…никто из них на сию гору с нами идти не хотел, отговариваяся разными обетами, которыми они горе должны, и которые ещё не исполнены: ибо без исполнения обетов влазить на гору никто не может, разве кто похочет сам себе быть злодеем…”, – тип яҙа Лепехин.  Шулай итеп, башҡорттар изге тауға әйткән нәҙерҙәрҙе үтәмәйенсә, менергә ярамағанлығын урыҫ ғалимына аңлатырға тырышып ҡарайҙар. Лепехин ыңғайға килмәгәс, улар, изге Торатауҙа ярау иткән татар кешеһенең бөтә ғаиләһе менән һәләк булыуы тураһында тарих һөйләп бирәләр: “…говорили, что не упоминая о книге Чингыз, в которой много о сей горе писано, два домашние примера сказать довольно. Один татарин, презирая сие священное место, и в возмездие башкирскому заблуждению на горе напакостил. Но сия попытка даром ему не прошла: ибо весь его род в короткое время вымер. Мор начался с его сына, который умирая видел разных хищных зверей сходящих с горы и готовящихся терзать его тело и всего семейства. Другой, гоняясь за лисицею без всякого обета, и в посмеяние забравшийся на гору, растерзан был медведем”, – тип яҙа Лепехин.

Шуға ҡарамаҫтан, башҡорттар, урыҫ ғалимын уның иптәштәре менән тауға алып менергә була, күрәһең түрәләрҙең бойороғо үтәмәй булдыра алмағандарҙыр. Изге Торатау саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы асыулы ҡаршы ала, әүлиәләрҙең рухы риза булмағандыр, күрәһең. Изге тауға менеп барғанда көслө ел сығып, ямғыр яуа башлай. Изге тауҙы тапалауы етмәгән, ҡунаҡтар тауҙа үҫкән изге артыш ағасын өҙөп ала. Бының менән улар башҡорттарҙың тамам асыуына тейә. “Мы были на конце горы, как рвали сие растение. Один башкирец, который казался нам самым усердствующим, бежа к нам по горе делал всевозможные знаки, дабы мы его тут подождали (ибо бывший тогда сильный ветер и дождь голоса его не допускали до ушей наших) и прибежав спрашивал: на какую потребу мы ломаем Артыш агачи, и с какими обетами? Но как мы ему сказали, что мы берем его только для любопытства, и не видим никаком причины делать обеты, то он нам отвечал с выговорами, что мы их принудили войти в гору против их воли, при том делаем другое преступление, что берем с горы дерево без всякой надобности и без всякового обета, ибо сие им даром пройти не может.”

Шулай итеп, халҡыбыҙ борон-борондан Торатауҙы әүлиәләр ерләнгән изге тау һанаған. Башҡорттар был тауға әйткән нәҙерҙәрен үтәгәс, изге ниәттәр ҡылып, доғалар менән генә менер булған. Торатауҙың үҫемлектәрен өҙөүҙе оло гонаһ һанаған. Бөгөн беҙ Торатауҙың ата-бабаларыбыҙ өсөн булған әһәмиәтен онотмаһаҡ ине, изгелеген һаҡлаһаҡ ине.

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы.

 

 

 

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *