Мысыр иленең бөйөк башҡорт әмирҙәре

MamluksМонгол-татар яуынан һуң күп кенә башҡорт яугирҙары Мысырға хәрби хеҙмәткә барып юлыға. Улар бында Мысыр солтандарының гвардияһы булып иҫәпләнгән мәмлүктәр, йәғни ҡол-яугирҙар сифатында хеҙмәт итә. Мәмлүктәр ике төркөмгә бүленә: беренсеһе Көньяҡ Урал һәм Урта Азия халыҡтарынан (башҡорттар, ҡыпсаҡтар, төрмәндәр), икенсеһе – Казказ халыҡтарынан (гурзин, черкес, осетин һ.б.) тора. Уларҙы мамсус лагерҙарҙа хәрби эшкә өйрәтер булғандар.

Мәмлүктәр армияһы өс өлөштән торған: солтандың гвардия, әмирҙәр отряды һәм ирекле ялланма-яугирҙар (уларҙы халыҡ, тип атағандар). Ғәрәп солтандары ҡулы аҫтында хеҙмәт иткән мәмлүктәр 1250 йылда баш күтәреп, Мысырҙа власты мәмлүктәр үҙ ҡулына ала. Солтан итеп төрмән мәмлүге Айбәк һайлана. 1260 йылда Мысырҙың солтаны булып ҡыпсаҡ сығышлы Бейбарс исемле мәмлүк власҡа килә. Ул 1260 йылдың 3 сентябрендә монгол-татар ғәскәрен тармар итеп, Сүриәне үҙ ҡулына ала. Урта Азиянан сыҡҡан мәмлүктәр хакимлыҡ иткән осорҙа башҡорт мәмлүктәре лә күтәрелә.

Бөйөк тарихсы Әхмәтзәки Вәлиди “Башҡорттар тарихы исемле” китабында махсус бүлек бағышлаған. Ул “Монголдар хеҙмәтендәге һәм Мысырҙағы башҡорттар” тип атала. Бына ул нимә тип яҙа: “Башҡорттарҙың бер өлөшө ҡыпсаҡтар менән бергә Мысырҙа һәм Сүриәлә мәмлүктәр сифатында хеҙмәт иткәндәр, һәм араларынан күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре сыҡҡан. Шуларҙан айырыуса Насретдин әл-Насыри әл-Башҡорди, Сәнжәр әб-Рукны әл-Башҡорди, Алаитдин Башҡорд әл-Насыри, Ғилметдин әл-Беркундарҙың бөйөк әмир булыуҙары, йәнә Сарын әл-дин әл-Башҡорди тарихи сығанаҡтарҙа күп телгә алына. Араларынан Насретдин әл-Насыри ғәрәпсә гүзәл шиғырҙар һөйләгән ғалим әмир булған. 1322 йылдың 3 мартында Дамаск ҡалаһында донъя ҡуйған. Мәмлүктәрҙең бөйөк падишаһы Ҡаратай Хазинадар Ғилметдин әл-Башҡордиҙы ғәйәт аҡыллы дәүләт эшмәкәре, ғалим һәм әхлаҡи йәһәттән өлгө булырлыҡ шәхес тип баһалай. Ғилмитдин Сәнжәр әл-Башҡорди – уның замандашы. Ғилметдин Башҡорд әл-Насыри – мысырҙарҙың илһаниҙарға ҡаршы һуғышы ваҡытында 1303 йылда вафат булған бөйөк әмир”. Тарихтан билдәле булыуынса Ғилметдин әл-Башҡорди Ҡылауын солтандың Сүриәләге наместнигы булып торған.

Ғилметдин Сәнжәр әл-Башҡордиҙың исеме Әл-Факиһи тигән ғәрәп ғалимының “Мәккә тарихы”нда 1284 һәм 1290 йылдарҙағы ваҡиғалар айҡанлы телгә алына, – тип яҙа ғалим Рәшит Шәкүр. – Тәүге осраҡта ул: “Мәккәнең башлығы Әбүнума менән Мысыр әмире Ғилметдин Сәнжәр әл-Башҡорди һүҙгә килештеләр, шул арҡала Әбүнума Мәккәнең ҡапҡаларын бикләтте һәм берәүҙе лә ҡалаға индермәне…”, – тиелгән. Бынан ары китапта ошондай уҡ мәғлүмәт бирелә: “Мысырҙың хажға килеүселәр каруанының башы – Ғилметдин Сәнжәр әл-Башҡорди ине”.

Шулай итеп, XIII-XIV быуаттарҙа башҡорт халҡының уландары яҙмыш ҡушыуы буйынса Мысыр иленә ҡол рәүешендә барып, унда үҙҙәренең тәбиғәттән бирелгән яугирлыҡ сифаттары менән мәмлүк дәүләтендә бөйөк әмирҙәр дәрәжәһенә күтәрелгәндәр, ҡайһы берәүҙәре хәрби даирәлә генә түгел, ә ғилем, шиғриәт өлкәһендә лә үҙҙәренең мәшһүрлеген танытҡан.

 

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *