Наполеон менән осрашҡан башҡорттар

Картина Бержере1812 йылғы Ватан һуғышындағы башҡорт яугирҙарын һүрәтләгән сит ил рәссамдарының күп кенә картина, гравюралары һаҡланып ҡалған. Ә бына шулар араһында француз рәссамы П.Н.Бержереның “1807 йылдың 9 июлендә Александр I Наполеонды казактар, башҡорттар һәм ҡалмыҡтар менән таныштыра” тип исемләнгән картинаһы айырым урынлап тора (һүрәтте ҡарағыҙ). Был картина 1812 йылғы Ватан һуғышы түгел, ә унан бер нисә йыл алдараҡ булып үткән 1806-1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз һуғышы менән бәйле.

Наполеон Рәсәйҙең союздашы Пруссияға баҫып инеп, уның ғәскәрен ҡыйратҡас, император Александр I 1806 йылда Наполеонға ҡаршы һуғыш аса. Рус армияһына ярҙамға 20 башҡорт атлы полкы (10 мең тирәһе яугир) ойошторолоп оҙатыла. Улар һуғыштың аҙағына ғына килеп етә. 1807 йылдың майынан 1-се һәм 2-се Башҡорт полктары  француздар менән һуғышта ҡатнаша. 1-се полк менән күренекле башҡорт дворяндарынан булған поручик Буранғол Ҡыуатов, 2-се полк менән старшина Айсыуаҡ Үҙебаев командалыҡ итә. 10 майҙан башҡорт полктары ырымбур казактары менән бергә Нарев йылғаһы янында Наполеон генералдары Массен һәм Вреденың ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.

Наполеон армияһының көслө ҡыҫымы аҫтында рус ғәскәрҙәре сигенә. Йәйәүле ғәскәрҙәрҙең хәүефһеҙ сигенеүен тәьмин итеп, башҡорт полктары казактар менән армияның һәр ваҡыт аръергадында була. Үксәгә баҫып килгән француз кавалерияһының һөжүмдәрен кире ҡағалар башҡорттар. 4 июнь көнө башҡорт полктары атаман М.И.Платовтың корпусы составында Веллау ҡалаһы янында Наполеон кавалерия менән бәрелештә ҡатнаша. Башҡорт атлылары яу барышында сигенгән булып француздарҙы засадаға йәлеп итә һәм уҡтар тулҡыны менән ҡаршылай. Кире һыпыртҡан француздарҙы башҡорттар байтаҡ ара ҡыуып бара. Уҡ-һаҙаҡ менән ат өҫтөндә йән-фарман сабып килгән башҡорттарҙы тәү күргән күргән француздар, уларҙы боронғо грек илаһы Амурға оҡшата. Ошо мәлдән француздар башҡорттарҙы “Төньяҡ амурҙары” тип атай башлай.

Рус армияһының көсө самалы булыу сәбәпле 1807 йылдың 27 июнендә Тильзит ҡалаһын янында батша Александр I Наполеон менән солох төҙөргә мәжбүр була. Наполеон менән Александр I ярашҡас, ике яҡ ғәскәрҙәре бер-береһе менән яҡындан танышырға, аралашырға мөмөкинлек ала. “На берегу Немана, против Тильзита, был расположен лагерь вновь пришедших башкирских казачьих полков. Странность наружности и обычаев их весьма занимала посещающих французов и, как эти башкирцы были вооружены, кроме обыкновенного огнестрелного и белого оружия, луками и стрелами, французов весьма занимали игрища их этим незнакомым для них оружием”, – тип яҙа үҙенең хәтирәләрендә Сергей Волконский.

1807 йылдың июлендә Александр I Наполеонды рус армияһының иррегуляр ғәскәрҙәрен вәкилдәре: казактар, башҡорттар һәм ҡалмыҡтар менән таныштыра. Был ваҡиғаны Наполеондың рәссамы Бержере, өс йылдан, 1810 йылда үҙенең картинаһында һүрәтләй. Наполеондың ҡушыуы буйынса эшләнгән булһа кәрәк был картина. Һүрәттең һул яғында француз һәм рус офицерҙары янында Наполеон менә Александр I тора. Уң яҡта бөр төркөм иррегуляр ғәскәр яугирҙары: алғы казак императорҙарға ҡулын күтәреп, честь биреп тора. Унан арттараҡ торғандар араһында йәшел сәкмән кейгән башҡорт сардары: уның башында бүрек (ҡалпаҡ булыуы ла ихтимал), уң ҡулына ҡамсы, һул ҡулына ҡылысын тотҡан. Янында уҡ-һаҙағы ла яҡшы һүрәтләнгән.

Наполеон рәссамының башҡорт сардарын алғы планға сығарып, ентекле итеп һүрәтләүе ғәжәп түгел. Үрҙә телгә алып үткәнемсә, башҡорт яугирҙары һуғышта уҡ-һаҙаҡ менән оҫта эш итеп, француздарҙың иғтибарын йәлеп итә. Картиналағы сардарҙың кейеме башҡорт милли кейеменә бигүк оҡшап етмәүе лә аңлашыла. Рәссам был һүрәтен өс йылдан һуң ғына, Парижға ҡайтҡас, эшләй.  Тимәк ул, 1807 йылда берәй һыҙмалар эшләп, шуны ҡулланғандыр, йә ҡайтҡас хәтерендә ҡалғандарҙан төшөргәндер, моғайын. Тағы шуны әйтергә кәрәк: был картинала һүрәтләнгән башҡорт сардары 1-се Башҡорт полкы командиры поручик Буранғол Ҡыуатов булыуы, ихтимал.

Шулай итеп, картинанан күренеүенсә, ата-бабаларыбыҙ 1807 йылда Наполеон менән осрашҡан булып сыға. Быны иҫбатлаусы тағы бер дәлил бар. Ул да булһа башҡорт ҡурайсылары тарафынан сығарылған “Наполеон” маршы. Был марш тап 1807 йылда, башҡорт яугирҙары француздар менән осрашып, уларҙың көйҙәрен тыңлап, унда булған мотивтарға оҡшатып сығарылған булһа кәрәк. Наполеонды үҙ күҙҙәре менән күрмәһәләр, башҡорт яугирҙары дошман императорына бағышлап марш сығармаҫтар ине.

Был картина Парижда, француз батшаларының резиденцияһы булған Версаль һарайы музейында һаҡлана.

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *