Тарихи дөрөҫлөккә шик ҡалмай

Знамя Башкирского полка«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең тарих бүлеге мөдире Азат Ярмуллиндың матбуғаттағы сығыштары халҡыбыҙҙың үткәне менән ҡыҙыҡһынғандарҙы битараф ҡалдырмайҙыр. Уның 2007 йылда донъя күргән «Воинская слава башкирского народа» китабы иһә беҙҙең тарих фәнендә ҙур яңылыҡ булараҡ ҡабул ителде. Сал быуаттарҙан уҡ яугир халыҡ булып танылған башҡорттарҙың төрлө хәрби походтарҙа, һуғыштарҙа, азатлыҡ өсөн ҡораллы күтәрелештәрҙә күрһәткән батырлығы, айырым ҡаһармандарҙың, ғәскәр башлыҡтарының фиҙаҡәрлеге унда бихисап архив сығанаҡтары нигеҙендә дәлилле итеп яҡтыртыла, тарихыбыҙҙағы бик күп биләһеҙлектәр, «аҡ таптар» юҡҡа сығарыла. Был китап бөгөн генә түгел, киләсәктә лә үҙ әһәмиәтен, ҡиммәтен юғалтмаясаҡ.

Гәзитебеҙҙең быйылғы 6 сентябрь һанында Азаттың «Төньяҡ амурҙары»ның серле байрағы» тигән мәҡәләһен күргәс, бар эшемде ташлап, бер тында уҡып сыҡтым. Әле республика Милли музейында һаҡланған был тарихи байраҡтың серен автор үҙе үк асып бөтөрә яҙған бит. Бары «бригадный начальник подполковник»тың кем икәнлеген йәнә бер ентекләп асыҡлайһы ғына ҡалған. Беҙҙең Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Азат Ярмуллин байраҡтың фотокүсермәһен күрһәткәс, ғәрәп графикаһындағы текстың уҡылышын күпмелер аңлатҡайным, шунда фамилияның «Семеновский» булыуына ла шик белдерҙем. Сөнки, ике быуатҡа яҡын ваҡыт үтеп (1813 тигән дата асыҡ күренеп тора), хәрефтәр бер аҙ юйыла төшһә лә, тәүге ике тартынҡыны хәҙерге алфавитыбыҙҙағы «с» һәм «м» хәрефтәре итеп уҡыу дөрөҫ булмаҫ ине. Ике хәреф тә ғәрәпсә яҙылышында тамаланмаған кеүек тәьҫир ҡалдырҙы. Был фамилияны «Нихнавский» тип тә уҡып була, тип белдерҙем. Ни тиһәң дә, икенсе тартынҡы «х» булып асығыраҡ күренһә, тәүгеһенең «мәрәкәсе» өҫтөндә бер генә «нөктә» тора. Ләкин ул ҡап уртаға түгел, ә ситкәрәк ҡуйылған.

Азат Ярмуллиндың мәҡәләһендә тарихсылар С.Е. Калинин менән Ә.Н. Усмановтарҙың хеҙмәттәренән килтерелгән өҙөктәрҙе уҡығас, был фамилияның тәүге хәрефе «т» тип уҡыла бит, тип ҡысҡырып ебәрә яҙҙым. Ысынлап та, фамилия «т» хәрефенә башлана, уның оригиналдағы «мәрәкәс» өҫтөндөге бер нөктәһе юйылған. Һаҡланып ҡалған нөктәнең ҡап уртала түгел, ситтәрәк тороуы ла шуға бәйле. Фамилияның яҙылышын хәҙерге хәрефтәргә туранан-тура ауҙарһаҡ, йәғни транслитерация башҡарһаҡ, «Тхновыский» тигән һүҙ килеп сыға. Тимәк, француз илбаҫарҙарына ҡаршы яуға киткән өс полклы башҡорт атлы бригадаһының начальнигы подполковник Тихоновский булғанлығына, һәм был ҡомартҡының нәҡ шул байраҡ икәнлегенә һис ниндәй шик ҡалмай.

Әйтер һүҙм шул: был изге байраҡҡа ҡарата Милли музейҙағы аңлатманы һәм текстың уҡылышын, тәржемәһен кисекмәҫтән төҙәтергә, дөрөҫләтергә кәрәк. Халҡыбыҙҙың данлы, шанлы, ҡанлы тарихының сағыу бер бите, өнһөҙ шаһиты бит ул. Уны юллап, дөрөҫлөктө асҡлауға күп көс һалған Азат Ярмуллин рәхмәт кенә әйтергә ҡала.

 

Миңлеғәле Нәҙерғолов, филология фәндәре докторы.

«Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 5 октябрь. №196 (26286).

 

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *