«Төньяҡ амурҙары»ның серле байрағы

Знамя Башкирского полкаБашҡорт халҡының хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырған тарихи ваҡиғаларҙың береһе – 1812 йылғы Ватан һуғышы. Рәсәйҙе генә түгел бөтөн Европаны дер-һелкеткән шанлы һәм данлы һуғышҡа быйыл 200 йыл тулды. Француз яуының хәтирәләре булып «Любизар», «Ҡаһым түрә» һәм башҡа йырҙар һәм көйҙәр, риүәйәттәр беҙҙең көндәргәсә һаҡланып килеп еткән.  Әммә осорҙан ҡалған матди ҡомартҡылар ҙа бар. Уларҙың бер-нисәһе Германия музейҙарында һаҡлана. Мәҫәлән, 1814 йылда Шварца ауылында сиркәү көмбәҙенә атҡан башҡорт яугиры уғы хәҙерге көндә Германияның Рудольштадт ҡалаһында Хайдексбург дәүләт музейында һаҡлана. Ә Шварцала ауылында уның тимер копияһы ҡуйылған. Шулай уҡ Германияның бер музейында башҡорт яугирының кейеме һаҡланыуы билдәле. Башҡортостанда ла «төньяҡ амурҙары»нан ҡалған бер уникаль ҡомартҡы бар. Ул республиканың милли музейында һаҡланған Башҡорт полкының байрағы. 

Был байраҡ 1812 йылғы Ватан һуғышынан ҡалған берҙән-бер матди ҡомартҡы булып тора. Ул һорғолт-һары төҫтәге ебәк туҡыманан эшләнгән. Байраҡты бәләкәй генә һоро төҫтәге алты ҡырлы йондоҙҙар биҙәй. Уртала Рәсәй империяһының гербы – ике башлы бөркөт һүрәтләнгән, ә гербтың аҫтында мосолман символикаһы – ярым ай урын алған. Әләмдең өҫкө яғында һәм аҫтында ғәрәп графикаһы менән яҙылған текст бар. Рәсәй империяһы гербы өҫтөнә ниндәйҙер аббривиатура баҫылған: «О.Bh.б.П.5О».

Был байраҡтағы яҙыуҙар нимә аңлата һуң? Милли музейҙа бындай тәржемә бирелгән: «Тыныслыҡ байрағы. 1813 йылда эшләнгән. 11-се кантон башлығы подполковник Семеновский. 5-се башҡорт полкын бүләкләгән байраҡ». Тарих фәндер кандидаты Р.Н. Рәхимов был байраҡтың 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡомартҡыһы булыуына шик белдерә. Тарихсы үҙенең мәҡәләһендә был ҡомартҡыға анализ яһай һәм етди дәлилдәр килтерә[1] Р. Рәхимов яҙыуынса, 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм рус армияһының 1813–1814 йылдарҙағы  сит походтары осоронда башҡорт полктары байраҡ менән бүләкләү тураһында тарихи мәғлүмәттәр юҡ. Ғәҙәттә, байраҡтар нидәйҙер бер яуҙа күрһәткән батырлыҡ өсөн бирелер һәм әмәлдә ошо һуғыштың исеме яҙылыр булған. Ә инде француз яуы осоронда иррегуляр ғәскәрҙәрҙән тик Дон казактары полктары ғына бүләк ителмеш Георгий байраҡтарына лайыҡ булған, тип яҙа автор.

Бынан тыш, тарихсы башҡорт байрағындағы яҙыуҙарҙың ысын барлыҡҡа тап килмәүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Подполковник Семеновский 11-се башҡорт кантон башлығы булыуы мөмкин түгел, ғәҙәттә, кантон башлыҡтары итеп башҡорттарҙы ҡуйыр булғандар, тип яҙа Р.Рәхимов. Шулай уҡ француз һуғышы осоронда башҡорт полктары менән етәкселек иткән рус офицерҙары араһында подполковник Семеновский фамилияһы осрамай, ти тарихсы. Рәсәй императоры ғына байраҡ бүләк итеү хоҡуғы эйә булған, тип өҫтәй.

Ошонан сығып Р.Рәхимов Милли музейҙа һаҡланған Башҡорт полкы байрағы 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм рус армияһының 1813–1814 йылдарҙағы  сит походтары осорона ҡарамай тигән һығымта яһай. Бөтә критерийҙар менән баһалағанда ла был ҡомартҡы йөҙбашы байрағы ла, кантондыҡы ла һәм башҡорт полкы байрағы ла түгел, тигән фекерҙә. Ысынында был ниндәй байраҡ һәм ҡайҙан килеп сыҡҡан тигән һорауға бөгөнгө көндә яуап юҡ. Бәлки артабан музей фондын тикшереү һөҙөмтәһендә был серле экспонаттың килеп сығышы асыҡланыр, тип һүҙен йомғаҡлай тарихсы Р.Рәхимов.

Тарихсы ҡуйған һорауға быға тиклем яуап эҙләүселәр элек булмағанмы ни? Булған, әлбиттә. Мин 2007 йылда «Башҡорт халҡының хәрби даны» (ул китап рус телендә «Воинская слава башкирского народа» исеме аҫтында донъя күрҙе) китабын яҙған мәлдә әлеге байраҡ тураһында материалдарҙы өйрәндем[2]. Был ҡомартҡы хаҡында совет заманында уҡ тикшеренеү үткәргәндәре асыҡланды. Билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, археолог, музеевед Рәүеф Барый улы Әхмәров 1969 йылда сыҡҡан «Знамена подвигов»  исемле брошюрала әлеге байраҡ тураһында ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр килтергән. Әйткәндәй, ул 1958–1972 йылдар республиканың тыуған яҡты өйрәнеү (бөгөнгө Милли музей) музейының директоры булып эшләгән.  Р. Әхмәров байраҡтағы яҙыуҙарҙың тәржемәһен биргән, бынан тыш  «О.Bh.б.П.5О» билдәләренә лә үҙенең фараз килтергән.

Уның яҙыуынса, байраҡтың өҫтөндә (фотоны ҡарағыҙ) ғәрәп телендә кәлимәи шәһәдә, йәғни иман килтереү һүҙҙәре бирелгән: «Лә Иләһә иллә Аллаһ, Мөххәмәдүр-рәсүл Аллаһ!». Әләмдең аҫҡы өлөшөндә иҫке төрки телендә: «Был тыныслыҡ әләме 1813 йылда эшләнелде… поход мәлендә… 11-се кантон начальнигы подполковник Семеновский», – тип яҙылған. «Несколько слов текста полка не смогли расшифровать, но общий смысл надписи для нас понятен. Самым важным является то, что знамя сделано во время боевого похода в 1813 году, этим и объясняется поспешность его создания», – тип яҙа автор[3].

Иң мөһиме шунда, Р. Әхмәров байраҡтың уртаһында яҙылған бик тә ҡыҙыҡлы аббривиатураның («О.Bh.б.П.5О») аңлатмаһын бирә. Уның фаразлауынса, бында «Отдельная башкирская кавалерийская бригада, полк – 5» тигән һүҙҙәр яҙылған. Ниндәй сығанаҡтарға таянып, автор ошондай  фекергә килгәндер, уныһы билдәһеҙ.

Миңә байраҡтағы яҙыуҙың тәржемә итеп бөтөлмәгән урындары тынғы бирмәне. Ошо мәсьәлә буйынса билдәле ғалим, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғоловҡа мөрәжәғәт иттем. Миңлеғәле Хөсәйен улы байраҡтағы тексты ентекле ҡарап сыҡҡас, үҙенең бик тә ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Байраҡтағы ғәрәп хәрефтәре асыҡ бирелмәгән, яҙыуҙарҙы төрлөсә тәржемә итергә мөмкин, тине ғалим. Мәҫәлән, уның фекеренсә,  «11-се кантон начальнигы подполковник Семеновский» яҙыуын «бригадный начальник подполковник Семеновский» тип тә уҡырға була.

Минеңсә, М.Х.Нәҙерғоловтың әлеге тәржемәһе серле байраҡтың килеп сығышын асыҡларға мөмкинлек бирә. Әйҙәгеҙ, фаразлап ҡарайыҡ. Беренсенән, подполковник Семеновский кантон башлығы була алмаһа, бригада начальнигы вазифаһын башҡарыуы бик мөмкин. Икенсенән, «бригада начальнигы» тәржемәһе, Р. Әхмәровтың «О.Bh.б.П.5О» аббривиатураһының аңлатмаһы менән тап килә. Ул да «башҡорт бригадаһы» тураһында һүҙ йөрөтә бит.

Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, ошо фаразлауҙарҙы тарихи факттар менән бәйләп ҡарайыҡ. Тарихтан билдәле булыуынса 1-се, 2-се Башҡорт полктары 1811 йылдағы батша указы менән ойошторола. Ә инде 1812 йылдың июнендә Наполеон армияһы Рәсәйгә баҫып ингәс, башҡорттар батша указын көтөп тормайынса, изге яуға ғәскәр туплай башлай. Полктар Ырымбур губернаторы Волконскийҙың фарманына ярышлы ойошторолалар. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир Сергей Глинка: «Не только стародавние сыны России, но и народы, отличные языком, нравами, верою и образом жизни, народы кочующие – и те, наравне с природными россиянами, готовы были умереть за землю русскую… башкирцы оренбургские сами собой вызывались и спрашивали у правительства: не нужны ли их полки», – тип яҙа[4].

1812 йылдың 8 авгусында император Александр I башҡорт полктарын ойоштороу тураһында указы сыҡҡан мәлдә, губернатор һәм башҡорттарҙың инициативаһы менән 3-сө, 4-се, 5-се Башҡорт полктары ойошторолған була. Иң ҡыҙығы шунда тарихсы С.Е. Калинин «Башкиро-мещерякское войско в 1812–1814 гг.» исемле хеҙмәтендә «…полки уже 14 августа выступили в поход в действующую армию, составив бригаду под командованием подполковника Оренбургского гарнизонного полка П. Тихоновского», – тип яҙа[5]. Билдәле тарихсы-ғалим,  «Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года» исемле китап авторы Ә.Н. Усманов та уның һүҙен ҡеүәтләй: «23 сентября бригадный начальник башкирских конных полков подполковник оренбургского гарнизонного полка Тихановский донес М.И. Кутузову: «Следующее из Оренбурга башкирские пятисотенные конные № 3-й, 4-й, 5-й полки по повелению Вашей светлости, объявленному нижегородским гражданским губернатором Рудновским, в корпус генерал-лейтенанта Витгенштейна к Полоцку в местечко Соколица последовали через Нижний Новгород 5-й – 9-го, 4-й – 17-го, 3-й – 18 числа сего месяца»[6].

Тимәк, 3-сө, 4-се, 5-се Башҡорт полктары һуғышҡа китеп барышлай, йәғни поход мәлендә, бригаданы тәшкил иткән булып сыға. Байраҡтағы телгә алынған «бригадный начальник подполковник Семеновский» подполковник П. Тихоновский түгелме икән? Фамилиялары ла бик тә оҡшаған бит. Байраҡты эшләүселәр әҙерәк хата ебәрмәне микән?  Бәлки был байраҡ 1812 йылда губернатор Волконский һәм бригада начальнигы подполковник П.Тихоновский инициативаһы менән эшләнмәне микән? Сөнки был өс полк Ватан һуғышы башланған осорҙа яуға оҙатылған тәүге башҡорт полктары булған бит. Ошонан сығып мин, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған был ҡомартҡы 1812 йылғы Ватан һуғышы менән туранан-тура бәйле, уйлайым.

Киләсәктә телсе-ғалимдар был байраҡтағы яҙыуҙарҙы ентекле өйрәнеп, бәлки «төньяҡ амурҙары»нан ҡалған серле ҡомартҡының тарихын асыҡларға ярҙам итерҙәр, тип ышанам.

  1. [1] Рахимов Р.Н. О надписи на «Башкирском знамени 1813 года» // Археорафия Южного Урала: Изучение документальных источников по истории развития языков народов Южного Урала: Материалы VI Межрегиональной научно-практической конференции. Уфа, 2006. С. 85–89.
  2. [2] Воинская слава башкирского народа. Авт.-составитель А.Ш. Ярмуллин Уфа, 2007.
  3. [3] Знамена подвигов/ Сост. Р.Б. Ахмеров. Уфа, 1969. 6-сы бит.
  4. [4] Любезные вы мои… Сборник документов и материалов. Уфа, 1992. 230-сы бит.
  5. [5] Калинин С.Е. Башкиро-мещерякское войско в 1812–1814 гг. www.reenactor.ru.
  6. [6] Усманов А.Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. Уфа, 1964.

Азат ЯРМУЛЛИН. «Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 6 сентябрь, № 174 (26264).

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *