Башҡорттоң уҡ атыу спортын үҫтерергә кәрәк

03.03.16.1Кисә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре билдәле реконструктор, “1-се Башҡорт атлы полкы “Любизар” хәрби-тарихи клубы ағзаһы Рафаэль Амантаевтың оҫтаханаһында булды. Рафаэль Амантаев башҡорт уҡ-һаҙағын тергеҙеү менән шөғөлләнгән ир-уҙаманы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ат сабышы (бәйге), милли көрәш менән бер рәттән башҡорт халҡының уҡ атыу спорты ла үҫеш алырға тейеш тигән фекер ҙә. 1814 йылда ата-бабаларыбыҙ Германияның Шварца ауылында уҡ атыу маһирлығын күрһәткән, тип ауыҙ тултырып һөйләргә яратабыҙ, Әммә бөгөнгө көндә шундай маһир уҡсы-спортсыларыбыҙ бармы һуң?
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты уҡ атыуҙы милли спорт төрө булараҡ һабантуйҙар программаһына индерергә кәрәк, тигән фекерҙә.
Ҡоролтай вәкилдәре Рафаэль Амантаевҡа һәр яҡлап ярҙам итергә вәғәҙә итте. Тәү сиратта, әлбиттә, оҫтахана өсөн ҡулайлы иркен бүлмә юллау кәрәк. Артабан, Өфөлә уҡ атыу буйынса тир ойоштороу. Был спорт төрөн милли көрәш һәм бәйге менән бер рәттән юғары кимәлгә күтәреү, тигән фекерҙә ҡоролтай.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *