“Етегән” ҡотло булһын

02.03.16041 март, яҙҙың тәүге көнөндә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ байрамы үткәрелде. Байрамдың төп хужалары – Стәрлетамаҡ ҡалаһының төрлө уҡыу йорттарында уҡыусы йәштәр булды. Сара шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһының 250 йыллығына ла бағышланғайны.

“Етегән” исеме аҫтында үткән был байрам халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәтенә таянып, йәштәргә рухи, әхлаҡи, эстетик тәрбиә биреү, мөхәббәт, ғаилә, тоғролоҡ кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе йәштәр күңеленә һеңдереү, рухи һәм әхлаҡи тәрбиә биреүҙә ғаилә институтына таяныу, Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижади коллективтарының хеҙмәттәшлеген киңәйтеү һәм нығытыу, йәштәрҙең ижади инициативаларын хуплау һәм үҫтереү кеүек изге маҡсаттар ҡуйғайны.

“Етегән” байрамын үткәреү инициативаһын Стәрлетамаҡ  ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты күтәреп сыҡты һәм был сараны әҙерләп, уҙғарыу ҙа улар өлөшөнә төштө. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге лә был һәйбәт башланғыстан ситтә ҡалманы, сараны ойошторошорға ярҙам итте.

“Етегән” байрамы Әбделҡадир Инан исемендәге китапханала башланып китте. Унда “Мөхәббәт тураһында шиғырҙар” әҙәби кафеһы ойошторолғайны. Кисәлә төрлө осор башҡорт шағирҙарының мөхәббәт тураһындағы әҫәрҙәре яңғыраны. Уларҙы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы   студенттары уҡып ишеттерҙе. Ошо уҡ уҡыу йортоноң “Ашҡаҙар” әҙәби ижад түңәрәгендә шөғөлләнеүсе талантлы студент йәштәр үҙҙәренең мөхәббәт тураһындағы шиғырҙарын уҡыны. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе һәм ижад итеүсе шағирҙар Рита Фәтҡуллина, Айнур Үтәев, Рәйлә Нәҙерғоловаларҙың кисәлә ҡатнашыуы уға йәм өҫтәне.

“Әҙәби кафе”ны тейешле кимәлдә әҙерләп үткәреүгә Әбделҡадир Инан исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәре, бигерәк тә Н.М.Иҫәнғужина   күп көс һалған.

Һуңынан “Етегән” ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамының саралары Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры һәм филармонияһына күсте. Унда башта йәштәр театр алдында башҡорт көйҙәре нигеҙендә ойошторолған флешмоб менән сығыш  яһаны. Уны ойоштороусы Стәрлетамаҡ  ҡалаһының бейеү театры етәксеһе Р.Х.Аскаров йәштәрҙе тиҙ арала ойоштороп, матур тамаша күрһәтә алды.

Театрҙың бейеү залында “Етегән” байрамына йыйылыусыларҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары В.И.Куликов һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе В.Х.Аҙнаев ҡотланы. Шулай уҡ  кисәлә “Етегән” байрамы менән ҡотлау өсөн открыткалар конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда еңеүселәргә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе Ҡусмаева Раушания Әсғәт ҡыҙы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәксеһе Ғәфүр Лотфулла улы Һәйетҡолов  маҡтау грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.    Шулай уҡ йәштәрҙе мөхәббәт байрамы менән үҙҙәре матур ғаилә ҡорған, сәнғәт донъяһында янып ижад иткән бейеүсе һәм йырсы парҙар сәләмләне.

“Беҙҙең был байрам “Изге Валентин көнө”нә ҡаршы ойошторолманы. Кемдер теләй икән,  әйҙә Валентин көнөн мөхәббәт көнө булараҡ байрам итһен. Беҙҙең маҡсат – йәштәребеҙҙе үҙ йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ нигеҙендә тәрбиәләү. Ғөмүмән, бөгөн беҙҙең илдә көнбайыштың беҙҙең халыҡтарыбыҙҙың менталитетына хас булмаған традицион байрамдарын үткәреү, уларҙы пропагандалау бара. Был ил Президенты В.В.Путиндың күрһәтмәләренә ҡаршы килә, тип иҫәпләйем”, – ти байрамдың төп ойоштороусыларының береһе Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәксеһе  урынбаҫары Йосопова Ләйсән Йәркәй ҡыҙы.

“Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының рухи ҡиммәттәренә нигеҙләнгән был байрам киләсәктә традицион байрамдарыбыҙҙың береһенә әйләнергә тейеш. Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының был башланғысы хуплауға һәм төрлө райондарға таратылыуға лайыҡ”,- тине үҙенең ҡотлау сығышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Вельмир Хайбрахманович Аҙнаев. Иншалла, шулай булһын.

Күзбәкова Р.А., Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *