Каруанһарай – Башҡортостан дәүләтселегең бишеге

Караван-сарайЫрымбур ҡалаһындағы Каруанһарай йорто башҡорттоң кантон идараһы дәүере менән генә түгел, ә Башҡортостан дәүләтселенең тарихы менән дә тығыҙ бәйле. Был мөһабәт архитектура комплексы XIX быуаттың 30-сы йылдары аҙағында Ырымбур генерал-губернаторы Перовскийҙың инициативаһы менән һалына башлай. Перовский уны Башҡорт йорто тип атай. Ул Башҡорт ғәскәренең (Башкирское войско) резиденцияһы булараҡ төҙөлә. Ырымбурға килгән башҡорттар өсөн ҡуныр урын булһын, тип төҙөтә уны Перовский. Бынан тыш, бында башҡорт балалары өсөн мәктәп ойоштороу ҡарала. Каруанһарайҙы һалыу идеяһын башҡорттар ҡуш ҡуллап хуплай. Бина өсөн аҡса йыя, меңәрләгән башҡорт уны төҙөүҙә ҡатнаша. Тап ошо осорҙа “Каруанһарай” исемле башҡорт халыҡ йыры тыуған. Бина 1846 йылдың 30 авгусында тантаналы асыла. Әммә 1865 йылда кантон идаралығы һәм Башҡорт ғәскәре бөтөрөлөү менән губернатор Крыжановский үҙенең резиденцияһына әүерелдерә. Хатта Каруанһарайҙың мәсетен икенсе урынға күсерергә маташып ҡарай. Әммә Эске эштәр министрылығы башҡорттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуасағын аңлап, губернаторға мәсетте күсерергә рөхсәт итмәй.

Батша власы ҡолатылыу менән башҡорттар Каруанһарайҙы ҡайтарыу мәсьәләһен күтәреп сыға. 1917 йылдың июлендә Ырымбурҙа үткән 1-се Башҡорт ҡоролтайы Каруанһарайҙы  башҡорт халҡына ҡайтарыуҙы һорап   Петроградта ултырған Ваҡытлы Рәсәй хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә. Әммә яңы хөкүмәт башҡорттарҙың үтенесенә ҡолаҡ һалырға ашыҡмай. 25 октябрь (яңынса 7 ноябрь) Петроградта Ваҡытлы хөкүмәтте алып ташлап, власҡа большевиктар  килә. Ырымбурҙа ла власть уларҙың ҡулына күсә. Большевиктар ҙа Каруанһарайҙы башҡорт халҡына ҡайтарырға уйламай. Бында уларҙың революцион комитеты – башҡарма органы урынлаша. Әммә оҙаҡламай, 14 ноябрҙа Ырымбур казактарының атаманы Дутов ҡалала власты үҙ ҡулына ала.

Иртәгенһенә, 15 ноябрь көнө Башҡорт үҙәк шураһы Каруанһарайға барып урынлашырға мөмкинлек ала. Ошо уҡ көндө үҙәк шура Башҡортостан автономияһын иғлан итә. Ул көндәрҙә Башҡорт милли хәрәкәтенең уртаһында ҡайнап йөрөгән бөйөк шағирыбыҙ  Шәйхзада Бабич “Башҡортостан мөхтәриәте иғлан ителеү һәм Каруанһарай ҡулға алыныу мөнәсәбәте илә”, тип үҙең “Олуғ шатлыҡ” исемле шиғырын яҙа:

 

Азат булды ғәзиз Каруанһарай,

Азат булды барлыҡ ерҙәрең…

Йырлап ебәр һөйөнөп, уйнап ҡурай

Сыҡһын тиҙерәк шатлыҡ йырҙарың.

 

Ошо осорҙан Каруанһарай йорто Башҡорт милли хәрәкәте үҙәгенә әүерелә. 1917 йылдың 8–20 декабрендә бында 3-сө Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайы үтә. Унда 15 ноябрҙа иғлан ителгән Башҡортостан автономияһы раҫлана. Башҡортостандың тәүге хөкүмәте ойошторола. Хөкүмәт рәйесе итеп Юныс Бикбов һайлана. Башҡорт милли хәрәкәтенең лидеры Әхмәтзәки Вәлиди хөкүмәттең Хәрби бүлеге мөдире вазифаһын биләй. Шулай итеп, 1917 йылдың декабренән Каруанһарай бинаһы Башҡортостан автономияһының үҙәге – Башҡортостан хөкүмәтенең  резиденцияһына әүерелә.

Әммә 1918 йылдың ғинуарында Ырымбур ҡабат ҡыҙылдар ҡулына күсә, күп тә үтмәй, 16 февраль, большевиктар Башҡортостан хөкүмәте ағзалары ҡулға алып, төрмәгә яба. Хөкүмәт ағзаларын апрель башында казактар ярҙамында ҡаһарман башҡорт сардары Әмир Ҡарамышевтың отрядтары азат итә.

1918 йылдың май аҙағында Силәбелә Чехословак корпусы большевиктарға ҡаршы баш күтәрә һәм ҡалала власты үҙ ҡулына ала. Ырымбурҙа төрмәнән ҡотолған хөкүмәт ағзалары Силәбелә йыйыла. 7 индән Башҡортостан хөкүмәте үҙенең эшмәкәрлеген яңынан башлап ебәрә. Тәү сиратта, үҙенең хәрби көстәрен булдырыу – Башҡорт милли армияһын  ойоштороу эшенә тотона.

Июль айында Ырымбур ҡалаһы ҡыҙылдарҙан азат ителә. Август башында Башҡортостан хөкүмәте үҙенең резиденцияһына Каруанһарайға ҡайтып төшә. Бында шулай уҡ Башҡорт армияһының штабы – Башҡорт хәрби шураһы урынлаша. Өмә үткәреп, Каруанһарай баҡсаһын тәртипкә килтерәләр. 1918 йылдың 12 авгусында Башҡорт хәрби шураһы янында махсус тәғәйенешле команда (Команда особого назначения) ойошторола. Был команданың бурысы Башҡортостан хөкүмәте һәм Хәрби шураһын һаҡлау була. Улар Каруанһарай бинаһында ҡарауыл хеҙмәтен үтәй.

Ноябрь айында адмирал Колчак үҙен “Рәсәйҙең юғары хакимы”, тип иғлан итә һәм Башҡортостан хөкүмәтен һәм башҡорт ғәскәрҙәрен бөтөрөү тураһында бойороҡ сығара. Атаман Дутов та уның яғын ҡайыра башлай. Хәлдең ҡатмарлашыуы иҫәпкә алып Башҡортостан хөкүмәте ғәскәрҙәр менән Ырымбурҙан китергә ҡарар итә. “Ырымбурҙағы бөтә ғәскәрҙәребеҙҙе тимер юлы станцияһында туплап, бар булған локомотив һәм вагондарҙы алып, 2  декабрҙә төшкә тиклем Ырымбурҙан китеп, Һаҡмар менән Орск араһындағы станцияларҙа урынлаштыҡ. Ырымбур менән Өфө араһындағы 400 саҡырым оҙонлоҡтағы фронтты ул саҡ башҡорт ғәскәре тотоп торҙо. Ермолаевка (хәҙерге Көйөргәҙе районына ҡарай – авт.) тигән ауылды идара үҙәгенә әүерелдерҙек”, – тип яҙа Зәки Вәлиди үҙенең хәтирәләрендә.

15 декабрь Башҡортостан хөкүмәте башҡорт ғәскәрҙәре штабы менән берлектә Ермолаевканан Кананикольскийға (хәҙерге Йылайыр районында урынлашҡан) күсә. 1919 йылдың 18 февралендә Советтар яғына сыҡҡансы ошонда була.

Шулай итеп, башҡорт халҡының ғәзиз йорто Каруанһарай 1917–1918 йылдарҙа автономия өсөн көрәшкән Башҡорт милли хәрәкәтенең үҙәге, Башҡортостан хөкүмәтенең тәүге резиденцияһына булып тарихҡа ингән.

 

Азат ЯРМУЛЛИН.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *