Тарихи дөрөҫлөккә шик ҡалмай

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең тарих бүлеге мөдире Азат Ярмуллиндың матбуғаттағы сығыштары халҡыбыҙҙың үткәне менән ҡыҙыҡһынғандарҙы битараф ҡалдырмайҙыр. Уның 2007 йылда донъя күргән «Воинская слава башкирского народа» китабы иһә беҙҙең тарих фәнендә ҙур яңылыҡ булараҡ ҡабул ителде. Сал быуаттарҙан уҡ яугир халыҡ булып танылған башҡорттарҙың төрлө хәрби походтарҙа, һуғыштарҙа, азатлыҡ өсөн ҡораллы күтәрелештәрҙә күрһәткән батырлығы, айырым […]
Continue reading…

 

«Төньяҡ амурҙары»ның серле байрағы

Башҡорт халҡының хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырған тарихи ваҡиғаларҙың береһе – 1812 йылғы Ватан һуғышы. Рәсәйҙе генә түгел бөтөн Европаны дер-һелкеткән шанлы һәм данлы һуғышҡа быйыл 200 йыл тулды. Француз яуының хәтирәләре булып «Любизар», «Ҡаһым түрә» һәм башҡа йырҙар һәм көйҙәр, риүәйәттәр беҙҙең көндәргәсә һаҡланып килеп еткән.  Әммә осорҙан ҡалған матди ҡомартҡылар ҙа бар. Уларҙың бер-нисәһе […]
Continue reading…

 

Башҡорт ҡоролтайҙары һәм йыйындары

Башҡорт халҡы борон-борондан ил яҙмышына ҡағылышлы мөһим ижтимағи-сәйәси мәсьәләләрҙе дөйөм ҡоролтай һәм йыйындарҙа хәл итер булған. Бында абруйлы ил азаматтары, аҡһаҡалдар йыйылып, кәңәш-төңәш ҡороп, ил алдында торған мәсьәләләр буйынса фекер алышҡан, дөйөм ҡарар сығарған. Үкенескә ҡаршы, боронғо башҡорт ҡоролтай һәм йыйындары тураһында тарихи сығанаҡтар күп түгел. Бигерәк тә яҙма сығанаҡтар. Тарих фәнендә лә әлегә был […]
Continue reading…

 

Бәрәкәтле, шифалы башҡорт ҡымыҙы

          Ҡымыҙ борон-борондан башҡорт халҡының бәрәкәтле, шифалы эсемлектәренең береһе булып тора. Башҡорттар элек яҙ етеү менән йәйләүгә сығып йәй буйы ҡымыҙ эскән, шуның арҡаһында ла уларҙың һаулығы ныҡ булған, төрлө ауырыуҙарға бирешеп бармағандар. Сөнки ҡымыҙ еңел үҙләштерелә торған аҡһымдарға, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай. Был шифалы эсемлек ашҡаҙан, үпкә, йөрәк ауырыуҙарын, нервы […]
Continue reading…

 

Башҡорттарҙа йондоҙ исемдәре

          Башҡорттар борон-борондан, башҡа халыҡтар кеүек үк, күк есемдәрен күҙәткән, өйрәнгән. Халыҡта ай, ҡояш һәм йондоҙҙарға бәйле легендалар барлыҡҡа килгән.  Һәр кемегеҙ төнгө күктә бер-береһенә тығыҙ урынлашған, бихисап йондоҙҙар теҙмәһен, һыҙатын күҙәткәне барҙыр. Башҡорттарҙа был йондоҙҙар иләүен Ҡош юлы, тип атайҙар (урыҫса уның исеме Млечный путь). Ҡош юлының килеп сығышы тураһында […]
Continue reading…

 

Наполеон менән осрашҡан башҡорттар

1812 йылғы Ватан һуғышындағы башҡорт яугирҙарын һүрәтләгән сит ил рәссамдарының күп кенә картина, гравюралары һаҡланып ҡалған. Ә бына шулар араһында француз рәссамы П.Н.Бержереның “1807 йылдың 9 июлендә Александр I Наполеонды казактар, башҡорттар һәм ҡалмыҡтар менән таныштыра” тип исемләнгән картинаһы айырым урынлап тора (һүрәтте ҡарағыҙ). Был картина 1812 йылғы Ватан һуғышы түгел, ә унан бер нисә […]
Continue reading…

 

Изге Торатау әүлиәләр һәм хандар төйәге

Торатау – Башҡортостан тәбиғәтенең уникаль ҡомартҡыларының береһе булып тора. Ул Ишембай районында Ағиҙел йылғаһынан алыҫ түгел Туғар һалған күле буйында урынлашҡан. Тауҙың бейеклеге 406 метр, оҙонлоғо 1 километр 200 метр, киңлеге 800 метр тәшкил итә. Тауҙың көнбайышы һәм көньяҡ-көнбайыш битләүендә бер нисә ҙур булмаған мәмерйә бар. Тау тоҡомо һуң полеозой дәүеренә ҡараған риф массивынан тора. […]
Continue reading…

 

Башҡорт дворяндары Сыртлановтар. Шланлыкүл ауылынан сыҡҡан данлы нәҫел

Һәр халыҡтың тарихы уның күренекле шәхестәре эшмәкәрлеге, тормошо аша сағыла. Тарихта яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр менән ғорурланабыҙ, уларҙың атҡарған эштәре һәр быуынды рухландырып тора. Башҡортостандың һәр төбәгендә ундай шәхестәр бар. Тик бына төньяҡ-көнбайыш башҡорттары араһынан сыҡҡан данлы шәхестәр менән хәл бер аҙ ҡатмарлыраҡ тора. Мөмүмән, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихи үткәне ентекләберәк өйрәнеүҙе, һәм иң мөһиме дөрөҫ, […]
Continue reading…

 

Башҡорт армияһы сардарҙары Ишмырҙиндар

            Киләһе йыл Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл туласаҡ. Тупраҡлы мөхтәриәт өсөн көрәштә һиҙәкәрлек күрһәткән күп кенә ир-уҙамандарының исемдәре әле халыҡҡа киң билдәле түгел. Уларҙың эшмәкәрлеге лә әлегә тейешенсә баһа алмаған, үкенескә ҡаршы. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте лидеры Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәштәре араһында яҡташтары күп булғанлығы билдәле. Улар милли хәрәкткә, хатта, ғаилә, […]
Continue reading…

 

Башҡорттар

Башкиры (самоназвание башҡорт) – один из древнейших народов Евразии, коренное население Республики Башкортостан и сопредельных территорий Республики Татарстан, Пермского края, Свердловской, Челябинской, Оренбургской, а также ряда районов Курганской, Самарской и Саратовской областей. По данным Всероссийской переписи населения 2010 года, численность башкир в Российской Федерации составляет 1 584 554 человек, в том числе в Республике Башкортостан […]
Continue reading…