Йомабай ҡурайсы

“Мин уның менән 1927 йылда Германия­ ға, Беренсе бөтә донъя күргәҙмәһенә ба­ рыр алдынан таныштым. Ул бик матур кеше ине: мөһабәт кәүҙәле, ҡарағусҡыл, мөләйем йөҙлө, аҡыллы ҡарашлы. Беҙҙең концерттар Майндағы Франкфурттың Ҙур опера театрында барҙы. Йомабай ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен уйнаны, һәм был иҫ киткес ине! Ғәжәп саф, яңы һәм һоҡландырғыс! Залдағы туп-тулы сит ил тамашасыларының […]
Continue reading…

 

Бүләккә – бал ҡорто күсе

Сибайҙың Төйәләҫ ҡасабаһына ҡараған 11-се мәктәпкә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов бүләккә башҡорт тоҡомло биш бал ҡорто күсе оҙатты. Ауыл хужалығы йүнәлешендә эшләгән белем усағы өсөн был айырыуса ҡыуаныслы. Сөнки һуңғы арала урта мәктәптең умарталығы һүнеп ҡалған. Белем биреү учреждениеһы директоры Фуат Бикбаев әйтеүенсә, үткән йылдарҙа һауа шарттарының ҡулай килмәүе арҡаһында […]
Continue reading…

 

Милли кейемдә – парадҡа!

28 май көнө Өфөлә Милли костюмдар марш-парады үтә. Тантаналы йөрөш М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрынан башланып, Салауат Юлаев майҙанына ҡәҙәр дауам итәсәк. Сағыу тамашаға теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Боронғо башҡорт халыҡ кейемендә лә, башҡорт халҡына хас биҙәктәр менән байытылған милли стилдәге заманса кейемдә лә килергә мөмкин. Шулай уҡ бер генә милли […]
Continue reading…

 

Учалыла милли кейем модала

Учалы ҡалаһында «Евразия йөрәге» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә «Милли кейем: үткәндән киләсәккә» тип аталған бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Был сараның ойоштороусылары – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалы һәм район хакимиәте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан форумда Ҡоролтайҙың баш белгесе Рәйсә Күзбәкова ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, байрамға үҙ теләге менән […]
Continue reading…

 

Ҡан хәтерен тергеҙмәһәң, милләт киләсәгенә өмөт юҡ…

Алдағы йылдарҙа Башҡортостан өсөн мөһим тарихи даталар көтөлә. Бөгөндән республика оло ваҡиғаға – Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына әҙерлек эштәрен башланы. Быйыл билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, БашЦИК рәйесе, журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың 120 йыллығы, мәғрифәтсе, публицист, ғалим Ғәли Соҡоройҙоң 190 йыллығы, башҡорттар өсөн изге урын – Ырымбурҙағы Карауанһарай мемориаль комплексы асылыуының 170 йыллығы кеүек һәм башҡа […]
Continue reading…

 

Йәштәр эшлекле һөйләшеүгә йыйылды

Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу, республика күләмендәге эштәрҙе хәл итеү һәм тәү ҡарашҡа еңелдән булмаған маҡсаттарға ирешеү өсөн берҙәм булырға, дәррәү күтәрелеп сығырға кәрәк. Был – хәҡиҡәт. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе берлектә хәл итеү өсөн башҡорт йәштәре лидерҙары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Йәштәр һәм спорт буйынса комиссияһы ултырышына йыйылды. Эшлекле һөйләшеүгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының […]
Continue reading…

 

Сибайҙа Милли кейем көнө үтә

Көньяҡ Уралдың мәҙәни үҙәге Сибайҙа 18 майҙа Милли кейем көнө үтә. Баш­ҡортостан Республикаһы Мә­ҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм уның ҡарамағындағы Сәсәндәр үҙәге тарафынан ойошторолған сара оло фестиваль форматын алмаҡсы. Билдәле сәсәниә, Сибайҙағы «Ағинәйҙәр ҡоро», республиканың Сәсәндәр мәктәбе нигеҙендә барлыҡҡа килгән  «Урал батыр» эпосы үҙәге етәксеһе Асия Ғәйнуллина хәбәр итеүенсә, Милли кейем көнө иртәнге […]
Continue reading…

 

Ғалим Марат Зәйнуллин вафат булды

Билдәле тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһы академигы, педагог Марат Зәйнуллин вафат булды. Ул ноябрҙә 80 йәшен билдәләгәйне. Марат Вәли улы Зәйнуллин Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылында тыуған. 1960 йылдан алып 50 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт университетында эшләне. Уҡыусылар араһында етмештән ашыу фән докторы һәм кандидаты бар. Ул башҡорт тел ғилеме фәненә […]
Continue reading…

 

Республика йәштәрен киске уйынға саҡырабыҙ

18 майҙа Салауат Юлаев һәйкәле янында Башҡортостан йәштәрен берләштереү маҡсатында «Киске уйын» тип аталған сара старт ала. Өфө студенттарының әүәлдән яратып йыйылған урыны – Салауат Юлаев һәйкәле – йәнә аҙна һайын ҡурай һәм гармун тауыштарынан гөрләп торасаҡ. Был матур йоланы тергеҙеү фекерен быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Йәштәр советы, Башҡорт йәштәре иттифағы, республиканың […]
Continue reading…

 

Ҡоролтай киң мәғлүмәт саралары менән һөҙөмтәле эшләү яҡлы

Кисә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы ултырышы үтте. Унда «Ҡоролтай тауышы» гәзитен сығарыу һәм башҡорт телендәге киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов етәкселегендә Башҡарма комитет ағзалары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы […]
Continue reading…