Уны селтәр, һаҡал, алмиҙеү, хәситә лә тиҙәр…

селтёр2020 йылда Башҡортостанда тағы ла бер абруйлы мәҙәни сара – Бөтә донъя Фольклориадаһы үтәсәк. Шул йәйҙә республикабыҙ 60-лап илдән йыйылған өс меңдән ашыу таланттың үҙ мәҙәниәтен,  сәнғәтен, фольклорын күрһәтеү майҙанына әүереләсәк. Республикаға исем биргән милләт булараҡ, башҡорттар, әлбиттә, ул майҙандың уртаһында булырға, республиканы лайыҡлы һынландырырға бурыслы. Ошо мәртәбәле сараға әҙерлек  сиктәрендә  һуңғы ваҡытта Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы «Сәсәндәр үҙәге», Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Ҡоролтай ҡарамағындағы «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһы, Сибай сәнғәт колледжының «Урал батыр» сәсәндәр үҙәге һәм ҡаланың «Ағинәйҙәр ҡоро» инициативаһы менән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың традицион биҙәнеү әйберҙәрен, башҡорт ырыуҙарының милли кейемдәрен тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып барыла, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә башланы. Был боронғо шөғөлдәребеҙҙе матур итеп үҙләштергән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы дәртләндереү, башҡалар араһында ла ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн «Селтәр» бәйгеһе ойошторорға ҡарар ителде. Түбәндә уның положениеһын тәҡдим итәбеҙ.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының «Селтәр» традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеһе положениеһы:

  1. Ойоштороусылар:

– Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы «Сәсәндәр үҙәге»;

– Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Ҡоролтай ҡарамағындағы «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһы;

Мәғлүмәти  бағыусылар:

– «Киске Өфө» гәзите редакцияһы;

– «Бәйләнештә» социаль селтәренең «Башҡорт  ҡатын-ҡыҙы» төркөмө;

– Башҡортостан юлдаш телевидение каналы;

– «Шоңҡар» йәштәр журналы;

–  «Аманат» балалар журналы.

  1. Бәйгенең маҡсаты һәм бурыстары:

– башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының «Селтәр» традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеһе башҡорт ырыуҙары милли кейемдәре традицияларын һаҡлау, үҫтереү, үҫеп килгән быуындың зауығын традицион халыҡ мәҙәниәте нигеҙендә тәрбиәләү һәм формалаштырыу;

– башҡорт халыҡ милли кейемдәрен пропагандалау;

– һәләтле оҫталарҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү.

  1. Бәйгенең шарттары һәм үткәреү тәртибе:

– Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының «Селтәр» традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеһе 2016 йылдың 1 февраленән 28 октябргә тиклем үтә; -конкурста теләгән һәр кем, шулай уҡ бер коллектив йәки автор бер нисә номинацияла ҡатнаша ала.

Конкурс ике этаптан тора:

беренсе этапта ғаризалар һәм материалдар (фото, видео) 15 октябргә тиклем һайлап алына;

икенсе этап Өфө ҡалаһында 28 октябрҙә үтә һәм ул түбәндәге сараларҙан тора:

– селтәрҙәр күргәҙмәһе (мәҙәниәт йорто фойеһында);

– ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар менән конкурс һөҙөмтәләре буйынса түңәрәк ҡор;

– «Башҡорт милли кейеме» көнө ( кисәгә милли кейемдә килеү);

– сәхнәнән селтәрҙәрҙе демонстрациялау;

– бәйгелә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү.

 

Һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн Ойоштороу комитетына түбәндәге документтар ебәрергә:

– ҡатнашыу тураһында ғариза;

– TIFF или JPEG форматында (300 dpi  дәүмәленән кәм булмаһын) бәйге эштәренән портфолио (фото, видео). Һәр фотоға һан ҡуйырға, аңлатма бирергә кәрәк.

Ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ шарт: селтәрҙәр автор эше булырға тейеш. Һуңғы ике йылда эшләнгән эштәр ҡабул ителә.

Ғаризаларҙы, материалдарҙы «Селтәр» тигән билдә менән ошо адрес буйынса ебәрергә: 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева 17/2, Республика халыҡ ижады үҙәге; 8-(347) 289-62-00 (тел.- факс), 289-66-96, email: gukrcnt@mail.ru.. Яуаплы: Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина.

 

Номинациялар:

  1. «Ырыу-төбәктең селтәр өлгөһө» (аныҡ тарихи осорҙағы селтәрҙең реставрацияланған варианты);
  2. «Ағинәй селтәре»;
  3. «Үҫмер ҡыҙ бала өсөн селтәр»;
  4. «Йәш-елкенсәк өсөн селтәр»;
  5. « Заманса стилләштерелгән селтәр».

 

Бәйге еңеүселәрен билдәләү:

Бер ҡатнашыусыға Гран-при, һәр номинацияла беренсе, икенсе, өсөнсө урындар билдәләнә.

Йәшәү, туҡланыу, транспорт йүнәлтеүсе яҡтың командировка саралары иҫәбенә башҡарыла.

ОЙОШТОРОУ КОМИТЕТЫ.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *